Инвестиция — төбәк файҙаһына27.04.2012
Инвестиция — төбәк файҙаһынаТуймазы районында етештерелгән сәнәғәт продукцияһының 40 проценты бәләкәй һәм урта бизнес өлөшөнә тура килә
Яңы етештереү ҡеүәттәрен булдырырға теләгән инвесторҙар, ғәҙәттә, инфраструктураһы яҡшы үҫешкән, яҡында ғына тимер юлы йәки автомагистраль үткән төбәкте һайларға тырыша. Шул күҙлектән ҡарағанда, Туймазы районындағы Ҡандра ҡасабаһының географик урыны бик тә уңайлы. Элгәре бында “Башнефть” компанияһының быраулау эштәре идаралығы биләмәнең иҡтисади һулышын билдәләһә, хәҙер инде инвесторҙар сәнәғәттең башҡа тармаҡтарын үҫтереүгә лә үҙ капиталын һала.
— Бөгөн бәләкәй һәм урта бизнес муниципаль берәмектең финанс-иҡтисади хәлен яҡшыртыуға үҙенең лайыҡлы өлөшөн индерә, — ти ауыл хакимиәте башлығы Айрат Сафиуллин. — Мин һеҙгә “Нефтегаз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән яҡындан танышырға кәңәш бирер инем. Шәхси предприятие биш йыл эсендә ныҡлап аяҡҡа баҫырға һәм нефть-газ ҡорамалдары баҙарында үҙ урынын яуларға өлгөрҙө. Инвесторы ла үҙебеҙҙең Туймазы егете, шуға уның уңышлы эшләүенә ҡыуанабыҙ ғына. Хәҙер урындағы ҡаҙнаға һалымы ла инеп тора.
Тәү ҡат осрашып һөйләшкәндә үк беҙ “Нефтегаз” йәмғиәте директоры Эльвер Халиҡовтың киң ҡарашлы кеше икәнлеген тойҙоҡ. Ул ике юғары белем алған, башта Өфөлә уҡып, инженер-нефтсе булып сыҡһа, һуңынан Һамар дәүләт университетын тамамлаған. Байтаҡ йылдар “Башнефть” системаһында эшләп, нефть промыслалары ҡорамалдарын монтажлау менән шөғөлләнгән.
— Бер заман үҙаллы эшләү теләге тыуҙы, — тип һөйләй ул. — Беҙҙең предприятиеға мираҫҡа бер ниндәй етештереү базаһы эләкмәне. Барыһын да үҙ көсөбөҙ менән төҙөнөк. Булған капиталды шул эшкә тотонорға тура килде. Сөнки банктар башта беҙгә шикләнеп ҡараны һәм кредит бирмәне. Ана, 300 мең һум алыу менән сикләнегеҙ, тинеләр. Хәҙер ул ауырлыҡтар беҙҙең өсөн артта ҡалды. Бөгөн предприятие күсемһеҙ милеккә, ярайһы уҡ етештереү ҡеүәтенә эйә. Буш урында ойошторолған “Нефтегаз” йәмғиәтендә әле 60-ҡа яҡын кеше эшләй. Алға ҡараш ташлап, етештереүҙе киңәйтеү, яңы эш урындары асыу хаҡында яҡты пландар ҡорабыҙ.
Билдәле, нефть һәм газ промыслаларында технологик ҡорамалдарҙы даими алыштырып һәм яңыртып торорға кәрәк. Шуға Ҡандралағы “Нефтегаз” йәмғиәте тотороҡло рәүештә үҫә, бында әленән-әле продукцияның яңы төрҙәрен үҙләштерәләр. Ә заказсылар тураһында һүҙ сыҡҡас, директор күкрәк һуғып та алды. Ғорурланырға урыны ла бар шул: “Газпром”, “ТНК-ВР”, “Роснефть”, “Лукойл”, “Башнефть” кеүек эре компаниялар менән хеҙмәттәшлек итә ҙур булмаған предприятие. Ни өсөн улар “Нефтегаз”дың продукцияһына өҫтөнлөк бирә һуң? Шәхси предприятиеның Өфөлә үҙенең конструкторлыҡ бюроһы бар. Яңы ҡорамалдарҙың техник документтары, компьютерға индерелгән программалар шунда әҙерләнә. Инвестор Халиҡов был юҫыҡта үҙен заманса ҡарашлы топ-менеджер итеп күрһәткән. Сөнки интеллектуаль база предприятиеның уңышлы эшмәкәрлеген, көндәшлеккә һәләтлелекте тәьмин итә лә инде.
— Күптән түгел Мәскәүҙән 1 миллион 600 мең һумлыҡ быраулау станогы алып ҡайттыҡ. Тағы ла яңы йыһаздарға заказдар бирҙек. Әле Германияның бер фирмаһы менән һөйләшеү алып барабыҙ, — ти Эльвер Абдулғәле улы. — Ғөмүмән, етештереү һәм йыйыу цехтарын техник яҡтан ҡайтанан ҡоралландырырға теләйбеҙ. Үкенескә ҡаршы, ҡеүәттәрҙе үҫтерер өсөн етештереү биналары етешмәй. Беҙҙең бизнес-планда яңы өс цех асыу ҡаралған. Тик юлдың ниндәйен һайларға? Ҡандралағы быраулау эштәре идаралығы, ҡыҫҡартыуға эләгеп, филиалға әйләнде бит. Шул сәбәпле хәҙер уларҙың ҡайһы бер биналары буш тора. Шуны беҙгә биреүҙәрен һорап “Башнефть” компанияһы етәкселегенә хат яҙып ҡараныҡ. Әгәр улар ризалашмаһа, яңы корпус төҙөү буйынса үҙебеҙҙең проектты тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Былтыр көҙ төҙөлөш майҙансығында нигеҙен дә ҡора башлағайныҡ. Әле үк 7-8 миллион һум күләмендә инвестиция һалырға әҙербеҙ. Пландарыбыҙ барып сыҡһа, предприятиеның икенсе һулышы асыласаҡ, тағы юғары квалификациялы 100 кешегә эш урыны булдыра аласаҡбыҙ.
Миҙхәт Шәрипов


Вернуться назад