Эш кәрәкме? Улай икән, Миәкәгә килегеҙ24.04.2018
Эш кәрәкме? Улай икән, Миәкәгә килегеҙРеспубликабыҙҙа яҙғы сәсеүгә әҙерлек йылдам һәм ойошҡан бара, хатта ҡайһы бер хужалыҡтар арышты туҡландырыуға төшкән дә инде. Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов белдереүенсә, ваҡытты дөрөҫ бүлә белеү һәр йәһәттән дә отошло. Улар оҙайлы ҡышта техниканы ремонтлаған, яғыулыҡ-майлау материалдарын хәстәрләгән, орлоҡ таҙартҡан. Һәр ҡайҙа ла тырышлыҡ булғанда ғына мул уңышҡа өлгәшергә мөмкин икәнлекте лә өҫтәне Ришат Ғәбдрәшит улы. Райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Илдар Сәбәхов оҙатыуында “Мәхейәнов” крәҫтиән (фермер) хужалығына юлландыҡ.


Шундай осор килде, кем әйтмешләй, һәр тин һанаулы, аҡсаны уңлы-һуллы елгәреү күптән онотолдо. Быны “Мәхе­йәнов” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рәлис Мәхейәнов күптән аңлаған.
– Айырыуса ауылда эшһеҙлектән йонсоп, урам ҡыҙырған һәм эт һуғарған әҙәм булмаһын ине, – тип башланы һүҙен Рәлис Мөҙәрис улы. – Малсылыҡҡа, баҡсасылыҡҡа тотонорға теләк белдергәндәрҙе хакимиәттә кәңәштән өҙмәйҙәр, йүнәлеш биреүселәр бар, ярҙам итәләр. Кемде генә алмайыҡ, барыһынан да кәрәкле шөғөлгә этәргес һәм ынтылыш бирерлек бихисап йылы һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин. Юғарынан хуплап торғанда эшҡыуарлыҡты нисек яҡшы алып бармаҫҡа мөмкин?
Эш кәрәкме? Улай икән, Миәкәгә килегеҙРәлис Мәхейәнов бер туған ҡустыһы Ирнес менән 2012 йылда фермерлыҡҡа тотонған. Тамъян-Таймаҫ ауылы янында 44 гектар ерҙе эшкәртә башлағандар, хатта үҙ ҡулдары менән трактор әтмәләгәндәр. Сөгөлдөр үҫтереп мул уңыш алғас, тағы ла дәртләнеп теплица ҡороп ултыртҡандар. Өс сутый ерҙә йәшелсә-емеш үҫтереп табыш алған сәмселдәр. Унан инде 60 баш малды һимертеүгә ҡуйғандар.
Рәлис Мәхейәнов бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған фермерҙарҙан иҫәпләнә. Боғҙан, Ҡолтай-Ҡаран, Тамъян-Таймаҫ, Күл-Ҡуңҡаҫ, Комсомол, Софиевка, Өршәк ауылдары фермаларында өс меңдән ашыу һыйыр малы бар.
Бүтәндәрҙә нисектер, әммә күңелендә фермер булыу тойғоһо йәштән бөрөләнеүен уның һөйләгәндәренән асыҡ тойомланыҡ. Күпмелер ваҡыттан һуң ошо татлы хыялы тормошҡа ашҡан. Үҙ шөғөлө, үҙ көйө тигән кеүек, хәҙер бөтә мәсьәләне лә нәҡ үҙе хәстәрләргә һәм хәл итергә тейеш. Ятҡан таш мүкләнә, йөрөгән таш шымара тигән мәҡәлде һәр саҡ иҫтә тотоп эш итә.
Пландары шул тиклем ҙур һәм маҡсаттары аныҡ. Йәш алға тәгәрәгән һәм йылдар үткән һайын бына нимәгә төшөнгән әңгәмәсем: күп осраҡта ниндәйҙер эшкә тотонорға йөрьәт итмәй икән күптәр. Нимәлер ҡамасау итә йәки тотҡарлай. Ысынында иһә бер ниҙән дә ҡурҡырға ярамаған тигән һүҙҙе ишеткәндә, әйтерһең дә, тимер сыңы ишетелгәндәй булды. Был осраҡта, күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тиҙәрме әле? Бер генә миҫал. Быйыл 40 миллион һумлыҡ суммаға техника алған ул.
Сәсеүлек майҙаны иһә ун мең гектар ерҙе тәшкил итә, шул иҫәптән һигеҙ мең гектар майҙанға иген культуралары сәсәсәктәр. Әйткәндәй, әгәр ҙә баҫыуға хәҙерҙән үк төшөргә мөмкин булһа, сәсеүҙе шунда уҡ башларҙар ине.
Фермер 100 кешене эш урыны менән тәьмин иткән, уларға эш хаҡы ваҡытында түләнә. Тамъян ауылында ярымфабрикаттар етештереү заводы эшләй, унан да ҙурырағын Ҡырғыҙ-Миәкәлә төҙөргә уйлай. Хәйер, барыһы ла әҙер, ошо көндәрҙә ул тантаналы асылыр тип көтөлә. Өфө ҡалаһында һәм район үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында магазиндары бар.
Етәксе айырыуса Әтхәм Ғәбитов, Нәзир Вәлиев, Рәфис Мәхейәнов, Ләйсән Бәхтейәрова, Фәнил Иҙрисов, Алмас Әхмәтвәлиев, Илнур Ғәлимовтарҙы маҡтап бөтә алманы.
– Айнур Хафизов агроном вазифа­һында эшкә урынлашҡас та тырышлыҡ күрһәтте. Яҡшы белгес, һөҙөмтәләре шатландыра. Эш кешеләренә беҙҙә хөрмәт ҙур – Тамъян ауылынан бынамын тигән йорт һатып алып бирҙем, – тип тамамланы һүҙен Рәлис Мәхейәнов.

Миәкә районы.


Вернуться назад