Пенсия йәшен күтәреү: дүрт вариант24.04.2018
Пенсия йәшен күтәреү: дүрт вариантРәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы илебеҙҙә пенсияға сығыу йәшен оҙайтыуҙың дүрт сценарийын эшләгән. “Росбизнесконсалтинг” ошо академияның докладына һылтанып хәбәр итеүенсә, иң уңайлы вариант – аҡрынлап ирҙәрҙең пенсияға сығыу йәшен 63-кә, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡын 60 йәшкә еткереү.


Белгестәр аңлатыуынса, был юлды һайлағанда реформаның тәүге дүрт йылында “плюс өс ай” алымы ҡулланыла: ошо йылдарҙа пенсияға сығыу йәше ирҙәр өсөн 60 йәш тә өс ай, ҡатын-ҡыҙҙарға 55 йәш тә өс ай тәшкил итәсәк. Артабан ирҙәр өсөн 63 һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 60 йәшкә тулғансы йыл һайын алты ай өҫтәлә барасаҡ.
“Хаҡлы ялда булғандар менән иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ араһындағы айырма арта барыу сәбәпле, пенсияға етеү йәшен күтәреү мотлаҡ”, тип иҫәпләй эксперттар. Иҡтисади үҫеш министрлығы күҙаллауы буйынса, 2030 йылдар уртаһына пенсионерҙар һаны эшләгән һәм страховка иғәнә түләгән кешеләр һанына тиңләшәсәк. Шулай итеп, тип раҫлай был ойошманың доклады, 2036 йылда һәр эшләгән кеше берәр пенсионер өсөн матди яҡтан яуаплы булып иҫәпләнәсәк.
Академия пенсияға сығыу йәшен оҙайтҡан осраҡта дәүләт власы органдарына пенсия сараларын тотоноуҙың асыҡлығын тәьмин итергә кәрәк тип иҫәпләй. Был осраҡта халыҡ оҙағыраҡ эшләүҙең өҫтөнлөктәрен күрә аласаҡ. Граждандарға шуны төшөндөрөү мотлаҡ: йыйылған иғәнә ҡаҙна аҡсаһын экономиялауға ғына түгел, күпмелер өлөшө пенсияны арттырыуға ла йүнәлтеләсәк. Бындай аңлатыу эштәре булмаһа, ти эксперттар, халыҡта пенсия реформаһын артабан үткәреү һәм камиллаштырыуға ҡаршылыҡ күрһәткән социаль протест барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Әгәр ҙә пенсияға сығыу йәше үҙгәрешһеҙ ҡалдырылһа, бөгөнгө пенсия менән эш хаҡтары араһындағы уртаса нисбәтте (35 процент самаһы) һаҡлап ҡалыу өсөн йә эш биреүселәргә баҫымды көсәйтергә, йә федераль ҡаҙнанан Пенсия фондына трансфертты арттырырға тура киләсәк. Әйткәндәй, был күрһәткес былтыр 2,3 процент тәшкил иткән, ә 2050 йылға уны тулайым эске продукттың 3,6 процентына еткереү кәрәк буласаҡ. Шунһыҙ әлеге нисбәт һаҡлана алмаясаҡ: белгестәр раҫлауынса, быны эшләмәгән осраҡта пенсия менән эш хаҡы араһындағы нисбәт бөгөнгө 35 проценттан 24 процентҡа төшәсәк.
Ләкин аңлашылмаған һәм яуап талап иткән мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Әлеге шарттарҙа, йәғни ирҙәрҙең пенсияға сығыу йәше 60 йәш булған саҡта, ир кешенең пенсияла йәшәү оҙайлығы уртаса 16 йыл тәшкил итә. Ә 20 йәшлек егеттәрҙең пенсия йәшенә етә алыу ихтималлығы 68 процентҡа тиң. Пенсияға сығыуҙы 63 йәшкә хәтлем оҙайтһалар, Рәсәй ирҙәренең ошо йәшкә етә алыу ихтималлығы донъялағы иң түбән кимәлдәрҙең береһенә әйләнәсәк (Белоруссия, Болгария, Литва һәм Украинанан да түбәнерәк).
Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының пенсияға хәтлем йәшәй алыу ихтималлығы юғарыраҡ – 92 процент. Пенсияла улар уртаса 26 йыл йәшәй. Пенсияға сығыу йәше әлеге 55-тән 60 йәшкә күтәрелгән хәлдә был күрһәткес уртаса кимәлдә ҡаласаҡ (Швеция менән Словакия араһында).


Вернуться назад