Ҡыҫҡаса...24.04.2018
Нефтекама автобустары Рәсәйҙең автомобилдәр баҙарында үҙенә абруй яулай бара: күптән түгел Дондағы Ростов ҡалаһында газ яғыулығында эшләгән түбән иҙәнле автобустарҙың исем туйы уҙғарылғайны. Ҡулланыусылар унда 25 “НефАЗ” һатып алған.

Ҡала хакимиәте белдереүенсә, оҙаҡламай тағы 100 автобусҡа заказ биреләсәк. Уларҙың 25-е газ менән эшләһә, 75 автобус дизель яғыулығында йөрөйәсәк. Әйткәндәй, уларҙың барыһын да футбол буйынса быйыл Рәсәйҙә уҙасаҡ донъя чемпионаты эмблемалары менән биҙәргә уйлайҙар.
Илдең башҡа ҡалалары ла автобус паркын яңыртыу маҡса­тында Нефтекама заводы продук­цияһын күпләп алыуҙы дауам итә. Айырыуса “НефАЗ 5299-30-42” маркалы машиналарға ихтыяж ҙур, сөнки уларҙың пассажирҙар һыйҙырышлығы ҙур һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы.

* * *

Йыл башынан Башҡортостандың баш ҡалаһында рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны бер аҙ артҡан һәм 5,3 мең кешегә еткән. Хәҙер мәшғүллек хеҙмәтендә бөтәһе 5,8 меңгә яҡын Өфө гражданы иҫәптә тора.

Шул уҡ ваҡытта йыл башынан эш тураһында тәҡдимдәр яҡынса ике меңгә кәмегән. Мәшғүллек хеҙмәтенең һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, Өфөләге вакансиялар банкында 157 мең самаһы эш урыны иҫәпләнә. Ошо йылдың башы менән сағыштырғанда, теркәлгән эшһеҙлек кимәле бер аҙға күтәрелгән һәм 0,89 процент тәшкил итә.
Хеҙмәт баҙарында көсөргә­нешлек коэффициенты, йәғни мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәптә торған дөйөм граждандарҙың тәҡдим ителгән вакансиялар иҫәбенә нисбәте 0,37-гә тиң.

* * *

Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсына ғаризалар ҡабул итә башланы. Ул “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсының төбәк этабы итеп уҙғарыласаҡ.

Былтырғы ошо уҡ конкурста республиканың 57 предприятиеһы еңеүсе тип табылғайны һәм федераль кимәлдәге бәйгелә ҡатна­шыу хоҡуғы алғайны. Конкурс етештереү-техник тәғәйен­лә­неш­тәге, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары, аҙыҡ-түлек, хеҙмәт­ләндереү номинацияларында үткәрелә. Был сарала предприятиелар буйынса иң яҡшы менеджерҙар ҙа асыҡ­ланасаҡ.

* * *

Республиканың икенсе ҙур ҡалаһында – Стәрлетамаҡта быйыл күп фатирлы 103 йортто ремонтлау күҙаллана, тип хәбәр итә Башҡортостан Төбәк операторы. Был маҡсатҡа граждандарҙан йыйылған 344 миллион һум йүнәлтелә.

Һуңғы 3,5 йыл эсендә Стәрле­тамаҡта 68 мең кеше йәшәгән 464 күп фатирлы йортта капиталь ремонт эшләнгән. Эштәрҙең дө­йөм хаҡы 1,1 миллиард һум тәшкил иткән. Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлы­ғын­дағы отчетҡа ярашлы, Башҡорт­остан йылдан-йыл түләүҙәр йыйыу кимәле менән айырылып тора, шул рәүешле республика планлаш­тырған күләмдәрҙе үтәүгә өлгәшә.

* * *

Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә күптән түгел яңы объект – “Хоккей һәм башҡа күмәк спорт төрҙәрен үҫтереү” спорт-күңел асыу үҙәге өҫтәлде. Ул Өфө ҡалаһының Октябрь районында төҙөләсәк.

“Сити-Девелопмент” йәмғиәте башланғысы менән төҙөләсәк проект ике миллиард һумдан ашыуға төшәсәк тип күҙаллана, халыҡ өсөн бында 350 яңы эш урыны бар­лыҡҡа киләсәк. Комплексты ике йыл эсендә төҙөп бөтөргә ниәтләй­ҙәр.
Был объект спортты үҫтереүгә, тормош сифатын яҡшыртыуға, халыҡты күмәк спорт өлкәһендәге хеҙмәтләндереү төрөнә киңерәк йәлеп итеү маҡсатында булдырыла. Ул спорт, күңел асыу, сауҙа өлөш­тәренән торасаҡ, бында ҡунаҡхана асыу ҙа планлаштырыла. Спорт зонаһында ике хоккей майҙансығы, йөҙөү бассейны, тренажер һәм фитнес залдары, дүрт теннис корты урынлашасаҡ. Ошо зона Баш­ҡортостандың Хоккей академияһы талаптарына яуап бирерлек кимәл­дә булырға тейеш.


Вернуться назад