Эрнст Исаев: “Дәүләт ярҙамы быйыл икеләтә күберәк...”26.04.2012
Башҡортостан “Юлдаш” телеканалы аша Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев 23 апрелдә республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе. Әйткәндәй, “Асыҡ республика” проектына ярашлы, айҙың һәр дүртенсе дүшәмбеһендә Премьер-министр урынбаҫарҙары эфир аша халыҡ менән аралашып торасаҡ.
Әлбиттә, крәҫтиәнде иң борсоғаны — ауыл хужалығының бөгөнгө хәле. Яғыулыҡ-майлау материалдары, ашлама хаҡтары ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай.
— Минераль ашламаларҙың хаҡын арзанайтыу өсөн субсидия бирә башлайбыҙ. Былтырғыға ҡарағанда, быйылғы миҙгелдә аграрийҙарға ярҙам ике тапҡырға күберәк буласаҡ. Мәҫәлән, яғыулыҡ 13 һумға ғына төшәсәк, был — заправкалау станцияларына ҡарағанда ике тапҡырға арзан.
Синоптиктар фаразлауынса, быйыл да йәй ҡоро килмәксе. Ләкин сәсеүҙең иртә башланып, иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың 10 майға, ә техник культураларҙың 20-һенә тиклем сәселеп бөтөргә тейешлеге тынысландыра. Министр ҙа, быйыл ҡоролоҡ көтмәйбеҙ, тип дәртләндереп ебәрҙе, ауыл эшсәндәрен ең һыҙғанып эшләргә саҡырҙы. Ысынлап та, быйылғы кеүек йылда яҙҙың бер көнө йылды туйҙырасаҡ.
Т. МУСИН.


Вернуться назад