Сәнәғәт округтары һәм бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия эшсе төркөмө 2002 йылда Президент В. Путин менән Италия Премьер-министры С. Берлускониҙың килешеүе һөҙөмтәһендә ойошторола. Эшсе төркөмдөң ХХ ултырышы быйыл май аҙағы — июнь башында Өфөлә үтәсәк. Хөкүмәт йортонда ошо сараны әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетының киңәйтелгән ултырышы булды. Уны Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов алып барҙы. Ултырышта Италияның Рәсәйҙәге илселеге һәм Рәсәйҙең Италиялағы сауҙа вәкиллеге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Башҡортостан эшҡыуарҙары эшлекле юбилей сараһын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте. Республиканың ҡырҡ муниципаль берекмәһенән 300-ҙән ашыу йүнсел унда ҡатнашыу теләген белдерҙе. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы уларҙың анкетаһын Италияға ебәрҙе. Хәҙерге көндә сит ил эшҡыуарҙары анкеталарҙы ентекле өйрәнә, үҙҙәренә оҡшаған ҡыҙыҡлы проекттар менән таныша һәм май аҙағында Өфөгә килеп, артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү өсөн уларҙың авторҙары менән осрашырға теләй, тип билдәләне ҡунаҡтар.
Рәсәй-Италия эшсе төркөмөнөң ХХ ултырышы ике яҡ өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Берҙән, республика эшҡыуарҙары итальяндар менән генә бәйләнеш булдырмаясаҡ, ә Рәсәй төбәктәренән килгән йүнселдәр менән дә хеҙмәттәшлек итергә мөмкинлек аласаҡ. Икенсенән, был сара Өфөлә Италияның виза үҙәген асыуға, Башҡортостанға Италияның Рәсәйҙәге илсеһе килеүгә әҙерлек тә буласаҡ.
Италияның иҡтисади үҫеш министрлығы вәкиле Антонелла Мария билдәләүенсә, Рәсәй-Италия эшсе төркөмө ултырышының төп маҡсаты — ике яҡ өсөн дә инвестициялар йәлеп итеүҙе арттырыу. Баш ҡалабыҙҙа уҙасаҡ сараға 100-гә яҡын сит ил эшҡыуарының килеүе көтөлә.
Ф. ҒАФАРОВ.