Ер кешеһе баҫыуға баға17.04.2018
Ер кешеһе баҫыуға бағаБашланды! Крәҫтиән өсөн мәғәнәһе яғынан был һүҙҙең асылы тәү тапҡыр йыһан киңлеген иңләргә осҡан Юрий Гагариндың “Поехали!” тигәненән һис кәм түгел. Ҡышҡы йоҡонан һуң быуы ла күтәрелеп бөтмәгән баҫыуҙарҙағы трактор гөрөлдәүе, уйһыулыҡтарҙағы һуңғы ҡар еҫе, йылғаларҙың ярҙарына һыйыша алмайынса ташыуы — барыһы-барыһы йәнгә сихәт бирә, күңелгә дәрт өҫтәй. Бер уйлаһаң, ҡыҙыҡ бит ул: Башҡортостандың бер яғында ҡар ята, икенсеһендә...


Ошондай йәмле көндә Салауат исемендәге хужалыҡ рәйесе Сибәғәт Ғәйнуллин менән күп йыллыҡ үлән сәселгән баҫыу ситендә торабыҙ. Алыҫтан заманса агрегат таҡҡан өс “Беларусь” тракторы күренә.
Ер кешеһе баҫыуға баға— Егеттәр эш башланы, — ти, ҡәнәғәт йылмайып, эргәгә килеп туҡтаған бригадир Илдус Игбаев. — Ашлама индереп бөткәс тә артынан тырматырға төшәбеҙ. Быйыл ер ныҡ туңды, ҡар һыуы аҙ. Шуға ла һәр нәмәне ваҡытында башҡарып өлгөрөргә кәрәк...
Ә эш етерлек. Яҙғы сәсеүгә иген өсөн дүрт мең гектар ер көҙҙән әҙерләнеп ҡуйылған. Уның мең гектарын сенажға тигән бер йыллыҡ культуралар тәшкил итә. Быларҙан тыш, 450 гектар майҙанда көнбағыш, 200 гектарында орлоҡ өсөн кукуруз, 350 гектарҙа борсаҡ үҫтереләсәк. Әле иһә 800 гектарын ужым культуралары биләй.
Был һандарҙы теҙһәң, осона сығырлыҡ түгел. Һәр береһенең артында кеше хеҙмәте ята. Ана бит, баҫыуҙа ашлама индерелә, трактор-машина парктарында механизаторҙар “тимер ат”тары, агрегаттары ҡырында мәж килә, келәттәрҙә орлоҡ ағыулау бара. Баш инженер Айҙар Хәбибуллин, бригадир Илдус Игбаев, Николай Подясов, механик Вәкил Игбаевҡа ла эш етерлек. Механизаторҙар Владимир Григорьев, Юлис Иманғолов, Евгений Аитовтарҙың “Беларусь”тары күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарына ашлама индерә лә инде.
Бында етәкселәр ҙә, колхозсылар ҙа дөйөм хужалыҡты тарҡатмаған — колхоз булып ҡалған. Тәү ҡарашҡа электән килгәнсә эшләгән һымаҡ булһалар ҙа, барыһы ла яңыса ҡоролған. Шуға ике йөҙләгән кешегә эш урыны бар, шәхси хужалығын алып барғандарға ла ярҙам итә алалар. Бөгөн уртаса эш хаҡы егерме бер мең һум тәшкил итә. Техника йыл һайын яңыртыла, йәшелсә, иген һаҡлағыстар, иген киптергестәр төҙөлгән. Иң мөһиме — йәштәр ауылда ҡала.
Хужалыҡтың төп тармағы — игенселек менән малсылыҡ. Малсылыҡҡа килгәндә, ҡышты яҡшы ғына сыҡҡандар: малдар йылы ҡураларҙа, аҙыҡ етә. Тик шуныһы ауыл эшсәндәренең күңелен ҡыра: һөткә хаҡ түбән. “Һөт осоро”нда аҡҡа хаҡ тағы ла төшәсәк. Шуныһы ғына өмөтләндерә: малдар йәйләүгә киткәс, аҙыҡҡа аҙ тотоноласаҡ, һауым артасаҡ.
Ер кешеһе баҫыуға бағаИт хаҡтары иһә һуңғы ике-өс йыл эсендә әллә ни үҙгәрмәгән. Ләкин күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйҙәр. Баш зоотехник Фәнүр Әхмәлетдинов менән баш ветеринар Артур Күсәрбаев тоҡомсолоҡ эшен тейешенсә алып бара. Мәҫәлән, ошо маҡсатта хужалыҡҡа һөт-ит тоҡомло малдар ҡайтарылған, бик аҙ ерҙә булған УЗИ аппараты һатып алғандар. Бында барлығы 2400 баш һыйыр малы иҫәпләнеп, шуның 560-ын һауалар.
Малсылыҡта табыш туранан-тура туҡландырыуға бәйләнгән. Был йәһәттән аҙыҡ берәмеге махсус рәүештә белгестәр саҡыртып әҙерләнгән. Үҙҙәренең белгестәре, малсылары ла етерлек.
Игенселек менән малсылыҡты айырып ҡарау мөмкин түгел. Улар бер бөтөн булған саҡта ғына эште табышлы алып барып була. Бигерәк тә ҙур хужалыҡты һаҡлап ҡалып, дөйөм эшкә дәррәү тотонғанда. Беҙ булған Салауат исемендәге колхоз – шуға асыҡ миҫал.

Мәләүез районы.


Вернуться назад