Шәмәхә бәрәңге17.04.2018
Һуңғы йылдарҙа шәмәхә төҫтәге бәрәңгене халыҡ күпләп сәсә башланы. Берәүҙәр уңышы һәйбәт тип уға өҫтөнлөк бирһә, икенселәр уның организмға файҙалы булыуын хуп күрә.
Шәмәхә бәрәңгенең ҡабығы ғына түгел, эсе лә ҡуйы шәмәхә төҫөндә. Был бәрәңгене “Французский синий трюфельный”, “Негритянка”, “Китайский трюфель” тип тә йөрөтәләр. Уның “Фиолетовый перуанский”, “Фиолетовый викинг” сорттары беҙҙә яҡшы үҫә. Оҙонлоғо – 10 сантиметр самаһы, ауырлығы 70 грамм тирәһе була. Бәрәңгене бешерергә, ҡыҙҙырырға, салат, рагу, запеканкаға ҡушырға мөмкин. Ул ризыҡты биҙәп торасаҡ. Тәме ғәҙәти бәрәңгенеке кеүек, аҙыраҡ сәтләүек тәме лә килә.
Шәмәхә бәрәңгелә антиоксиданттар ғәҙәти сорттарҙан күберәк. Ул ҡартайыуҙан һаҡлай, яман шешкә ҡаршы торорға ярҙам итә, иммунитетты күтәрә. Был сорт икенсе "икмәк" ҡан баҫымын төшөрә, гипертониянан ярҙам итә.