Инкубаторға йомортҡа һалһаң...17.04.2018
Яҙ башланды. Ҡыйыҡтарҙан тамсы тама, гөрләүектәр йүгерә. Ауыл ерендә уңғандар өсөн был миҙгелдә мәшәҡәттәр бөтәһе түгел. Хәҙер күптәр себештәрҙе инкубаторҙа сығарып ала.

Өмөттәр аҡланһын өсөн йомортҡаларҙы дөрөҫ һаҡлау шарт. Мәҫәлән, уларҙы һы­уыт­ҡыста тоторға ярамай, бүлмә темпе­ратураһы кәрәк.
Инкубаторға һалынасаҡ йомортҡалар­ҙың осло башын өҫкә ҡаратып ҡуйырға, әленән-әле әйләндереп торорға кәрәк. Уларҙы күп итеп бер һауытҡа тултырырға ла ярамай, кислород етмәүҙән яралғы һәләк булырға мөмкин. Йомортҡаларҙы ҡоро урында тоторға кәрәк, ҡабығы таҙа булырға тейеш.


Вернуться назад