Минтайға байыйбыҙ17.04.2018
Күптән түгел Рәсәй ғалимдары ҡатнашлығында Владивостокта диңгеҙ экосистемаларына һәм климатҡа арналған “түңәрәк өҫтәл” үтте. Балыҡ хужалығы һәм океанография Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты белгестәре 2035 йылға тиклем балыҡ тотоу буйынса күҙаллауҙарҙы билдәләне.

Әйткәндәй, улар бик ҡыҙыҡлы. Белгестәр һуңғы йөҙйыллыҡтағы климат күҙәтеүҙәрен сағыштырҙы. Треска, сельдь, иваси, мойва тотоу артҡан, һөмбаш һөҙөү иһә кәмегән.
Шулай итеп, 2035 йылда 650 мең тонна треска (былтыр 491 мең тонна) һөҙөп алыу көтөлә, сельдь иһә 500 мең тоннаға етәсәк (былтыр 479 мең тонна). Әйткәндәй, башлыса Тымыҡ океан сельде күпселекте тәшкил итә – 400 мең тонна. Ә бына Тымыҡ океан һөмбашы ни бары 280 мең тонна булған. Минтай буйынса күҙаллауҙар шаҡтай буталсыҡ. Был балыҡ төрө йәһәтенән күрһәткес бер миллиондан ике миллионға тиклем айырма менән бирелә. Тағы шуны иҫтән сығармайыҡ: дөйөм Рәсәй балыҡсыларының уңышы, нигеҙҙә, минтайҙан тора.


Вернуться назад