Күпме иген йыя алырбыҙ?17.04.2018
Иген йыйыу буйынса халыҡ-ара совет 2018 – 2019 йылдарҙа ҡайһы бер илдәрҙә көтөлгән иген уңышы хаҡында үҙенең күҙаллауын хәбәр итте.

Отчеттан күренеүенсә, быйыл Рәсәй 118 миллион тонна самаһы иген йыйып аласаҡ. Ә бойҙай 47,5 миллион тонна тирәһе тәшкил итәсәк тип көтөлә. Был былтырғынан бер аҙға кәмерәк булһа ла, белгестәр яҡшы һөҙөмтә тип баһалай. Ә инде илдең Ауыл хужалығы министрлығы түбәнерәк күрһәткесте билдәләй – 110 – 115 миллион тонна. Әйткәндәй, һандарҙың аҙыраҡ булыуы тармаҡтағы хәлде тотороҡландырыуға һәм хатта игенгә хаҡты арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
Ойошма Рәсәйҙең экспортҡа иген оҙатыуы буйынса яҡшы һөҙөмтә фаразлай – ул 48 миллион тоннаға етәсәк, шул иҫәптән 37,1 миллион тонна бойҙай. Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн илебеҙ ситкә былтырғыға ҡарағанда 43 процентҡа күберәк бойҙай һатҡан. Март аҙағына ҡәҙәр 37,6 миллион тонна иген культуралары оҙатылған. Миҙгелдә бойҙайҙың экспорт күләме – 29,4 миллион тонна (плюс 42,6 процент), арпа – 4,3 миллион тонна (1,9 тапҡыр күберәк), кукуруз – 3,7 миллион тонна (3,4 процентҡа аҙыраҡ).


Вернуться назад