“Рәсәйҙең киләсәге – Арктикала”17.04.2018
Төньяҡ диңгеҙ юлының атаһы тип нарыҡланған Михаил Сидоровтың тыуыуына 195 йыл тулды.

Йәштән сәйәхәт итергә ярата Михаил. Ар­хангельскиҙа тыуып үҫкән егет, мажара эҙләп, Себергә, Красноярскиға килеп сыға һәм алтынға бай ятҡылыҡтарға юлыға. Тау ревизоры, генерал-майор Клейманов Көнсығыш Себерҙә алтын сәнәғәте башланғандан алып приискылар асыу буйынса Сидоровҡа еткән кеше юҡ тигән ҡарашта ныҡлы тора.
Шунда уҡ, Енисейҙа, ул графит ятҡылығы таба. Ул ваҡытта был минерал бары Цейлонда ғына сығарылған, металлургияла ҡулланылған. Сидоров хәрби министрлыҡҡа заводтарҙы үҙенең графиты менән тәьмин итеүҙе тәртипкә һалыу кәрәклеген аңлатырға тырыша, әммә чиновниктар был идеяны ишетмәмешкә һалыша.
Михаил Сидоров был төбәктәге сәнәғәтте еңелләштереү ниәтенән Енисейҙан Обская Губа аша канал йырыу планы менән йәшәй. Был хаҡта етәкселәргә лә еткерә, әммә рөхсәт булмай. “Канал кәрәк булһа, Сидоровһыҙ ҙа төҙөрбөҙ”, – тигән яуап бирә улар.
Сидоров Урыҫ географик йәмғиәтенә көньяҡ юлдан Енисейға тәүге булып барып еткән морякка 14 мең һум күләмендә премия бирергә тәҡдим итә. Әммә уны алыусы булмай. Сәбәбен дә табалар, имеш, әлегә беҙҙә, урыҫтар араһында, ундай диңгеҙсе юҡ. Уйға ҡалған Сидоров Англияға ике мең фунт күләмендә премия вәғәҙәләй. Һәм 1874 йылда Виггинис Карск диңгеҙенә килә. Ул 11 тапҡыр Енисей һәм Обь йылғалары тамағына килә, был Арктикаға диңгеҙ сауҙаһының башланыу тарихы була. Виггинисты Урыҫ географик йәмғиәтенә ҡабул итәләр...
1868 йылда Сидоров Ухтала нефть таба. Артабан ул Воркута күмерен өйрәнә, поляр экспедициялар ойоштора. Шуларҙың береһе тәүге тапҡыр Атлантик океандан Тымыҡ океанға сыға. Һуңынан ул Төньяҡ диңгеҙ юлы була.
Ғүмеренең һуңында тулыһынса бөлгөнлөккә төшкән Сидоров үҙен банкрот тип таный. Михаил Константинович 1887 йылда Германияла вафат була. Бөгөн был шәхестең ҡәбере юғалған. Әммә уның “Рәсәйҙең киләсәге – Арктикала” тигән әйтеме бөгөн дә көнүҙәк.


Вернуться назад