Тире үҙебеҙҙә ҡалһын17.04.2018
Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тире эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә булды. Ведомство был юҫыҡта план әҙерләй, Рәсәй тиреһен ситкә сығарыуҙы сикләргә теләй.

СССР донъялағы күндең 35 проценты менән тәьмин итте, экспортҡа йылына 15 миллион тиерлек тире оҙатты.
Донъяла айырыуса беҙҙең кеш тиреһе юғары баһалана. Илебеҙ йылына 100 мең самаһы ошо тирене һата. Был тауар ҡара ыуылдырыҡҡа ҡарағанда ла ҡыйбатыраҡ баһалана. Тиккә генә уны “йомшаҡ алтын” тип йөрөтмәйҙәр. Ул ҡондоҙ һәм ондатранан — 200, төлкө менән ҡаманан 50 тапҡырға ҡыйбатыраҡ. Байкал янындағы урмандарҙа тереклек иткән, айырыуса юғары баһаланған баргузин тиреһенән тегелгән тун хатта фатирҙан йәки лимузиндан да ҡиммәтерәк тора. Иң яҡшылары аукциондарҙа ғына һатыла, уларҙың хаҡы башҡа һыймаҫлыҡ!
Йәнә шуныһы үҙенсәлекле: күнгә әүәлдән Рәсәй эсендә тирегә хаҡтар донъя кимәленән 20-30 процентҡа осһоҙ. Элек экспортты ҙур пошлина тотҡарланы. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс, тирегә сик алып ташланды. Һөҙөмтәлә үҙебеҙҙә тегеү сәнәғәтенә сеймал етмәй башланы. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ҡулланыу өсөн 150 мең тонна сеймал кәрәк булһа, тәҡдим 70 мең тоннанан артмай.
Рәсәйҙә күн етерлек, әлбиттә. Шулай ҙа был тиклем үк күпләп экспортҡа ебәреү кәрәкме икән? Кире Рәсәйгә әҙер тауар килә. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең күн баҙары киңәйҙе, уны эксперттар йылына 25 миллиард һум күләмендә баһалай. Шуның 7,5 миллиард һумы тун һатыу иҫәбенә тура килә. Әйткәндәй, әйберҙәрҙең 40 проценты – Рәсәйҙекенә, 60-ы импортҡа тура килә. Тап шуға ла был юҫыҡтан айырмалы хәл итергә кәрәклеге билдәләнде. Бының өсөн Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев эшкәртелмәгән тирене экспортҡа сығарыуҙы тыйыу зарурлығын әйтте. Был үҙебеҙҙә тун етештереү кәмселеген хәл итергә тейеш.
Икенсе сара – ҡыйбатлы тиреле йәнлектәрҙе үрсетеү. Хөкүмәт планы буйынса 2020 йылға тиклем был тармаҡҡа 22 миллиард һум аҡса һаласаҡтар. Ошо сығым иҫәбенә йәнлектәр һаны ике тапҡырға – 2,4 миллиондан 5 миллионға етер тип көтөлә. Ә шәшке 2,2-нән 4,55 миллионға артыр тип күҙаллана. Һөҙөмтәлә тире эшкәртеү йылына 3,9 миллион данаға етәсәк, ә күндән килгән табыш бөгөнгө 4,5-тән 8,3 миллиард һумға артасаҡ.


Вернуться назад