Өфөлә быйылғы йылдың ике айында ике меңдән ашыу яңы автомобиль һатылған. “Автостат” агентлығы белгестәре Рәсәйҙә йышыраҡ яңы автомобиль һатып алған ҡалалар рейтингын төҙөгән. Өфө тәүге ун ҡала исемлегенә ингән. Аналитиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың баш ҡалаһында быйыл ғинуар – февралдә 2080 машина һатып алғандар – ул исемлектә алтынсы урын. Мәскәүҙе һәм Санкт-Петербургты тикшеренеүгә индермәгәндәр – был ике баш ҡала, ғәҙәттәгесә, алдынғы урындарҙа тора. Ике ай эсендә ошо ҡалаларҙа 28,4 һәм 13,1 мең дана автомобиль һатылған.
Тәүге баҫҡыста – Ҡазан (3000 машина), икенселә – Екатеринбург (2840), өсөнсөлә – Һамар (2360). Артабан – Түбәнге Новгород (2280), Краснодар (2100), Өфө (2080), Силәбе (1940), Дондағы Ростов (1920), Пермь (1880) һәм Воронеж (1600).
Һанап үтелгән бөтә ҡалаларҙа ла отчет осоро эсендә яңы автомобилдәр һатыу кимәле үҫкән. Күберәк Силәбелә (+44%) һәм Екатеринбургта (+41%) артҡан, аҙыраҡ – Ҡазанда һәм Воронежда (икеһендә лә баҙар үҫеше 10 процент тәшкил иткән).