“Башҡортостанстат” белдереүенсә, былтыр республика ойошмалары 264,5 миллиард һум килем алған. Был, 2016 йыл менән сағыштырғанда, 163,3 процентҡа күберәк. Дөйөм табышҡа иң ҙур өлөштө эшкәртеү өлкәһе ойошмалары индергән — 226,1 миллиард һум.Икенсе урында транспортировкалау һәм һаҡлау өлкәһе предприятиелары килә — 11,6 миллиард һум. Өсөнсөлә — профессиональ, фәнни-техник эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән учреждениелар һәм ойошмалар — 10,6 миллиард һум. Дүртенсе урынды электр энергияһы, газ һәм пар менән тәьмин итеү өлкәһе ойошмалары биләй — 9,6 миллиард һум.
Бишенсе урында төҙөлөш ойошмалары тора, 2017 йылда уларҙың дөйөм килеме 3,5 миллиард һум тәшкил иткән.
Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында айырымланған килем суммаһы буйынса Башҡортостан икенсе урынды биләй. Ил буйынса — туғыҙынсы. Былтыр Рәсәй ойошмаларының айырымланған килеме 10 триллион һум тәшкил иткән.
Былтыр республикала зыянға эшләгән ойошмалар өлөшө 21,3 процент булған. Зыян күләме 24,5 миллиард һумға тиң.
Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында зыянға эшләгән ойошмаларҙың иң түбән проценты Башҡортостанға тура килә. Рәсәй субъекттары араһында Башҡортостан бишенсе урынды биләй.