Беҙҙе маҡтанылар17.04.2018
Күптән түгел Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Джамбулат Хатуов ҡошсолоҡ буйынса видеоконференция
режимында кәңәшмә үткәрҙе. Унда төбәктәрҙең аграр тармаҡ етәкселәре, илдең ҡошсолоҡ предприятиелары етәкселәре ошо өлкәләге мәсьәләләр хаҡында фекер алышты.

Джамбулат Хатуов сара барышында Баш­ҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынба­ҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахмановҡа ла һүҙ бирҙе.
Илшат Илдус улы республиканың барлыҡ төр хужалыҡтарында 10,9 миллион ҡош барлығы хаҡында белдерҙе. Шул иҫәптән 9,2 миллион тауыҡ, 1,1 миллион ҡаҙ һәм 550 мең өйрәк иҫәпләнә. Бөгөн Башҡортостанда ете эре ҡошсолоҡ предприятиеһы эшләй. Былтыр бөтәһе 91,3 мең тонна ҡош ите (118 процент) һәм бер миллиард 121 миллион йомортҡа етештерелгән.
Төбәктә ҡош үрсетеүгә етди иғтибар бирелә. Благовар ҡошсолоҡ һәм тоҡомсолоҡ заводы был йүнәлештә илдә алдынғы предприятие булараҡ билдәле. Рәсәйҙә был төр ҡоштарҙы юғары кимәлдә үрсетеү буйынса республикала комплекслы ғилми-техник проект эшләнгән. Уны бойомға ашырыу өсөн 282,5 миллион һум күләмендә аҡса кәрәк. Бөгөн был документ илдең Ауыл хужалығы министрлығына тапшырылған.
Джамбулат Хатуов Башҡортостан вәкиленең сығышынан ҡәнәғәт ҡалды һәм ярҙам итәсәген белдерҙе.


Вернуться назад