Башҡортостанда мал ҡышлатыу уңышлы бара. Хәйер, һәр райондың республикабыҙ үҫешен иғтибар үҙәгендә тотоп эшмәкәрлеген көйләүе, әлбиттә, шатлыҡлы. Айырыуса Саҡмағош районында был йәһәттән эштәр бик яҡшы көйләнгән, уларҙың иҡтисадты нығытыуға тос өлөш индереүен айырым билдәләргә кәрәк. Төбәк түгел, ә тотош республикабыҙ өсөн ысын мәғәнәһендә өлгө ролен үтәгән “Герой” ауыл хужалығы етештереү кооперативы миҫалында быға инандыҡ. Хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡалҡан ролен үтәгән етәкселәр арабыҙҙа бихисап. “Герой” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Фәрғәт Ваһапов – шуға асыҡ дәлил.
– Бөтә уй-ниәттәреңде башта күңелдә тыуҙырырға кәрәк, шунан һуң ғына уларҙы тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләйһең, – тип башланы һүҙен хужалыҡ рәйесе Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәрғәт Фәрит улы. – Йылдар үткән һайын уның шулай икәненә тәрәнерәк төшөнәм. Ҡайһы берәүҙәр киләһе ике-өс йылға булһа ла аныҡ план төҙөмәгәне арҡаһында бөлдө, һис кенә лә улай итергә ярамай. Шул уҡ ваҡытта һаҡлыҡта әҙме-күпме аҡсаң да ятырға тейеш. Ә тәжрибә йылдар һуҙымында туплана.
Малсылыҡтан үҫемлекселекте айырып ҡарау мөмкин түгел – был әңгәмәсемдең фекере. Хужалыҡ етәкселеге сәсеүлек майҙанын киңәйтеү яғында. Баҡтиһәң, “мул уңыш алып булмай” тип әйтеү дөрөҫ түгел икән, ә тырышлыҡ һалып, игенде үҫтерә белергә кәрәк. Фәрит Ваһаповтың һүҙҙәренә ҡарағанда, теләк булғанда, ҡайҙа ла баҫыуҙарҙы матур эшкәртергә мөмкин, хатта ҡала ситендә лә. Ул әллә ҡайҙан уңдырышлы ер эҙләп ыҙаламаған, ә бары тик сәсеү әйләнешен дөрөҫ алып бара.
– Ни тиһәң дә, ваҡыт үтә тора, оҫтара бараһың, кем әйтмешләй, мин бит агроном, – ти ул. – Ҡайһы культураны ҡасан һәм нисек сәсергә, күпме ашлама индерергә, химик утауҙы ни рәүешле башҡарырға, ҡыҫҡаһы, был йәһәттән барыһын да беләм.
Бында әллә күпме кеше эш урыны менән тәьмин ителгән. Бигерәк тә Илвир Сәлихов, Марат Мофаззалов, Илдус Мөлөков, Ринат Сәмиғуллин, Азамат Батыев, Хәҙис Миһранов, Әғле Насиров, Линар Хәбибуллин, Ғәлиә Муллаянова, Гөлнара Ғәлимова, Зөлфиә Хәмәҙиева һәм башҡалар хеҙмәт урындары булыуына ҡыуанып бөтә алмай. Берҙәмлектә – көс тигән әйтемде ҡулланалар. Әйткәндәй, был яҡтарҙа ир-аттың ғаиләһен ҡарау ниәтендә ситкә китеп, бил бөгөүен бик өнәмәйҙәр. Эргәңдә эш булғанда, ниңә бәхетте ситтән эҙләргә?
– Һеҙ – етәксе, был йәһәттән дә, ғөмүмән, был донъяла шәхсән үҙегеҙ кемгә рәхмәтле, – тип һораныҡ унан.
– Һүҙ ҙә юҡ, күркәм тәрбиә һәм тәрән белем бирергә булышлыҡ иткән атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма, шулай уҡ ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш биргән район етәкселегенә рәхмәтем ҙур, – тине хужалыҡ рәйесе. – Кәләшем дә һәр тәҡдимемде хуплай, унан таянысты ныҡ тоям. Фекерҙәштәремдең булыуы ла дәртләндерә.
Бөгөнгә килгәндә бына нимә әйтергә мөмкин. Һауа торошоноң йыш үҙгәреп тороуы әҙме-күпме ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, шулай булһа ла малсылар үҙ бурыстарын теүәл үтәй. Шул ҡыуаныслы: һәр йәһәттән дә уларҙа күрһәткестәр гел юғары булды. Маҡсаттары – бүтәндәр ҡараһын, өйрәнһен һәм өлгө алһын.
Беҙ килгән көндө иртән епшек ҡар яуып үтте, шуға күрә малсылар техника үтә алмаған урындарҙы тиҙ генә үҙҙәре таҙартты, унан инде төп бурыстарына тотондо. Эйе, тиҙҙән сәсеүгә төшәсәктәр. Хужалыҡ биләмәһендә ҡул ҡаушырып ултырыусылар юҡ. Механизаторҙарға ла эш етерлек: кемдер деталдәрҙе майлауға сумды, икенселәр ремонт мәшәҡәттәренә күмелде, бүтәндәрҙең дә шөғөлө етерлек. Бына көн дә асылды, һәм ҡояштың йылмайыуы хеҙмәткәрҙәрҙең йөҙөндә асыҡ сағылыш тапты.