Сәсеү ишек шаҡый27.03.2018
Сәсеү ишек шаҡыйАуыл хужалығы тауарҙары етештереүсе “Рощинский” дәүләт унитар предприятиеһында мал ҡышлатыу тамамланыуға бара. Бында бер рәттән яҙғы сәсеүгә әҙерлеккә лә ныҡлап тотонғандар. Иген үҫтереү, һаҡлау һәм эшкәртеү буйынса махсуслашҡан хужалыҡ өсөн яҙғы сәсеүҙе ваҡытында атҡарыу мөһим. Нәҡ ошо мәлдә хужалыҡтың иҡтисади тотороҡлолоғона нигеҙ һалына ла инде.


Йәмғиәттә һигеҙ меңдән ашыу һыйыр малы аҫрала, бынан тыш 52 мең баш сусҡа тотола. Ғөмүмән алғанда, предприятие бөгөн үҙе бер бәләкәй дәүләтте хәтерләтә. Ул “баҫыуҙан магазин кәштәһенә тиклем” ҡағиҙәһе буйынса вертикаль интеграцияланған, ауыл хужалығының бер нисә тармағын үҫтергән һәм сеймалды эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған агрохолдинг булып тора. Әле предприятиеның 47 694 гектар ауыл хужалығы ерҙәре, 31 123 гектар һөрөнтө ере бар.
Игенселек тармағында тулы циклды берләштергән эш тә яҡшы ойошторолоп, бының өсөн уңайлы һәм заманса шарттар тыуҙырылған. Әлеге ваҡытта бында заманса йыһазландырылған ҡеүәтле ике элеватор эшләй.
ЛВ-3х175 маркалы эшсе башнялы 2-се элеватор 1973 йылда сафҡа инде­рел­гән, 53 мең тонна иген һыйҙыра ала. Проект буйынса ДСП-32х3 иген киптергесе, өс АВС-50 һәм ГУАР-30 автомобиль күтәргесе, иген таҙартыу өсөн А 1 –БИС-100 сепараторы урынлаштырылған.
31,1 мең тонна иген һыйҙырышлы ЛВ-3х175 маркалы 1-се элеватор 1991 йылда төҙөлгән. Уны сәнәғәт элеваторы ла тиҙәр. Унда ДСП-50 төрөндәге иген киптергес, ике АВС-50 автобушатҡысы, иген ташыусы вагондарҙы бушатыу урыны бар. Игенде тимер юлдан – вагондарҙан ҡабул итеү һәм силостарға урынлаштырыу өсөн Н-350 сүмесле элеватор монтажланған. Иген таҙартыу өсөн ике линия ҡуйылған: беренсеһе – А1-БИС-100 сепараторында алдан таҙартыу, икенсеһе – таҙартыу өсөн А1-БИС-100 сепараторы, РЗ-ББТ-16 триер блогы, ПСМ-10 пневмо-сортҡа айырыу машинаһы.
– Элеваторҙар бөгөнгө заман талаптарына яуап бирә. Ҙур сауҙа баҙарына сығыр өсөн “Мәскәү биржаһы” төркөмөнә инеү мөһим. “Мәскәү биржаһы” – Рәсәйҙә сауҙа акциялары, облигациялар, яһалма инструменттар, валюта, аҡса баҙары һәм тауарҙар инструменттары сауҙаһы буйынса күп функциялы биржа майҙа­нына идара иткән төркөм. “Милли тауар биржаһы” акционерҙар йәмғиәте уның төркө­мөнә инә һәм иген, шәкәр баҙа­рында сауҙа ойоштороусы булып тора. Республикала Бүздәк, Дәүләкән, Мәләүез, Туймазы элеваторҙары “Мәскәү биржа­һы”нда аккредитация үткән. “Рощинский” совхозының элеваторы ла әлеге ваҡытта аккредитация үтә. Был иһә ауыл хужа­лығы етештереүселәренә элеваторға игенде алып килеп, тауарҙы туранан-тура экспортерҙарға һатыу мөмкинлеге тыуҙырасаҡ. Йәғни, элеватор игенде стандарттарға яуап биреүен иҫбатлап, “ҙур” баҙарға сығарыуға рөхсәт итә. Биржала иһә ашлыҡты яҡшы хаҡ менән һатырға мөмкин. Мәҫәлән, яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы һәм “Мәскәү биржаһы” ярҙамы менән “Бүздәк элеваторы”нан 1200 тонна иген яҡшы хаҡҡа һатылды, – ти “Рощинский” совхозының игенде һаҡлау һәм эшкәртеү производ­ствоһы начальнигы Азат Рәжәпов. Әйткәндәй, Азат Фәүҡәт улы былтыр декабрҙә Башҡортостан Иген союзының рәйесе итеп һайланды.
Сәсеү ишек шаҡыйПредприятиела игенде һаҡлау һәм эшкәртеү буйынса түбәндәге эшмәкәр­лек алып барыла: төрлө төрҙәге орлоҡ­тар­ҙы ҡабул итеү, киптереү, ҡайтанан эшкәртеү; көрпә, икмәк һәм икмәк-булка изделиелары етештереү һәм һатыу, мал аҙығы өҫтәмәләрен етештереү һәм һатыу.
Хужалыҡ йыл һайын мул уңыш алыуға өлгәшә, сөнки селекция эшенә иғтибар ҙур. Мәҫәлән, былтыр 18 мең гектарҙа иген культуралары, һоло, кукуруз үҫтер­гәндәр. 2,5 мең гектарға көнбағыш сәсеп, яҡшы уңыш алғандар. Быйыл иһә 100 гектарҙа соя үҫтерергә иҫәп тоталар.
Ниндәй генә иген культураһы үҫтер­мәһен, хужалыҡ алдында уңышты ҡайҙа илтергә тигән һорау тормай, сөнки уны эшкәртеү өсөн үҙҙәренең ҡатнаш аҙыҡ цехтары бар. Ул тәүлегенә 300 тонна аҙыҡ етештереү ҡеүәтенә эйә.
Сәсеү ишек шаҡыйЯҙғы сәсеү мәлендә район­лашты­рыл­ған, ГОСТ талаптарына яуап биргән орлоҡ ҡына ҡулланалар. Хужалыҡ яҙға етер­лек күләмдә орлоҡ туплаған һәм улар юғары репродукциялы. Был өлкәлә һәйбәт уңыш алыу өсөн предприятие орлоҡ­солоҡ эшен алып барыуға айырыуса иғтибар бүлә. Үҙҙәренең орлоҡ тик­ше­реү лабораторияһы бар. Унда бөтә төр орлоҡтарҙың анализдарын алып торалар.
“Рощинский” хужалығы – төбәктә халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеүсе ҙур предприятиеларҙың береһе. Бөгөн бында ике меңдән ашыу кеше эш менән мәшғүл. Шуларҙың 600-ө баҫыу эштәренә йәлеп ителә. Хужалыҡта уртаса хеҙмәт хаҡы 22 мең һумға тиң. Хеҙмәтенә күрә баһаһын биргәс, бында кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ. Йәйге осорҙа ситтән дә өҫтәмә эшсе ҡулдар йәлеп итәләр.
Предприятие быйыл да баҫыуҙарының 100 процентында сәсеү эштәрен ойошторорға йыйына. Был йәһәттән ерҙең уңдырышлылығын арттырыу өсөн ашламалар һатып алғандар.
– Яҙғы баҫыу эшен атҡарып сығыу һәм уңыш алыу өсөн 100 миллион һум аҡса тотонола. Әле арпа һәм бойҙай орлоҡтарын Первомайский, Наумовка, Краснояр, Рязановка бүлексәләренә сығара башланыҡ, – ти директорҙың баҫыу эштәре буйынса урынбаҫары Айҙар Әнүәр улы Дәминев.
“Рощинский” совхозына Башҡортос­тандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илдар Сәғит улы Тимерғәлин етәкселек итә. Тәжрибәле етәксе үҙ бурысын яҡшы аңлаған юғары класлы белгестәрҙән торған команда туплауға өлгәшкән. Шуға ла ауыл эшсәндәренең быйылғы сәсеү кампанияһын уңышлы атҡарып сығасағына шик юҡ.

Стәрлетамаҡ районы.


Вернуться назад