Имән Ҡытайға китә...23.03.2018
Имән Ҡытайға китә...Һуңғы ваҡытта ағас эше менән булышҡан эшҡыуарҙар, сеймалды тәрән эшкәртеүҙең күпкә отошло булыуын яҡшы аңлап, күбеһе төҙөлөш материалдары етештереү юлын һайлай. Күптән түгел Сибайҙа эш башлаған “БашЭкоРесурс” йәмғиәте имән ағасынан шпон, фанера, плитә һәм панелдәр етештереүҙе яйға һалып отолмаған. Экологик яҡтан таҙа төҙөлөш ярымфабрикаттары башҡа бер ерҙә лә эшләнмәй. Сибай шпондарының даны тиҙ арала халыҡ-ара кимәлгә сығыуға өлгәште.

– Беҙ етештергән продукция Ҡытайҙа ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. Шулай уҡ немецтар һәм австриялар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Улар өсөн тауарҙың һәр миллиметры аныҡ һәм дөрөҫ булыуы шарт, шуға күрә беҙҙең эштә иғтибарлы, яуаплы булыу мотлаҡ. Шулай уҡ Рәсәйҙә лә тауарыбыҙға ҡыҙыҡһыныу арта, әммә бының өсөн эште киңәйтергә кәрәк, – ти предприятиеның генераль директоры Хәйҙәр Баҙамшин.
Ысынлап та, республикала имән эшкәрткән башҡа ойошма юҡ. Электән ныҡлығы һәм тығыҙлығы менән башҡа ағастарҙан айырылып торған имәнгә ихтыяж ҙур. Шуға күрә бында етештерелгән ағас әйберҙәр башлыса экспортҡа китә, сеймал менән проблема юҡ. Предприятиела әле 60-тан ашыу кеше эшләй, киләсәктә был һандың артыуы көтөлә. Яңы эшкә килгәндәрҙе урында уҡ белгестәр өйрәтә, артабан уларҙы һайлап, төрлө урындарға күсерәләр. Коллективта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ирҙәр ҙә эшләй, хеҙмәт хаҡы юғары һәм тотороҡло.
Предприятиеға 150 миллион һум инвестиция һалынған, бөтә ҡорамалдар ҙа сит илдән ҡайтарылған. Киләсәктә предприятие етәкселеге эште киңәйтергә һәм продукцияны үҙҙәрендә үк тулыһынса эшкәртергә уйлай. Экологик яҡтан таҙа, ныҡ һәм сифатлы имән таҡталарҙың да киләсәктә сит ил баҙарын яулауына ышаныс ҙур.

Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад