Матур ғаилә23.03.2018
Матур ғаиләТап шулай тип таныштырҙы ауыл хакимиәте башлығы Яманһаҙ ауылында йәшәүсе Рәйсә һәм Исмәғил Әбделғафаровтар менән. Ысынлап та, бер-береһен ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап торған ғаиләлә бәхет, мөхәббәт тантана итә. 1990 йылда өйләнешкән Әбделғафаровтар дүрт балаға ғүмер биргән. Әле улар ике ейәнгә һәм бер ейәнсәргә хәстәрлекле өләсәй менән олатай ҙа.

Ғаилә башлығы Исмәғил Шаһыбал улы – ошо ауыл егете. Бала саҡтан мал йәнле булыуы, малҡайҙарҙы яратыуы ветеринар һөнәрен һайлауға этәргән. Мәктәпте тамамлағас, ул Йылайыр ауыл хужалығы училищеһына уҡырға инә. Оҙаҡ йылдар совхозда мал табибы булып эшләй, хәҙер ветстанцияла ветеринар хеҙмәтен башҡара.
– Элек-электән мал табибы һөнәре ауылда иң кәрәклеһе. Кеше үҙенең ауыртҡан ерен әйтә алһа, меҫкен малҡайҙар, нисек кенә ауыртыуға ҡарамаҫтан, әйтә алмай. Шуға күрә сирҙе асыҡлау, дөрөҫ дауалау, малдың ғүмерен һаҡлап ҡалыу күп осраҡта беҙҙән тора. Малды яратмай тороп, был һөнәрҙә эшләү мөмкин түгел. Мин үҙ эшемде күңел һалып башҡарам, ниндәй ваҡытта саҡырһалар ҙа, ауылдаштарымдың йомошон һәр саҡ үтәргә тырышам, малдарын барып ҡарайым. Һуңғы йылдарҙа ҡабул ителгән ветеринария талаптары ауыл халҡы өсөн күп ҡаршылыҡтар тыуҙырһа ла, үтәргә тырышабыҙ, – ти Исмәғил Шаһыбал улы.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле. Әңгәмәсем бар яҡлап оҫта булып сыҡты. Ихатаһында үҙ ҡулдары менән эшләнгән төрлө әйберҙәр, хатта кескәйҙәр өсөн тимерҙән яһалған бәүелсәк урын алған. Урамда ҡарҙан эшләнгән тау әле лә балаларға хеҙмәт итеүҙән туҡтамаған: улар рәхәтләнеп тау шыуыуын дауам итә. Тырыш хеҙмәте өсөн Исмәғил Әбделғафаров бихисап маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Ауыл Советы депутаты булараҡ, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.
Йорт хужабикәһе Рәйсә Зиннур ҡыҙы мәктәптә эшләй, ҡул эштәренә маһир. Йәй уларҙың баҡсаһында төрлө емеш-еләк, йәшелсә мул уңыш бирә, сағыу сәскәләр күҙҙең яуын ала.
– Тормош булғас, төрлө хәлдәр була, әммә бер ваҡытта ла бер-беребеҙҙең битенән алмайбыҙ, ауыр һүҙ әйтешмәйбеҙ. Һәр саҡ бөтә мәсьәләне уртаға һалып, кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Күптәр кеүек бер-береңде ғәйепләү тигән уй юҡ, кәрәк икән, әйтәбеҙ, кәрәк икән, кәңәшләшәбеҙ. Бер-береңде ихтирам һәм хөрмәт иткәндә генә ғаиләң бәхетле була. Бигерәк тә йортта атай тәрбиәһе, атай абруйы юғары ҡуйылған. Һәр саҡ балаларыма “Атайығыҙ ни әйтер?”, “Атайығыҙҙан һорағыҙ”, тим. Беҙҙә иң һуңғы һүҙҙе атай кеше әйтеү йолаға әйләнгән. Үҙем дә иремдең ныҡлы терәген һәм яҡлауын тойоп йәшәйем, тормошомдан уңдым, – тип йылмая бәхетле ҡатын.
Өлкән ҡыҙҙары Ләйсән менән Таңсулпандың үҙ ғаиләләре бар. Улдары Илфат Өфөлә белем ала, бәләкәстәре Раушания өсөнсө класта уҡый.
Әбделғафаровтарҙың бәхетле ғаиләһе менән яҡындан танышҡас, юлдашымдың әйткән һүҙе менән килешергә була. Тәү ҡарамаҡҡа бик ябай әйтелгән “матур ғаилә” һүҙендә, ысынлап та, тотош бер ғаиләгә ҡарата тулы баһа бирелгән. Матур балалар, матур йорт, матур тәрбиә, матур аралашыу. Беҙ ҙә Яманһаҙҙың иң матур ғаиләһенә артабан да матур йәшәргә насип булыуын теләйбеҙ.
Йылайыр районы.


Вернуться назад