Көн үҙәгендә – сауҙа һәм фән23.03.2018
Республика Хөкүмәтенең сираттағы ултырышы иғтибарына 2019 – 2025 йылдарға “Башҡортостанда сауҙа үҫеше” һәм төбәк Башлығы грантына юғары квалификациялы ғилми белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән ҡарар проекттары сығарылды.

Рөстәм Хәмитов тәүҙә сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү өлкәһенең баҙар иҡти­сады шарттарында мөһим тармаҡ булып тороуын билдәләне.
– Республиканың тупланмалы бюджеты табышында ул, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һәм эшкәртеүсе сәнәғәттән ҡалышып, ете процент өлөш менән өсөнсө урынды биләй, – тине Рөстәм Зәки улы. – Тулайым төбәк продуктында сауҙа күләме – 16 процент самаһы. 26 мең сауҙа ойошмаһында 144 мең кеше хеҙмәт менән мәшғүл. Был республикала эшләгән халыҡтың 13 процентын тәшкил итә.
Документ менән Сауҙа һәм ҡулланыу­сылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова таныш­тырҙы. Программа ҡулланыусылар ба­ҙа­ры, күмәртәләп һатыу, тышҡы реклама, сауҙа үҫеше кеүек төркөмдәрҙе үҙ эсенә ала.
Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов юғары квалификациялы ғилми бел­гестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән республика Башлығы гранттары булдырылған проекттың положениеһы менән таныштырҙы.
Тәҡдим ителгән программа Рәсәйҙә фәнде үҫтереүгә этәргес биреүҙең яңы төрө булып тора. Был –− көндөҙгө бүлектәге аспиранттар һәм 35 йәшкә тиклемге фән кандидаттары өсөн асыҡ конкурс. Йыл һайын берәр миллион һумлыҡ 30 грант булдырырға тәҡдим ителә: 15 грант − аспиранттар, 15-е йәш фән кандидаттары өсөн.
– Йәш белгестәребеҙ донъялағы абруй­лы фәнни учреждениеларҙа һәм универ­ситеттарҙа уҡыу мөмкинлегенә эйә булһын өсөн 30 миллион һум аҡса йүнәлтәбеҙ. Бының һөҙөмтәһе булырына ышанам, – тине төбәк Башлығы. – 30 кеше респуб­ликабыҙ өсөн күп тә түгелдер, бәлки, ләкин әлегә етерлек. Артабан, әгәр барыһы ла һәйбәт булһа, гранттар һанын да арттырырбыҙ.
Башҡортостан етәксеһе махсус комис­сия төҙөргә, грантҡа дәғүә иткән кан­дидат­тарҙы һайлап алырға һәм тәҡдим ителгән эштәргә эксперт баһаһын бирергә ҡушты. Киләһе йылдың башында йәш ғалимдар тәүге гранттарын алырға тейеш.


Вернуться назад