Сығымдарҙы һөт менән ҡымыҙ ҡаплай25.04.2012
Сығымдарҙы һөт менән ҡымыҙ ҡаплайАлты йыл элек төҙөлгән “ЛучАгро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өсөн ҡыҙыу мәл етте — 2,5 мең гектар сәсеүлекте эшкәртеү һәм орлоҡ һалыу бурысы тора.
— Культивация эшенә Ибраһим Мәжитов менән бергә төшкәйнек. Кисә үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурысты тамамланыҡ. Әле һоло сәсә башланыҡ, — тип ашығыуын белдерҙе йәш механизаторҙарҙың береһе.
Ә бына тырма таҡҡан тракторҙарҙы йөрөтөүсе Рөстәм Төхвәтуллин менән Хөрмәт Ҡунаҡҡужинды һис туҡтатырмын тимә — үҙ эшенә мөкиббән бирелгәндәр. Хужалыҡтың ҡалған механизаторҙары бүтән эш менән мәшғүл.
Ғөмүмән, яҙғы баҫыу эштәре хаҡында был бәләкәй хужалыҡта алдан хәстәрлек күргәндәр. Ҡырҡ тонна һоло, шул тиклем үк арпа орлоғо әҙерләнгән. Механизаторҙар көнөнә бер тапҡыр ҡайнар аш менән тәьмин ителгән. Артабан уларҙы өс тапҡыр туҡландырыуға күсәсәктәр.
— Яҙғы, йәйге ҡыр эштәрен уңышлы башҡарып сығыу өсөн дәүләт ярҙамы бик ҡулай: быйыл яғыулыҡ-майлау материалдары аграрийҙарға ярҙам йөҙөнән льготалы хаҡ менән бүленде. Минең өлөшкә ул 25 тонна тура килде. Тик был барлыҡ эште лә атҡарып сығыу өсөн етерлек түгел. Әйтәйек, “ЛучАгро”ға һәммәһе 80 тонна тирәһе яғыулыҡ кәрәгәсәк. Сәсеү эштәрен тамамлағас та бесән сабыуға төшәсәкбеҙ. Мәсьәләне һөт һатыу иҫәбенә хәл итергә тура килә, — тип аңлатма бирҙе йәмғиәт етәксеһе Александр Зотов. — Тик һөттөң хаҡы бик арзан — Мәләүез һөт заводы литрын 10 һум 70 тин менән генә һатып ала. Шул уҡ ваҡытта яғыулыҡтың литры 27 һум тора.
Барлығы 34 кеше эшләгән “ЛучАгро” йәмғиәте ҡарамағында 500 баш һыйыр малы бар, шуның 190-ы — һауын һыйыры. Һөт заводына көн дә 3,7-4 процент ҡуйылығындағы 1100 килограмм һөт тапшырыла. Ҡалған мал — тана һәм башмаҡтар. Уларҙы 13 кеше тәрбиәләй. Әйткәндәй, 16 апрелдә һыйырҙарҙы тәүгә яланға алып сыҡҡандар. Утлау майҙаны йәмғеһе 840 гектар тәшкил итә, унда малды сиратлап көтәләр.
Хужалыҡта, йөк аттарынан тыш, 56 баш йылҡы малы ла бар. Изге ниәт менән яна коллектив — ҡымыҙ етештерәсәктәр. Бәләкәй өс быуаға балыҡ селбәрәләре ебәргәндәр. Шулай итеп, хужалыҡ Таҙлар һәм Луч ауылдары халҡының бер өлөшөн эш менән тәьмин иткән.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Ейәнсура районы.


Вернуться назад