Ер – фермерҙарға! Тендерһыҙ...20.03.2018
“Ер – крәҫтиәндәргә!” Был таныш саҡырыу совет осоро башында лозунг булып китһә лә, әҙәм балаһы ер эшкәртә башлағандан бирле күптәрҙе борсоп килә. “Крепостное право” тип аталған заманда ла, унан алда ла, колхоздар төҙөргә тотонғансы ла...
Ошо һүҙҙәр уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ла яңғырап, һөрөнтө ерҙәрҙе пайға бүлә башланылар. Ауыл халҡы үҙенең тәғәйен генә өлөшөнөң ҡайҙа икәнен белмәһә лә, ҡулына дөйөм майҙандан нисәмә гектар ере булғанлығы тураһында танытма алды. Уның буйынса теләгәндәргә биләмәләрен айырып алырға хоҡуҡ бирелде. Нәҡ ошо осорҙа фермерлыҡ хәрәкәте башланды: яңы хужалыҡ ойоштороусыларға процентһыҙ тиерлек миллион һумғаса ссуда, кредит бирелде, техника ҡайтарылды, 50 гектарғаса ер 49 йылға бүленде.
Ләкин был оҙаҡҡа барманы. Яйлап барыһы ҡыҫылды. Шул иҫәптән ер бүлеп биреү... тендерға ҡалды. Йәғни фермер хужалығы ойоштороусы үҙ ауылы биләмәләренән ер алыр өсөн уны бөтә Рәсәй селтәренә ҡуйып, тендерҙа еңеүсе булмаһа ғына алырға хоҡуҡлы булды. Был иһә яңғыҙ фермерға түгел, ҙур агрохолдингтар, компаниялар файҙаһына ҡулай тура килде. Һөҙөмтәлә уңдырышлы ерҙәр, тигеҙ, ҙур баҫыуҙар улар ҡулына күсә башланы, ә бәләкәйерәк майҙандарҙы ҡый баҫты, эшкәртелмәне. Шул уҡ ваҡытта фермерға ер алыу өсөн дә чиновниктар тарафынан бик күп кәртәләр, ҡаршылыҡтар тыуҙырылды.
Быларҙың барыһына ҡасандыр сик ҡуйылырға тейеш ине. Ниһайәт, күптән түгел Краснодар крайында үткән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы эшкәртеүселәренең форумында ошо мәсьәлә ҡабырғаһы менән ҡуйылды. “Беҙ элегерәк законда теркәлгәнсә фермерҙарға ер бүлеү нормаһына киренән ҡайтасаҡбыҙ. Был положениены нығытасаҡбыҙ. Шул уҡ ваҡытта тендерҙан тыш алынған ер менән хәйләләшеүгә юл ҡуймаҫлыҡ үҙгәрештәр булдырыу мөһим. Ер тик ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә генә файҙаланылырға тейеш”, – тине Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин, пленар ултырышта сығыш яһап.
Ул шулай уҡ илдең аграр өлкәһендәге уңыштарға ла туҡталды. Ә ҡаҙаныштарыбыҙ ысынлап та етерлек, телгә алырлыҡ. Мәҫәлән, бынан ике тиҫтә йыл самаһы элек кенә Рәсәй игенде күпләп сит илдән алһа, бөгөн бойҙай экспортлау буйынса тәүге урынды биләйбеҙ. Дөйөм иген культураларын һатыуға сығарыуҙа икенсе урындабыҙ. 2013 йылдан башлап ауыл хужалығы етештереүсәнлеге йыл һайын арта бара. Ә малсылыҡ продукцияһы 13 йыл рәттән үҫешә. Уҙған йылда үҫеш 2,4 процент булһа, дүрт йылда ул 3,4 процентҡа еткән. Былтыр 135,4 миллион тонна уңыш йыйылған, ә 2000 йылда уның яртыһы – 65,4 миллион тонна ғына ине.
Фермерҙарҙың эске баҙарҙағы өлөшөн алғанда ла, 17 йылда ул дүрт тапҡырға артҡан. Был – бик ҙур күрһәткес. Форумда билдәләнеүенсә, һуңғы алты йылда грант ярҙамы менән генә лә 18 мең фермер (крәҫтиән) хужалығы төҙөлгән, биш мең ғаилә малсылыҡ фермаларына ярҙам күрһәтелгән.
Башҡортостанды алғанда, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 6 мең 300 фермер иҫәпләнә. Беҙҙә лә улар етештергән ауыл хужалығы продукцияһы 2016 йылда дөйөм өлөштән 10,4 процент тәшкил итһә, уҙған йыл 12 процентҡа етте. Фермерҙар, яңы эш башлаусылар өсөн төрлө Рәсәй, республика программалары ҡабул ителгән. Былтыр бәләкәй хужалыҡтарға 407 миллион 300 мең һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ә ғаилә фермалары ойоштороуға тип 250 миллион 100 мең һум ярҙам күҙаллана.
Шуныһы ҡыуаныслы: Рәсәйҙә тотош фермерҙар класы барлыҡҡа килде. Нәҡ ошо ҡатлам артабан ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк. Әлбиттә, инфраструктураны яҡшыртыуға, социаль-көнкүреш объекттарын төҙөүгә, уларҙы тейешле кимәлдә тотоуға дәүләт ярҙамынан тыш ирешеп булмай. Шулай ҙа яңы эш урындары булдырыу күп осраҡта халыҡтың үҙенән тора. Баҙар шарттарында ошоно аңлау мөһим: хәҙер берәү ҙә, бер нимә лә килтереп бирмәйәсәк. Был йәһәттән бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа тотоноусылар, ошо йүнәлештә ҡыйыу атлаусылар, үҙ ерендә үҙҙәре шөғөлләнеп килем алыусылар ғына иртәгәһе көнгә ышаныслы бағасаҡ.