Шөкөр, ҡышты ла үткәреп киләбеҙ, ҡояш нурҙарын йомарт һибеп, яҙ етеүен белдерә, ҡыйыҡтарҙан тамсылар ҙа тама башланы. Шәхсән мин яҙ етеүен тағы бер нәмә буйынса тоям. Иғтибар итегеҙ әле: ауыл өйҙәрендә генә түгел, ҡалаларҙа күп ҡатлы йорттарҙың тәҙрә төптәрендә лә үрсетмәләр өсөн йәшниктәр күренә башланы, орлоҡ һатҡан магазиндарҙа ла сират арта. Баҡсасылар өсөн мәшәҡәтле, шул уҡ ваҡытта күңелле осор етә. “Нимәһе күңелле булһын уның, бил бөгөп эшләүҙән бушамайһың. Улай ыҙалағансы, магазинға сығып һатаһың да алаһың, хаҡы ла ҡиммәт түгел”, тип минең фекер менән килешмәүселәр ҙә булыр.Әлбиттә, хәҙер магазин кәштәләре тулы, аҡсаң булһа, йылдың ниндәй миҙгеленә ҡарамаҫтан, йәнең нимә теләй шуны һатып алып була. Тыштары ялтырап торған помидор-ҡыярҙарҙы, алма-грушаларҙы күрһәң ауыҙҙан һыуҙар ҡойолоп китә хатта.
Әммә тәүге ҡарашҡа бик ылыҡтырғыс булып күренгән диңгеҙ аръяғынан килтерелгән йәшелсә-емештең организм өсөн зарарлы икәнлеге тураһында уйламайбыҙ шул.
ГМО-лар (гендары үҙгәртелгән организм) тураһында күп яҙыла, күп һөйләнелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ни икәнен күптәр белмәй. Ул – яһалма рәүештә гендары үҙгәртелгән организм. ГМО-ға ҡарата донъяла ике төрлө ҡараш йәшәй: көнкүрешебеҙгә ныҡлап индереү яҡлы ғалимдар фекеренсә, үҫемлектәрҙе хатта хайуандарҙы генетик яҡтан үҙгәртеп, шуның менән мул уңыш алып, осһоҙ аҙыҡ етештереп кенә планета халҡын аслыҡтан йолоп ҡалып була. Был иҫбатлауҙарға ҡаршылар иҫәпләүенсә иһә, бөгөнгө ауыл хужалығында былай ҙа юғары уңыш алырға мөмкин.
Тәүҙә төрлө ген ҡушылған гибридтар үҫемлектәргә файҙалы сифаттар өҫтәр өсөн уйлап сығарылған: һалҡынға сыҙамлылыҡ, ҡоротҡостарға ҡаршы тороу, калорияны, уңышты арттырыу... Мәҫәлән, 1992 йылда Ҡытайҙа ҡоротҡос бөжәктәрҙе ҡурҡытырлыҡ тәмәке уйлап тапҡандар. Шулай ҙа ГМО-ны аҙыҡ етештереүҙә күпләп АҠШ ҡуллана башлай. 1994 йылдан алып боҙолмаусан, тыштары ялтырап торған помидорҙар барлыҡҡа килә. Колорадо ҡуңыҙы, саян гены ҡушылған бактерия һалып, бөжәктәрҙән “ҡурҡмаусы” картуф уйлап сығаралар. Һалҡынға, ҡырауға бирешмәһен өсөн томатҡа, баҡса еләгенә камбала балығы гендары булған бактерия индерәләр. Иң күп модификацияланған генлы организм тип соя, бойҙай, кукуруз, сөгөлдөр, мамыҡ, рапс, тәмәке, баҡса еләге һанала.
Кеше һаулығы өсөн зарарлы булған, аҙыҡ-түлеккә ҡушылған төрлө өҫтәмәләр бер бөгөн килеп тыуған проблема түгел. Тик хәҙер етештереү технологиялары алға киткән илдәрҙә сығарылып, Рәсәй кәштәләренә хужа булған тауарҙар уларҙы көсәйтеп, норманан әллә нисәмә тапҡыр арттырып ебәрҙе.
Эксперттар иҫәпләүенсә, бөгөн баҙарға аҙыҡ-түлеген сығарған етештереүселәрҙең туҡһан проценты һатып алыусының был тәңгәлдәге наҙанлығынан, һаулығы өсөн битарафлығынан файҙалана. Мәҫәлән, йогуртҡа еләк ҡушабыҙ тип, буятҡысты йәлләмәйҙәр, шоколадҡа соя һалалар һ.б.
Яңы аҙыҡты баҙарға сығарыр алдынан етештереүсе рекламаға аҡсаһын йәлләмәй, агрессив, көсләп тағыусы сәйәсәт үткәрә. Тауары конвейерға һалынғас инде, кешене нәҡ ошо аҙыҡтың ҡоло итер өсөн тәм көсәйткестәрен дә йәлләмәй. Шуға ла, мәҫәлән, һыуһынын ҡандырыр өсөн яһалма эсемлекте ҡулланған кеше, ярты сәғәт тә үтмәй, икенсе шешә артынан йүгерә. Ҡушымталар әҙәмде аҙыҡҡа, эсемлеккә буйһондора.
Һуңғы ваҡытта шуныһы ҡыуандыра: халыҡ яйлап тәбиғи, саф, ГМО-ларһыҙ аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә башлаған. Эксперттар раҫлауынса, хәҙер рәсәйҙәр, диңгеҙ аръяғынан килтерелгән, өсәр-дүртәр ай боҙолмаған йәшелсә, емеш-еләккә ҡарағанда, урындағы теплицаларҙа, тәбиғи шарттарҙа үҫкәнен күберәк һатып ала. Ит-һөт ризығын етештереүҙә лә үҙебеҙҙең һәүкәштәрҙекен ҡулланыу файҙалыраҡ та, отошлораҡ та икәненә инана бара халыҡ, тәү сиратта, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһында уйлай. Быларға Рәсәйгә ҡаршы ҡулланылған санкциялар ҙа булышлыҡ итте.
“Ергә эйелгән ас булмаҫ” тигән әйтем йөрөй халҡыбыҙҙа. Мин быға өҫтәп, ергә эйелгән сәләмәт була, тип тә әйтер инем. Үҙ ҡулың менән бар күңелеңде һалып үҫтергән йәшелсә, емеш-еләккә нимә етһен инде? Икенсенән, күтәренке кәйефтә саф һауала эшләп, хәрәкәт итеүҙең организмға булған файҙаһын әйтеп тораһы ла юҡ.
Ҡыҫҡаһы, “һатаһың да алаһың” тигәндәрҙе, тыштары ялтырап торған помидорҙар менән бергә осһоҙ хаҡҡа үҙегеҙгә сир-фәлән дә алып ҡуймаһағыҙ ярар ине, тип иҫкәртке килә.