Илдең именлеген хәстәрләп...02.03.2018
Республика парламентының сираттағы ултырышында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының былтырғы эшмәкәрлеге буйынса отчет тотоуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Именлек һаҡсыларының эшен нисек баһаларға була, улар заманға ярашлы үҙгәрәме, йәмғиәттең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә ниндәй ҡаршылыҡтар осрай һәм нисек хәл ителә?

Юғалтыуға ҡарағанда,
иҫкәртеү яҡшыраҡ


– Беҙҙең ойошманың былтырғы эшмә­кәр­леге Рәсәй Президенты ҡуйған бурыс­тар­ҙан һәм Эске эштәр министрлығы өсөн билдәләнгән өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙән сы­ғып алып барылды, – тине Башҡортостан бу­йынса эске эштәр министры генерал-лей­тенант Роман Деев. – Бынан тыш, хоҡуҡ һаҡ­лау буйынса координацион совет, кор­рупцияға, наркоманияға ҡаршы көрәш, бәлиғ булмағандар эше буйынса һәм башҡа комиссиялар эшендә лә беҙҙең министрлыҡ әүҙем ҡатнашты.
Тәртип һаҡлау етәксеһе республика Хөкү­мә­тенең һәм муниципаль органдарҙың хә­үеф­һеҙлекте тәьмин итеүҙә йоғонтоло ярҙам күр­һәтеүен һәм бының өсөн полицияның улар­ға рәхмәтле булыуын да әйтеп үтте. Был эшмәкәрлекте финанслау өсөн үткән йыл республика ҡаҙнаһынан 350 миллион һум бүленгән икән. Ә, дөйөм алғанда, эске эш­тәр органдарының сығымы, белеүебеҙсә, федераль ҡаҙнанан тотонола. Былтыр, мәҫәлән, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә генә лә 1,5 миллиард һум тотонолған.
Министр билдәләүенсә, халыҡтың поли­ция­ға ышанысы кәмемәй. “Быны иҫбатлау өсөн беҙҙең органдарға килгән мөрәжәғәт­тәрҙең һис аҙаймауын күрһәтеү ҙә етә, уларҙың бер өлөшөнөң хатта беҙҙең эшмә­кәрлеккә ҡағылышы ла булмай сыға, әммә барыбер ҡабул итәбеҙ”, – тине министр. Үт­кән йыл республика полицияһы 950 меңдән ашыу яҙма һәм телдән мөрәжәғәт ҡабул иткән. Эске эштәр министрлығы ай һайын предприятиелар һәм учреждениеларға барып, урындағы органдың отчетын ойоштора, енәйәтселекте иҫкәртеү маҡсатында аңлатыу эше алып бара, һәм ул былтыр ҙа әүҙем башҡарылған. Үткән йыл, Роман Викторович хәбәр итеүенсә, ошондай ултырыштар меңдән ашыу ойошмала уҙғарылған. Былтыр полиция тарафынан 12 меңдән ашыу сарала тәртип һаҡлау ойошторолған, шуларҙың утыҙ өсө – донъя кимәлендә үткәрелгәндәре.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ла эске эштәр органдарына үҙҙәре һәм һайлаусылары исеменән йыш мөрәжәғәт итә. Был да, полиция етәкселеге баһа­ла­уынса, ике аралағы хеҙмәттәшлектең ыңғай булыуын күрһәтеп тора. Былтыр депутат­тарҙан хоҡуҡ һаҡлауҙың төрлө йүнәлештәре буйынса 80 яҙма мөрәжәғәт ҡабул ителгән һәм уларҙа күрһәтелгән факттарҙың барыһы ла ентекләп өйрәнелгән, уларға ҡарата сара күрелгән йәки яуап яҙылған.
Ошондай саралар һәм башҡа әүҙем эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә былтыр енәйәт күренештәре 6,4 процентҡа кәмегән. Дөйөм хоҡуҡ боҙоуҙар араһында ауыр һәм үтә ауыр енәйәт, шул иҫәптән кеше ғүмерен ҡы­йыу өлөшө аҙайған. Ҡылынған енәйәттең мотлаҡ яза аласағы тураһындағы ҡағиҙәне йәмғиәттең аңына һеңдереү хоҡуҡ боҙоу­ҙарҙы фашларға, был эштә граждандарҙан да ярҙам алырға мөмкинлек бирә.
Әлбиттә, бер эшмәкәрлектә лә барыһы ла ал да гөл тип булмай. Министр Деев үҙ сығышында йәмәғәтселектә ҙур шау-шыу тыуҙырған енәйәттәргә һәм уларҙың ниндәй дәрәжәлә асылыуына ла туҡталып үтте. Мәҫәлән, уҙған йыл Өфөлә Әхмәтов тигән әҙәмдең ҡораллы бандаһының ҡылған енәйәте, Сибайҙа эшҡыуар Янбаеваны һәм уның ҡыҙын, шулай уҡ Ишембайҙағы бизнес вәкиле Ярковты заказ буйынса үлтереүҙәре шулар иҫәбенә инә. Был осраҡта министр ирек­мәндәрҙең ярҙамына, уларҙың күбәйе­үенә һәм гражданлыҡ яуаплылығының артыуына юғары баһа бирҙе, был әүҙемлектең артабан көсәйеүе Рәсәйҙең эске эштәр органдары өсөн ыңғай күренеш буласағын билдәләне.

Бурыстар һәм яуаплылыҡ арта

Бөгөнгө һәм киләсәктә лә дауам итәсәк ҙур бурыстар араһында полиция етәксеһе халыҡ-ара экстремистик һәм террористик ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәштең иң алғы планда булыуын билдәләне. Был йәһәттән төп иғтибар ошо эшмәкәрлекте финанс яғынан тәьмин итеү юлдарын ябыуға ҡайтып ҡала. Мәҫәлән, былтыр Татарстандың эске эштәр органдары менән берлектә беҙҙең республикалағы Октябрьский ҡалаһында йәшәгән бер кешенең яманаты сыҡҡан “Аль-Каида” селтәренең Пакистандағы террористик ойошмаһына аҡса ебәреп тороуы фашланған.
Йәштәрҙе халыҡ-ара террористик ойош­ма­ларға яллап саҡырыуҙарына кәртә ҡуйыу ҙа ҙур тырышлыҡ талап итә. Үткән йыл сентябрҙә Рәсәйҙә тыйылған Ислам дәүләте (ИГИЛ) ойошмаһына китергә йыйынған өс егеттең енәйәт эшен тикшереү тамамланған. Бының өсөн 90-дан ашыу суд экспертизаһы үткәрергә тура килгән, күп һандағы лингвис­тарҙы, дини тәғлимәтте өйрәнеүселәрҙе, компьютер белгестәрен һәм башҡа һөнәр эйәләрен йәлеп итергә мәжбүр булғандар. Интернетта раса һәм дини нәфрәт таратырға маташҡан 180 материал ябылған. Ә бөтәһе былтыр 17 экстремистик эшмәкәрлек һәм 43 террористик маташыу осрағы фашланған.
Сит илдәрҙән килгән граждандарҙың барыһы ла беҙҙең ҡануниәткә һәм тәртипкә ихтирам менән ҡарай тип булмай, ҡайһы берҙәренең аҫтыртын эш алып барыуы асыҡланыуы һәм Рәсәйҙән һөрөлөүе шуны раҫлай. Министр Рәсәй Президентын һайлау һәм халыҡ-ара футбол чемпионаты үткәреү алдынан был тәңгәлдә айырыуса уяу булырға саҡырҙы.

Енәйәттең иҡтисади нигеҙе бар

Үткән йыл республиканың тәртип һаҡлау органдары иҡтисади характерҙағы ике меңдән ашыу енәйәтте асҡан. Был хоҡуҡ боҙоуҙар төбәгебеҙгә бер миллиард һумдан артығыраҡ иҡтисади зыян килтергән икән. Социаль көсөргәнешлеккә юл ҡуймау маҡсатында үткән йыл май Хеҙмәт инспек­цияһы менән берлектә эш хаҡын һуңлатып түләгән ойошмаларҙан ялыу менән килгән­дәрҙе, шулай уҡ стипендия һәм башҡа пособиены ваҡытында ала алмағандарҙы ҡабул итеү һәм сара күреү буйынса дөйөм ҡағиҙә раҫланған. Ошондай граждандарҙы ҡабул итеү һөҙөмтәһендә үткән йыл эш хаҡын кисектереүҙең 46 осрағы тикшерелгән, уларҙың ун һигеҙе судҡа тапшырылған, ғәйепле тип табылған 11 етәксе яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Торлаҡ төҙөлөшөндә алданған өлөшсө­ләрҙе яҡлау буйынса ла маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла. Халыҡтың төҙөлөшкә йә­леп ителгән аҡсаһын урлаған ете “эшҡы­уар”ға ҡарата енәйәт эше асылған, шу­лар­ҙың берәүһе судҡа ебәрелгән дә инде. Был өлкәлә һуңғы биш йылда 37 граждан зыян күреүсе булып танылған, уларға килте­релгән зыян дүрт миллиард һумдан ашыу тәш­кил итә. Министр әйтеүенсә, ошо тик­ше­реү эшендә халыҡтан күпме аҡса йы­йыл­ғанын һәм уның ниндәй өлөшөнөң урлан­ға­нын йәки башҡа маҡсаттарға йүнәл­телгәнен асыҡлау иң ҡатмарлыһы булып тора.

Ер кемдеке?

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы тикшереүҙең ҙур ғына өлөшө ер тураһындағы ҡануниәтте күҙәтеүгә ҡайтып ҡала. Роман Деев әйтеүенсә, был ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙа иң йыш ҡатнашҡан кешеләр – етәкселәр, ул айырыуса муниципаль власть органдары башлыҡтарына йыш ҡағыла. Былтыр ғына ла, ерҙе законһыҙ хосусилаштырыуҙа ғәйепләнеп, 38 түрә яуапҡа тарттырылған, шуларҙың 36-һы ауыл хакимиәте башлығы булып тора. Өфө райо­нында, мәҫәлән, 22 гражданға ер биләмәһе биреү тураһындағы муниципаль ҡарар ҡа­нуниәткә ҡаршы килә тип табылған. Ә, дөйөм алғанда, былтыр полиция хеҙмәткәрҙәре ер тураһындағы ҡануниәтте боҙоуҙың 117 осрағын асыҡлаған. Был тәңгәлдә эске эштәр министры ергә ҡағылышлы документтарҙың дөрөҫ тултырылмауын, уларҙың йыш ҡына ысын хәлгә тура килмәүен, теркәү органдарына төп нөсхәһе тапшырылмауын һәм шул арҡала ҡануни яҡтан да уларҙың дөрөҫ булыу-булмауын иҫбатлауҙың ҡатмарлылығын ошо йүнәлештәге енәйәт өсөн уңдырышлы шарттар тип билдәләне.

Ә урман?

Ағас ҡырҡыу һәм әҙерләү эше юғары килемле тармаҡтарҙың береһе, тап шул арҡала унда енәйәт осраҡтарын йыш осратырға мөмкин. Географик яҡтан ҡарағанда, бындай хоҡуҡ боҙоуҙар, нигеҙҙә, урманға бай (майҙанының 60 проценттан ашыуын ағас үҫентеләре биләгән) төбәктәрҙә йышыраҡ күҙәтелә. Былтыр, мәҫәлән, Белорет райо­нында законһыҙ урман ҡырҡыуҙың 55 осрағы, Бөрйән районында – 54, Баймаҡ районында – 30, Әбйәлил районында – 23, Учалы райо­нында – 22, Йылайыр районында – 19, Ҡариҙел районында 13 тапҡыр теркәлгән. Ағас урлау һөҙөмтәһендә бер йылда ғына ла дәүләткә килтерелгән зыян 18 миллион һум тәшкил иткән. Был даирәлә ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеүҙә ҡайһы бер урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең үҙ эшенә яуапһыҙ ҡарауы һәм вазифаны яуыз ниәттә файҙаланыуы сәбәпсе икән.

Араҡы – гонаһлы байыу сығанағы

Эске эштәр органдары шөғөлләнгән тағы бер йүнәлеш – алкоголдең һәм спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешен иҫкәртеү, был өлкәләге енәйәт осраҡтарын фашлау. “Был күренеште бөтөрөү йәки ныҡлы кәметеүгә өлгәшеп булмай әлегә”, – тине министр. Былтыр ғына ла ялған иҫерткес эсемлек яһауҙа тотолған 80 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған. Айырым граждандарҙан һәм кибеттәрҙән законһыҙ әйләнештә булған 100 мең литрҙан ашыу иҫерткес эсемлек конфискацияланған. Шулай уҡ Өфөлә, Салауатта, Благовещенда һәм Стәрлетамаҡ районында рөхсәтһеҙ алкоголле продукция етештергән дүрт цех асыҡланған.
Бындай зыянлы тауар үҙебеҙҙә генә етештерелмәй, уны сит төбәктәрҙән килтереү ҙә дауам итә. Былтыр Дәүләт именлеге хеҙмәте һәм “Росгвардия” республикаға маркаланмаған шарап ташыған енәйәтсел төркөм тотолған, уларҙың һуңғы “сәйә­хәт”ендә генә лә хаҡы 11 миллион һум самаһы булған 32 тонна ошондай продукция тартып алынған. Ләкин министр ошо конфискатты һаҡлау өсөн урын етешмәүҙе һәм эсемлектең ялған булыу-булмауын асыҡлау өсөн тикшеренеүҙә финанс ҡытлығын был енәйәтте булдырмау эшендәге төп ҡаршылыҡ тип атаны.

Халыҡ дружинаһы
бармы хәҙер?


Совет заманында ойошторола торған халыҡ дружинаһы әле лә эшмәкәрлеген дауам итә. Әммә уның үҙ бурыстарын атҡа­рыуында хәл ителмәгән мәсьәләләр етерлек. Роман Деев аңлатыуынса, дружинниктар махсус танытмаға эйә булырға бурыслы, әммә уны әҙерләү өсөн аҡса бүленмәй, күптәр үҙ хеҙмәт хаҡына эшләтергә мәжбүр. Унан да мөһимерәк проблема – был эшмәкәрлектә матди дәртләндереү саралары күрелмәй тиерлек. Һөҙөмтәлә үткән йылда ғына ла 481 дружинник был эштә ҡатна­шыу­ҙан баш тартҡан, ә был иһә уларҙың һәр егерменсеһе тигән һүҙ. Министрлыҡ күптән түгел республика Хөкүмәтенә халыҡ дружинниктарын матди дәртләндереү тураһындағы норматив-хоҡуҡи ҡарар ҡабул итеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. “Был мәсьәләлә беҙ депутаттарҙың ярҙамына ла өмөт итәбеҙ”, – тине министр.

“Тимер аттар” ҙа тәртип боҙмаһын

Үткән йыл республикала юл-транспорт ваҡиғаларының кәмеүе күҙәтелгән. Федераль программаға ярашлы, беҙҙең республикала юл хәрәкәтен күҙәткән интеллектуаль система әүҙем файҙаланыуға индерелә, әлеге ваҡытта ошо ысулда ҡулланылған 141 стационар һәм 31 күсмә аппарат эшләй. Улар авария ихтималлығы иң ҙур булған урындарға ҡуйылған. Былтыр өҫтәмә рәүештә дөйөм хаҡы 93 миллион һум булған 25 комплекс һатып алғандар
Был йүнәлештә пассажирҙарҙы рөхсәтһеҙ ташыған автобустарҙы асыҡлау һәм уларҙың законһыҙ эшмәкәрлегенә юл ҡуймау ҙа ҙур иғтибар талап итә. Үткән йыл ошо өлкәләге ҡануниәтте боҙған ике меңдән ашыу эшҡыуар яуаплылыҡҡа тарттырылған. Бигерәк тә автобустарҙың техник торошо насар булыуы, шоферҙарҙың рейс алдынан медицина күҙәтеүен үтмәүе, маршрут картаһының фәҡәт шоферға ҡағылыуы һәм тәғәйен автобусҡа бәйле булмауы йыш осрай. Һөҙөмтәлә автобустың ҡануниәткә ярашлы файҙаланыламы-юҡмы икәнлеген асыҡлау ҙа ҡыйын. Был транспортты йөрөтөүҙә сит ил граждандарының хеҙмәтенән файҙа­ланыуҙа закон боҙоу осраҡтары ла йыш асыҡлана.
Үҙенең отчет докладында министр шулай уҡ муниципаль власть органдарында ойошторолған административ комиссия­ларҙың эшмәкәрлеген, мал урлау һәм малды рөхсәт ителмәгән урында көтөү, бәлиғ булмағандар менән эшләү һәм башҡа мәсьәләләргә лә ҡағылды.
– Былтыр беҙҙең министрлыҡтағы юғары вазифа биләгән бер нисә кеше ришүәтсе­лектә ғәйепләнеп ҡулға алынды, – тине министр, коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса дәлилдәр килтергәндә. – Был беҙҙең абруйға тап төшөрмәй ҡалмай, әлбиттә, ләкин беҙ бындай кире күренештәрҙе йәмәғәтселектән йәшерергә уйламайбыҙ ҙа, бындай енәйәтсел ғәҙәткә ҡаршы көрәш элек тә барҙы һәм артабан да ғәйепле кешеләрҙән һис ниндәй аҡланыу ҡабул итмәйәсәкбеҙ. Бер юлы кадрҙар менән эшкә лә талап арта. Хәҙер, эске эштәр органдарындағы вазифаларға тәғәйенләр алдынан, заманса психологик алымдар һәм диагностика ысулдарын ҡулланыу ҙа әүҙемләшә бара.
Сығышы тамамланғас, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Улар авто­инспек­торҙарҙың һанын ҡыҫҡартыу, халыҡ дружи­наһын ойоштороу, участка уполно­мочен­ныйҙарын торлаҡ менән тәьмин итеү, юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү, уҡыу йорттарын һаҡлау мәсьәләләренә бәйле булды.



Вернуться назад