Ышанырғамы, ышанмаҫҡамы?20.02.2018
Ышанырғамы, ышанмаҫҡамы?Тәмлетамаҡ ҡытайҙарға беҙҙең туңдырма ифрат оҡшаған. Тиҙҙән Волгоград өлкәһенән күрше илгә пломбир һәм емеш-еләк тәме ҡушып эшләнгән ун контейнерҙа туңдырма оҙатыласаҡ.

Былтыр уҡ Ҡытайға һынап ҡарау өсөн бер нисә партия туң­дыр­ма ебә­релгәйне. Пломбир шунда уҡ һа­ты­лып бөткән. Тимәк, ҡытайҙар беҙҙең продукцияны үҙ итә. Бынан һуң Рәсәй туңдыр­ма­һын уларға даими ебәреп тора­саҡ­тар. Тиҙҙән унда 64 тонна ри­зыҡ оҙатыласаҡ.
— Хәҙер Ҡытайға Волгоград плом­бирының һәм сорбетының бөтә төрө тәҡдим ителәсәк, — ти предприятие­ның генераль идара­сыһы Елена Яковлева.
Десерт ҡағыҙ стакандарға һалына. Уларҙағы этикетка ҡытай телендә яҙы­ласаҡ. Әле предприятиела эш гөрләй, ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә бик яуаплы ҡарайҙар. Цехтарҙа заманса ҡорамалдар ҡуйылған. Тәүле­генә 30 тонна тәмлекәс әҙерләйәсәк­тәр, ә минутына мең ярым тонна туңдырма хасил буласаҡ.
Әлбиттә, эште өҙлөкһөҙ дауам итеү өсөн тырышлыҡ талап ителә. Тап шуның өсөн дә предприятиела ҙур яңы келәт төҙөлгән, уның май­ҙаны — 720 квадрат метр.
Ойошмала продукцияның 250 төрө етештерелә. Былтыр, мәҫәлән, ете мил­лиард һумлыҡ аҙыҡ тейәлгән. Бының өсөн барлыҡ сеймал урын­дағы ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәренән алына. Тап шуға ла туңдырманың һәм сорбеттың сифатына дәғүәләр юҡ.
Белгестәр билдәләүенсә, былтыр экспортҡа туңдырма тейәү күләме артҡан. Ситкә бөтәһе 6,4 миллион тонна Рәсәй продукцияһы оҙатылған.


Вернуться назад