Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәүефле хәбәр белдерҙе — кешелек аҙыҡ-түлектең өстән бер өлөшө самаһын юғалта. Донъя халҡын туйҙырыу өсөн, БМО күҙаллауынса, тағы 25 – 30 йылдан ризыҡты бөгөнгөгә ҡарағанда 40 процентҡа күберәк етештерергә кәрәк буласаҡ, сөнки был ваҡытҡа Ер йөҙөндә кеше һанының
10 миллиардҡа тиклем етеүе көтөлә.Ҡытайҙа, Һиндостанда, Евросоюзда агрокомплекс өлкәһендәге юғалтыуҙарҙы кәметеү хаҡында беренсе йыл ғына һүҙ алып бармайҙар, дәүләт программалары эшләй. Үкенескә ҡаршы, Рәсәйҙә был темаға һөйләшеүгә әллә ни атлығып тормайҙар. Беҙҙә игенде йыйғанда һәм һаҡлағанда юғалтыу һигеҙ процентҡа еткәне билдәле. Әлбиттә, бер нимә лә эшләнмәй түгел. Ҡуҙғалабыҙ, әммә әкрен.
Ошо урында заманса йәшелсә һаҡлағыстар төҙөү буйынса дәүләт программаһын иҫкә төшөрөү кәрәктер. Ул 2012 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән һәм ҡеүәтте 9,2-нән 18 миллион тоннаға еткерергә мөмкинлек бирәсәк. Әйткәндәй, был аҙыҡ-түлекте оҙайлы һаҡлағанда юғалтыуҙы 18-ҙән 5-7 процентҡа тиклем кәметергә ярҙам итәсәк. Әммә был ғына аҙ. БМО иҫәпләүенсә, беҙҙең етештереүселәр, эшкәртеүселәр, һатыусылар һәм шулай уҡ бүтәндәр эҙмә-эҙлекле бөтәһе 15 процентҡа тиклем аҙыҡ-түлек сарыф итә. Былтыр дөйөм юғалтыу биш триллион һумдан ашыу тәшкил иткән. Беҙ был осраҡта аҙыҡты ғына түгел, уларҙы эшкәртеү өсөн тотонолған ресурсты, һыуҙы, энергияны, ашламаны ла әрәм-шәрәм итәбеҙ.