Ике көндә – бер бай20.02.2018
Ике көндә – бер байБылтыр донъялағы байҙарҙың мөлкәте 762 миллиард долларға үҫкән.

Планеталағы байлыҡтың 82 проценты халыҡтың бер процентына тура килә. Шулай уҡ былтыр тарихта доллар миллиардер­ҙарының иҫәбе ғәжәп күрһәткескә етеүе теркәлгән — бөгөн уларҙың һаны 2043-кә еткән. 2017 йылда ике көнгә бер миллиардер барлыҡҡа килгән.
Миллиардерҙар байлығының өстән бер өлөшө мираҫҡа ҡалған. Һуңғы 20 йылда донъяның иң бай 500 кешеһе үҙенең балаларына 5,2 триллион доллар байлыҡ өләшә. Был һан 1,3 миллиард кеше йәшәгән Һиндостандың эске тулайым продуктынан күберәк.


Вернуться назад