Икмәктәре бешә ҡабарып20.02.2018
Ике ҡатлы мөһабәт бинаның заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, иркен, яҡты икмәк цехында һәр йорт өҫтәлендә көн дә түрҙән урын алған изге ризыҡтың ағын да, ҡараһын да, бойҙай ононан да, арыштан да тарттырылғанын бешерәләр. Бында тәүлегенә биш мең дана ҡалас, шулай уҡ 30-ҙан артыҡ башҡа төр ҡамыр ризыҡтары етештерелә.
Улар Красноусолдың 15-тән ашыу сауҙа урынында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы кибеттәрендә һатыла.Теләүселәргә заказ буйынса һәр төрлө эслек менән бәлеш, сәксәк, торттар ҙа бешерәләр. Уҙған йылдың декабрь аҙағында ғына эш башлаһалар ҙа, икмәктәре халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Әсҡәт Фәйзуллин икмәк бешереү өлкәһендә яңы кеше түгел – бынан бер нисә йыл элек үҙ эшен ҡалдырғанға тиклем 12 йыл ошоноң менән шөғөлләнгән. Ҙур тәжрибә туплаған, икмәк бешереүҙең бар нескәлектәрен ентекле өйрәнгән эшҡыуар: “Бөтә серебеҙ шунда: беҙ икмәкте боронғоса, өләсәйҙәр рецебы буйынса – ҡомалаҡтан яһалған әсеткенән, икмәк бешереү технологияһынан ситкә тайпылмайынса, теүәл үтәп бешерәбеҙ. Шуға ла ул тәмле, мамыҡтай йомшаҡ булып күпереп тора, боҙолмайынса оҙаҡ һаҡлана, һаулыҡ өсөн дә файҙаһы ҙур”, — тине цех менән таныштырғанда. Әйткәндәй, бында 12 кешегә эш урыны булдырылған. Икмәкхананың технологы Рәйсә Егоровна цехтағы ҡорамалдар, бешереү технологияһы тураһында эҙмә-эҙлекле итеп һөйләп бирҙе. Бында бар эш тә механик юл менән башҡарыла – ондо тоҡтан бушатыу, иләү, махсус һауыттарҙа ҡамыр баҫыу, хатта сеймал һәм әҙер продукция беренсе ҡаттан икенсегә йөк лифты ярҙамында мендереп-төшөрөлә. Һауыттарға һалынған ҡамыр тейешле температуралағы шкафтарҙа ҡабартырға ҡуйыла. Икмәк һәм башҡа ҡамыр ризыҡтары компьютер программаһы ярҙамында ассортименттың һәр төрөнә айырым көйләнә торған ике мейестә бешерелә.
— Икмәгебеҙ башҡа етештереүселәрҙекенән айырылып торһон өсөн юғары сортлы ондан бешерелгән аҡ икмәккә “Ф” хәрефе яҙылған һауыт формалары эшләтеп алдыҡ. Алдағы көндәрҙә етештереү мөмкинлеген тағы ла киңәйтеү, кондитер цехы асыу, Красноусолда үҙ кибетебеҙҙе булдырыу уйы менән янып йәшәйбеҙ. Халыҡтың сифатлы, тәбиғи сеймалдан бешерелгән икмәккә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн башҡараһы эштәребеҙ күп әле, – тине Әсҡәт Хөснулла улы беҙҙең менән хушлашҡанда.
Һәр йорттоң табын йәменә әүерелгән тәмле “Фәйзуллин” икмәгенә ихтыяжы бар икән, тимәк, киләсәктә лә йүнселдең матур ғәмәленең уң булыуына шик юҡ.
Ғафури районы.