Сейә ҙур табыш килтерә20.02.2018
Сейә ҙур табыш килтерәБерләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарамағындағы аҙыҡ-түлек ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй сейә етештереү һәм ҡулланыу буйынса донъяла иң ҙур уңышҡа өлгәшкән илдәрҙең береһе булып билдәләнгән.
Эксперттар иҫәпләүенсә, былтыр илдә 240 мең тонна ошо татлы емеш йыйып алынған. Хәҙер беҙ был юҫыҡта йылына 150 – 290 мең тонна сейә үҫтергән Польшаны, Төркиәне, Украинаны үтеп киткәнбеҙ. Әле өс йыл элек кенә Украина Рәсәйҙе уҙғайны.
Сейә — Рәсәй өсөн айырыуса үҙенсәлекле емеш. Белгестәр уны ысын мәғәнәһендә беҙҙең культура тип иҫәпләй. Статистика буйынса, барлыҡ Европа халҡы йылына 780 мең тоннанан ашыу сейә һәм черешня, АҠШ — 170 мең тонна, Азия 700 мең тонна ошо һутлы емеш менән һыйлана. Әйткәндәй, был төбәктәрҙә сейәнең өлөшө аҙ, дөйөм күләме 20 проценттан артмай, ҡалғаны — черешня. Уны шаҡтай күп үҫтерәләр, уны нығыраҡ яраталар. Дөйөм алғанда, донъяның был өс төбәгендә файҙаланылған сейә 330 мең тоннанан ашмай. Был йәһәттән Рәсәйгә тиңләшеүсе юҡ. Белгестәр һуңғы ике йылда Рәсәйҙең сейә йыйыу буйынса ныҡ алға китеүен билдәләй. Элек уңыш башлыса әүәл ултыртылған үҫентеләрҙән алынды, әммә яңы сорттар уйлап табыуға иғтибар бирелмәне. Аллаға шөкөр, эштәр хәҙер алға китте. Былтыр ғына өр-яңы бер нисә хужалыҡ барлыҡҡа килде. Шул иҫәптән Белгород һәм Калинин өлкәләрендә, Татарстанда 50 – 100 гектар майҙанда ҙур йәшелсә баҡсалары хасил булды. Татарстанда хатта венгрҙар менән берлектәге предприятие сафҡа инде. Хужалыҡтар сейә үҫтереп кенә ҡалмай, шулай уҡ йәш үҫентеләр әҙерләү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә. Был бик тә әһәмиәтле, сөнки беҙҙең халыҡ сейә һутын бик ярата, табындарыбыҙҙың йәме ул. Сейәнең 70 проценты һут булараҡ ҡулланыла.
Ғөмүмән, сейә — килемле емеш. Беренсенән, ул черешняға ҡарағанда ла ҡыйбат. Черешняның килограмы күмәртәләп сауҙала 40—50 һум торһа, сейә 80—100 һумға етә. Икенсенән, сейә һуты әҙерләү ғәжәп табышлы шөғөл — бында рентабеллелек 200—300 процент тәшкил итә. Хатта сейә хужалығының уңышы әллә ни мул булмаһа ла, гектарынан ике-өс тонна емеш алып, 100 процентҡа тиклем файҙа алырға мөмкин, ти белгестәр. Тап шуға яңы баҡсалар булдырыу өсөн тотонолған сығымдар ике йылда уҡ үҙен аҡлай. Үҫентеләр хужалыҡ өсөн ҡыйбатҡа төшмәй, уларҙы 12-13 йылға бер тапҡыр һатып алалар. Хатта мең самаһы ағас булған бәләкәй баҡса ла ике йылда 40 тоннанан ашыу емеш бирә. Тимәк, был тармаҡ бик файҙалы, киләсәктә сейә баҡсалары артасаҡ әле.


Вернуться назад