13 февралдә Әбйәлил районында “Башнефть” компанияһының сираттағы социаль проекты — Сиҙәм урта мәктәбе төҙөкләндереүҙән һуң сафҡа инде. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкиле Рушан Сәйетов, Башҡортостан Республикаһының Социаль маҡсатлы программаһы фонды баш белгесе Татьяна Васильева һәм башҡалар ҡатнашты. Рөстәм Хәбиб улы билдәләүенсә, “Башнефть” “Роснефть” менән берлектәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә һуңғы йылдарҙа республика район һәм ҡалаларында социаль инфраструктура һәм спорт йүнәлешендә ҙур эштәр атҡарыла. 1954 йылда төҙөлгән белем усағына ошоға тиклем бер ниндәй капиталь ремонт эшләнелмәгән. Ниһайәт, 2012 йылдан алып 2017 йылға тиклем дүрт этапта төҙөлөш эштәре башҡарыла. Тәүге йылда уҡыу йортоноң стеналары ҡайтанан тигеҙләнә, ишек, тәҙрә, иҙән тулыһынса яңыларына алмаштырыла. Бер йылдан һуң мәктәптең йылытыу системаһы яңыртыла. Артабанғы этапта инклюзив белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. Әле белем усағы физик мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер, релаксация кабинеттары булдырылған. 2015 йылдың яҙынан мәктәптең төкәтмәһе ремонтланһа, артабан башланғыс мәктәп бинаһы, оҫтахана һәм мәктәп яны яңы төҫ ала. Спортты үҙ иткән Сиҙәм уҡыусылары өсөн иң шәп бүләктәрҙең береһе — өр-яңы хоккей майҙансығы. Әйткәндәй, районда спорт күрһәткестәре буйынса Сиҙәм урта мәктәбе тәүге урынды биләй. Бында спорттың бөтә төрҙәре буйынса тиерлек секциялар эшләй, уҡыусылар һәр саҡ сәләмәт тормошто үҙ итә. Ҡунаҡтарҙы бигерәк тә йылы иҙән түшәлгән хоккейсыларҙың кейенеү бүлмәһе, төрлө тренажерҙар урынлаштырылған сәләмәтлек үҙәге хайран ҡалдырҙы.
Мәктәп директоры Шәүрә Әхмәтҡужина әйтеүенсә, бөгөн бында барлығы һигеҙ ауылдан 360 уҡыусы белем ала, бөтәһе 34 педагог эшләй.
— Мәктәбебеҙҙең төп ғорурлығы — уҡыусылар. Улар төплө белем алыу менән бер рәттән спортта ла үҙҙәрен һынатмай. 15 уҡыусыбыҙ бокс буйынса республика чемпионы булһа, һигеҙе Рәсәй буйынса чемпион титулына эйә. Альберт Мәүлетдинов — ориентал спорт төрө буйынса Бөтә донъя һәм Европа чемпионы, Алина Ғибәҙәтова ошо уҡ спорт буйынса донъяның көмөш призеры. Кикбоксинг буйынса Башҡортостан Республикаһының 11 чемпионын үҫтерһәк, биш уҡыусыбыҙ Рәсәй чемпионы исемен йөрөтә. Шулай уҡ милли көрәш, волейбол, баскетбол буйынса уңыштарыбыҙ юғары. Киләсәктә хоккейсылар тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Уның өсөн бөгөн беҙҙә бөтә шарттар булдырылған. Бар талаптарға яуап биргән боҙ майҙансығын төҙөүҙә ҙур өлөш индергән “Башнефть” йәмғиәтенә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, киләсәктә беҙҙең хоккейсыларыбыҙ боҙ майҙансыҡтарын иретерлек ҙур еңеүҙәргә ирешер, — тине Шәүрә Ильяс ҡыҙы үҙ сығышында.
Өр-яңы хоккей майҙансығын тантаналы рәүештә асып, буласаҡ боҙ “батыр”ҙарына старт биреп, уйындарында сәм һәм еңеү теләп тәүге шайбаны Рөстәм Мәрҙәновҡа ташлау хоҡуғы бирелде. Был көндә Сиҙәм һәм Аһылай ауылдарының хоккей командалары үҙ-ара туғандарса матч үткәрҙе.
Мәктәп асыуҙың тантаналы өлөшө актовый залда дауам итте. Уҡыусылар ҡунаҡтарға йыр-моңдары аша үҙҙәренең рәхмәтен белдерҙе, матур һәм заманса мәктәптә яҡшы уҡырға, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫергә һүҙ бирҙе.
Белем усағына капиталь ремонтҡа “Башнефть” йәмғиәтенән бөтәһе 59,4 миллион һум аҡса бүленгән.
Әбйәлил районы.