Ерҙең ысын хужаһы14.02.2018
Ерҙең ысын хужаһыҺуңғы йылдарҙа шәхси хужалыҡтар ҙур үҫеш кисерә. Ауыл халҡы күпләп мал тоторға, етеш тормошта йәшәргә тырыша. Элекке колхоз һәм совхоздарҙың буш ятҡан ерҙәрен алып, игенселек, малсылыҡ йүнәлешендә үҙ эшен асҡан кешеләр бихисап. Республика Хөкүмәте тарафынан да был тәңгәлдә байтаҡ эштәр башҡарыла, программалар ҡабул ителә, мөмкинлектәр арта.


Хәйбулла районының Яңы Украинка ауылы фермеры Фәрит Күскилдин төбәктә күптән инде үҙен ысын ер хужаһы итеп танытҡан. Улай ғына түгел, тап уның тырыш­лығы арҡаһында ауыл яңы һулыш кисерә, үҙ ерендә йәшәргә теләгәндәр һаны арта, эшһеҙлек, эскелек күре­неш­тәре кәмей.
Ерҙең йәмен, тәмен тойған, унһыҙ йәшәй алмаҫын аңлаған, ауыл хужалығын яҡшы белгән заманса ҡарашлы Фәрит Йомабай улы үҙ эшен асып яңылышмай. Бөгөн эшҡыуар үҫемлекселек һәм малсылыҡ йүнәлешендә эшләй. Үҫем­лекселек тармағы Хәйбулла ере өсөн уңышлыларҙан һа­налмай, сөнки йыл да ҡа­батланған ҡоролоҡ ер кеше­һенең көткән өмөттәрен аҡламай, хатта ҡайһы ваҡытта сығымдарҙы ла ҡапламай. Әммә йүнсел хужа тәбиғәт шарттарына күптән күнеккән, һәр йыл үҙенә кәрәкле майҙанда иген культуралары сәсә, байтаҡ уңыш йыйып ала.
– Һуңғы йылдар бер аҙ кәйефте күтәрҙе, – ти фермер. – Уртаса уңыш йыйып алдыҡ, орлоҡ өсөн дә хәүефләнергә кәрәкмәй. Мал һанын яйлап арттырыу яғындамын, уларҙы итләтә һатыу өсөн аҫрайым.
“Ни өсөн итләтә генә?” тигән һорауға, әңгәмәсемдең үҙ яуабы: “Һөт һатыу буйынса ла эш алып барырға мөмкин, тик аҡты ҡайҙа тапшырырға? Беҙҙең ауылдан күрше Йылайыр ра­йонына йәки Ырымбур өлкә­һенә илтеү биш тин өсөн ун тинеңде сығарып һалыуға тиң. Районда һөттө алыусы ла, уны йыйыусы ла юҡ. Шуға күрә малды итләтә һатыу ғына отош­ло”, – ти ул.
Хәйер, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булыу хәйбул­лалар өсөн уңайлы: шәхси ихатала етештергән ит, һөт ризыҡтарын улар үҙҙәре үк ауылдан килеп ала, йәки хужалар Орск, Гай ҡалаһы баҙарына алып сыға.
Аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуар ауылдың социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә лә тос өлөш индерә. Тап уның башланғысы һәм тырышлығы менән Яңы Украинка халҡы “Айыҡ ауыл-2014” конкурсында ҡатнаша. Барлығы һигеҙ милләт вәкилдәре йәшәгән ауылды бергә туплау, уны сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү еңелдән түгел. Әммә үҙенең күркәм өлгөһө, сәләмәт тормошҡа әйҙәүе менән ауылдаштарының ышанысын аҡлай ул. Шулай уҡ Фәрит Күскилдин ауылда үткән бар­лыҡ кисәләр һәм байрам­дарҙың даими бағыусыһы булып тора, хатта үҙ аҡсаһына Сибай, Өфө артистарын саҡырып, ауылдаштары өсөн бушлай концерт ҡуйҙыра.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: байтаҡ йылдар фермерлыҡ эшенә тотоноуына ҡарамаҫтан, эшҡыуар ауыл хужалығын үҫтереү буйынса маҡсатлы программаларҙың береһендә лә ҡатнашмаған. “Һыу буйы ҡағыҙ тултырып, кабинет ишеген һаҡлап торорға ваҡытым юҡ”, – ти ул. Техниканы ла, малды ла, орлоғон да үҙ иҫәбенә һатып ала, банк аша ваҡытында иҫәпләшергә ярата. Бөгөн уның ихатаһында ун берәмектән ашыу техника төрө, сит ил машинаһы урын алған. Әлбиттә, орлоҡто ергә һалып ҡына мул уңышҡа өмөт итеп булмаҫын үҙ иңендә татыған Фәрит Йомабай улы әле булһа эҙләнеү өҫтөндә.

Хәйбулла районы.


Вернуться назад