Арзан, асыҡ, аныҡ булһын13.02.2018
Күптән түгел Баш­ҡортос­тандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Күп ҡатлы йорттарҙа торлаҡ өсөн түләү тәртибе” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды. Идарасы компанияларҙы сығымдарҙы маҡсатҡа ярашлы тотонмауҙа ғәйепләһәләр, улары коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙең үтә түбән кимәлдә билдәләнеүенә зарлана.


Хәҙерге ваҡытта торлаҡ хеҙмәт­тәре өсөн түләүҙең ни саҡлы булырға тейешлеге милекселәрҙең дөйөм йыйылышында хәл ителә. Әгәр ҙә фатир хужалары быны эшләмәй йәки уртаҡ фекергә килә алмай икән, түләү тәртибен муниципалитет билдәләй.
Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итеүенсә, Өфөлә бер квадрат метр торлаҡ майҙан өсөн уртаса 12-шәр һум тура килә (“РБК-Өфө” биргән мәғлүмәткә ҡарағанда – 16-24 һум). Эксперттар фекеренсә, ғәмәлдә ул 18-20 һум тәшкил итә. Тимәк, идарасы компанияларҙы тәнҡитләү йәки уларҙың зарына ышаныу өсөн аныҡ ҡына һандар ҙа юҡ.
– Идарасы компанияларҙың хеҙмәтенә түләүҙә “Торлаҡты тәртиптә тотоу” статьяһы буйынса хаҡ бик аҙ һәм бөтә сығымдарҙы ҡаплай алмай, шуға күрә был ойошмалар оҙаҡламай бөлгөнлөккә осраясағы хаҡында белдерә, – ти депутат Рөстәм Мусабиров.
– Милекселәр йыйылыштарының бик аҙы ғына тарифты күтәрергә риза була, – ти республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин. – Әлбиттә, милекселәр нимә өсөн түләгәнен белергә тейеш, ә тарифтың иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән булыуы мотлаҡ. Коммуналь ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар һыу, йылы, электр һәм башҡалар өсөн хаҡты бер нисә тапҡыр күтәрҙе, ә торлаҡты тәртиптә тотоу өсөн түләү үҙгәрмәне. Йорттар иҫкерә барған һайын, улар буйынса сығым арта, беҙгә шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк.
“Өфө ҡалаһының торлаҡ хужалығы идаралығы” муниципаль учреждениеһы етәксеһе Раил Мирхәйҙәров халыҡтың торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса бурысы ҙур булыуы тураһында һөйләне. Өфөләрҙең был бурысы әлеге көнгә 2 миллиард 600 миллион һумға еткән икән. “Намыҫһыҙ фатир хужалары арҡаһында ҡалғандар зыян күрә: аҡса етмәү сәбәпле, идарасы компаниялар йортта ремонт үткәрә һәм башҡа өҫтәмә саралар күрә алмай”, – ти Р. Мирхәйҙәров. Уның әйтеүенә ҡарағанда, фатир хужалары йортто тәртиптә тотоу өсөн түләгән сумманан идарасы компаниялар 17 проценттан алып 21 процентҡа тиклеме генә ҡала, ә рентабелле эшләү өсөн 27 проценттан алып 32 процентҡа тиклем кәрәк. Был компанияла эш хаҡы түләү өсөн генә түгел, ә төрлө ҡорамалдар, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыу өсөн дә талап ителә.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар билдәләгәнсә, был йүнәлештәге иң ҙур проблема – үҙ-ара ышаныстың булмауы. Идарасы компаниялар торлаҡ хужалары араһында аңлатыу эшен бик һирәк үткәрә, ә бит үҙҙәре үк милекселәрҙең “наҙанлығына” йыш зарланыусан. “Беҙгә торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса килгән ялыуҙарҙың 70 проценты самаһы: “Беҙ нимә өсөн түләйбеҙ һуң?” тигән һорауға ҡайтып ҡала, – ти Баш­ҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Илдар Шафиҡов. – Шуға күрә милекселәр менән идарасы компаниялар араһындағы диалог көндәлек ғәҙәткә әүерелергә тейеш”.


Вернуться назад