Ҡыҫҡаса...13.02.2018
Былтыр Башҡортостан илдең автомобиль иң күп һатылған төбәктәре иҫәбенә инде: республикала 54,5 мең яңы машина һатып алғандар, был 2016 йыл менән сағыштырғанда 24,8 процентҡа күберәк.

“Автостат” агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беҙҙең республика был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә бишенсе урынды биләй – Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан, Татарстандан һәм Краснодар крайынан ғына ҡалыша. Башҡортостанда иң популяр машина – “Лада”: үткән йыл ғинуарҙан алып ноябргә саҡлы уны 14 мең дана һатып алғандар. Күптән түгел “РБК-Өфө” яҙыуына ҡарағанда, Өфөләге иң күп һатылған модель – “Kia Rio”.
Ил буйынса алғанда, үткән йыл 1,46 миллион автомобиль һатылған. Был уҙған йылдағынан 16,3 процентҡа артығыраҡ.

* * *
Үткән йылдың яҡынса йомғағына ҡарағанда, былтыр беҙҙең республикала 32,4 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙың дөйөм майҙаны 2 460,4 мең квадрат метр тәшкил итә, йәғни был яңы майҙан Башҡортостандағы һәр кешегә 0,6 квадрат метр тура килә.

“Башҡортостанстат” хәбәр итеүенсә, торлаҡ йорттар төҙөү буйынса беҙҙең республика 2013 йылдан алып Волга буйы федераль округында беренсе урынды ала һәм Рәсәй буйынса иң алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә. Торлаҡтың өстән ике өлөшөн халыҡ үҙ аҡсаһына йәки кредит алып төҙөгән.

* * *
“Күләгәләге иҡтисад”тың өлөшөн кәметеү, унда эшләгәндәрҙе рәсми мәшғүллеккә күсереү дауам итә. Һуңғы айҙа ғына ла Башҡортостанда 510 кеше үҙенең хеҙмәт урынын ойошманың кадрҙар бүлегендә яҙҙырҙы.

Рәсми теркәлмәй эшләү хатта ҡаҙна учреждениеларында ла осрай икән. Республиканың Хеҙмәт инспекцияһы хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлегендә, мәҫәлән, алты кеше хеҙмәт кенәгәһенә яҙҙырмай ғына эшләп йөрөгән. Былтыр беҙҙең төбәктә бөтәһе 33 мең кеше эш биреүсе менән хеҙмәт килешеүе төҙөнө. Был өлкәлә ҡануниәтте иң йыш боҙған тармаҡ – төҙөлөш ойошмалары.

* * *
Бөгөнгө иҡтисадта ҡыҙыҡ бер хәл күҙәтелә: күп кеше пенсияға сыҡҡас үҙ эшен аса икән. “Urban Group” эксперттары раҫлауынса, былтыр торлаҡ булмаған биналарҙы һатып алыусыларҙың күпселеге ошо йәштәге кешеләр булған.

Һатып алыусылар күп булған урын­дарҙағы (метро, автобус туҡталыштары, вокзалдар, урам саттары) биналарҙың беренсе ҡаты иң ҙур һорау менән файҙалана. Яңы төҙөлөп бөткән күп ҡатлы торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡатындағы офистар ҙа тиҙ үк һатылып бөтә һәм һуңғы йылдарҙа уларҙың яңы хужаларының өстән бер өлөшө пенсионерҙар булды. Ә һуңғылары бик йыш бәләкәй майҙанлы итеп проектлана һәм фатир һатып алыуға ҡарағанда бер нисә тапҡырға арзаныраҡ.
Эксперттар билдәләүенсә, бындай бәләкәй биналар пенсионерға тиҙ үк тауар һәм хеҙмәтләндереү баҙарына үтеп инеү йәки ҡуртымға биреү мөмкинлеге тыуҙыра.

* * *
27 февралдән 1 мартҡа саҡлы Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы үткәреләсәк. Башҡортостан Хөкүмәте унда “Машиналар эшләү”, “Металл эшкәртеү”, “Ағас эшкәртеү” күргәҙмәләрен дә ойошторорға ҡарар итте.

Йыйындың маҡсаты – иҡтисадтың реаль өлкәһен үҫтерергә ярҙам итеү, технологик интеграцияны әүҙем­ләштереү. Форумда Рәсәйҙең сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, халыҡ-ара ойошмалар вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

* * *
Башҡортостанға ҡорт балы буйынса ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн федераль ҡаҙнанан 40 миллион һум бүленде. Ул, нигеҙҙә, балдағы ярамаған матдәләрҙе һәм антибиотиктарҙы асыҡлау буйынса лаборатория булдырыуға тотоноласаҡ.

Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеүҙең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Юрий Петров белдереүенсә, был сара балдың сифатын яҡшыртыуға һәм уны экспортҡа оҙатыуҙы арттырыуға ярҙам итәсәк. 2021 йылда Өфөлә умартасыларҙың “Апимондия” конгресы уҙғарыласағын иҫәпкә алып, идаралыҡ лаборатория өсөн тейешле ҡорамалдар алыу һәм эшкә ҡушыуҙы тиҙләтергә ниәтләй.


Вернуться назад