Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығының йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү, ҡымыҙ етештереүҙе арттырыу, ер йөҙөндәге иң сихәтле эсемлектәрҙең береһе — ҡымыҙ менән мөмкин тиклем күберәк халыҡты тәьмин итеү маҡсатында республикала байтаҡ саралар күрелә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2013 йылға тиклем ҡаралған “Һөт йылҡысылығын үҫтереү, бейә һөтө (ҡымыҙ) етештереүҙе арттырыу” программаһына ярашлы ауыл хужалығы кооперативтары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, рәсми теркәлеп эшмәкәрлек алып барған шәхси хужалар былтырғы күрһәткестәр буйынса һауылған һәр литр ҡымыҙ өсөн 14 һум самаһы дотация алды. Былтырғы йыл өсөн ҡымыҙ етештереүгә республика фондынан 21 миллион, федераль ҡаҙнанан 28,4 миллион һум аҡса бүленде. Хужалыҡтар миҫалына күсергәндә, мәҫәлән, Баҡалы районының “Дружба” ауыл хужалығы кооперативында былтыр 126 центнер ҡымыҙ етештерелгән. Улар республика дәүләт программаһы буйынса 2011 йылдың өсөнсө кварталында һауылған ҡымыҙ өсөн 243 мең 600 һум субсидия алған. Һәр йылҡыға 780 һум, өйөр өсөн бөтәһе 92 мең һум дотация тура килгән.
2012 йылдың 1 апреленә республикала барлығы 121,5 мең баш йылҡы иҫәпләнә, шуларҙың 11 процент самаһы — һауым бейәләре. Әлеге мәлдә уларҙың ҡолонлау ваҡыты тамамланып бара. Көтөүлектәрҙә үлән һутҡа тулышып, көндәр ныҡлап йылынғас, республикала “аҡ һөт, аҡ ҡымыҙ” миҙгеле башлана. Сөнки һыйыр һөтө лә, ҡымыҙ ҙа хужаларға “тере” аҡса килтерә. Уттай ҡыҙыу эш мәлендә көн дә килгән ҡулаҡсаға яғыулыҡ-майлау материалдарын да, запас частар ҙа һатып алырға мөмкин.
Йылҡысылыҡ буйынса дәүләт программаһы нисек тормошҡа ашырыла? Күптән түгел Ауыл хужалығы министрлығында республика шифаханаларын, дауаханаларҙы, балалар һаулығын һаҡлау учреждениеларын ҡымыҙ менән тәьмин итеү, ҡымыҙ менән дауалауға арналған кәңәшмә уҙғарылды. Унда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы, Башҡорт дәүләт медицина, аграр университеттары, ғилми-тикшеренеү һәм курортология институттары ғалимдары, ауыл хужалығы белгестәре, ҡымыҙ етештереүсе предприятие етәкселәре, республика шифаханалары һәм курорттарынан вәкилдәр ҡатнашты. Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин етәкселегендәге был кәңәшмә тәү ҡарамаҡҡа ябай һәм еңел шөғөл — йылҡы үрсетеү һәм ҡымыҙ етештереүҙең күп мәсьәләләрен асыҡларға ярҙам итте. Ошоға тиклем йылҡы аҫрау табышлы тармаҡ, йылҡы малы талымһыҙ, күп ашамай, йыл әйләнәһенә тиерлек тибендө йөрөй, шул уҡ ваҡытта йәйен көнөнә 5-6 мәртәбә һауҙыра, тигән ҡараш нығынды. Әммә, “һыйырҙың һөтө — телендә” тигәндәй, ҡолонло бейәләр ҙә йәй көнө һутлы болон үләненән тыш өҫтәмә ҡатнаш аҙыҡ талап итә. Ялан кәртәлә ҡышлаған аттар ҙа күп ашай. Ғөмүмән, йылҡысылыҡ, ауыл хужалығының башҡа тармаҡтары кеүек, үҫеш, инвестициялар, инновацион алымдар талап итә.
Шул йәһәттән ҡарағанда, бөгөн республиканың күпселек ҡымыҙ етештереүселәре ата-бабаларҙың боронғо алымдары менән был кәсепте алға тарта. Йәйге ҡымыҙ фермаларының матди базаһы ярлы. Барлыҡ эш тә ҡул менән башҡарыла. Бейәләрҙе һауыу, һөттө бешеү, таҙалыҡты күҙәтеү, шулай уҡ бейәләрҙең эсәр һыуы, ашаған аҙығы һәм көтөүлеге лә даими мониторинг талап итә. Һауыуҙан алып, һөттө тутыҡмай торған ҡорос мискәләрҙә бешеүгә, әҙер ҡымыҙҙы һауыттарға ҡойоуға тиклем автоматлаштырып, таҙа, донъя стандарттарына яуап биргән заманса ҡымыҙ фермалары төҙөү — көнүҙәк мәсьәлә.
Беҙҙең республикала йылҡысылыҡ, ҡымыҙ етештереү һәм уның файҙаһы тураһында уникаль хеҙмәттәр яҙылған. Һуңғы 10 йылда ҡымыҙҙың төрлө ауырыуҙарҙы дауалауҙағы, иҫкәртеүҙәге файҙаһы, уның медикаментоз дауалау менән берлектәге, бигерәк тә операцияларҙан һуң реабилитация осорондағы шифаһы тураһында 156 ғилми мәҡәлә баҫылған, 10 кандидатлыҡ, 3 докторлыҡ диссертацияһы яҡланған. Ҡымыҙҙың сихәте тураһында хәҙер тотош Ер шарында беләләр, милләттең сәләмәтлеген ҡайғыртҡан дәүләттәр ҡымыҙ менән ҡыҙыҡһына. Шуға күрә Европа, Азия илдәре яҡын киләсәктә Башҡортостан ҡымыҙына күҙ һаласаҡ. Улар ҙур инвестициялар сарыф итеп, юғары инновацион алымдар менән Башҡортостан ҡымыҙын үҙенеке итергә тырышасаҡ. Йәғни, Башҡортостанда киптерелгән бейә һөтө порошогын һатып алып, ер йөҙөндә иң сифатлы аҙыҡты етештерәсәк. Ҡымыҙҙың киләсәге саҡ башлана ғына әле. Бының өсөн Башҡортостан ғалимдары төплө нигеҙ булдырған. Ҡымыҙҙы лаборатор һәм клиник шарттарҙа һынап ҡараған белгестәр һуңғы йылдарҙа бығаса күрелмәгән асыштар яһаны. Башҡорт дәүләт университеты профессоры Наил Сөләймәнов Рәсәй һөт сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институты менән берлектә бейә һөтөн киптереү ысулын патентланы. “Йоматау” шифаханаһында был технология сафҡа индерелде. Шифахананың 146 баш һауын бейәһе бар, ял итеүселәргә көн дә 750 миллилитр шифалы эсемлек тәҡдим ителә. Бейә һөтөндә ҡатын-ҡыҙ һөтөнә бәрәбәр лактоферрин матдәһе табылған, әммә ул патент менән яҡланмаған. Профессор Наил Сөләймәнов йылҡысылыҡ, ҡымыҙ етештереү буйынса бөтөн асыштарҙы (бейә һөтө киптереү, порошок эшләү), башҡорт тоҡомло аттарҙы патентлау, һәр малды заманса чиптар менән инәүләү, тотош мәғлүмәтте Бөтөн донъя интеллектуаль милек ойошмаһының мәғлүмәт базаһына индереү яҡлы. Был эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа кәрәк, сөнки, Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инергә тора, тип билдәләне ул. Асыштарҙы патентламағанда, уларҙы төрлө юл менән сит ил аҡыл эйәләре үҙләштерәсәк. Европа, АҠШ, Көнсығыш илдәре ҡымыҙ нигеҙендә балалар, спортсылар өсөн аҙыҡ, косметика тауарҙары етештереүгә инвестициялар һала. Был маҡсатта улар Башҡортостанда етештерелгән бейә һөтө порошогын һатып алырға өмөт итә.
Үкенескә ҡаршы, ҡымыҙ етештереүселәр араһында ҡулланыусыларҙы төрлө (ҡымыҙға шәкәр, һыу өҫтәү) юлдар менән алдарға тырышыу, күберәк табыш алыу маҡсатында һыйыр һөтөнән эшләнгән эсемлекте лә “ҡымыҙ” тип һатыусылар бар икән. “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса туҡланыу гигиенаһы идаралығы эксперты Галина Купцова билдәләүенсә, тик бейә һөтөнән генә бешелгән эсемлек “ҡымыҙ” тип таныла. Бейә һөтөнән киптереп эшләнгән порошоктан яһалған эсемлек тә “ҡымыҙ” була алмай, ул “ҡымыҙ эсемлеге” тип һатыуға сығарылырға тейеш. Бөгөн республикала ҡымыҙ етештереүсе 40-ҡа яҡын эреле-ваҡлы предприятие һәм хужалыҡ санитар-гигиена шарттары буйынса сертификатка эйә. Сифат өсөн тауар етештереүселәр 237-се федераль закон буйынса яуап бирә. Әммә ҡайһы бер намыҫһыҙ эшҡыуарҙар нисек тә булһа мутлашыу яғын ҡарай. Кәңәшмәлә “Дизар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең балалар һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ҡымыҙ урынына “ҡымыҙ эсемлеге” тәҡдим итеүе асыҡланды. 2013 йылдың 1 ғинуарынан һөт һәм һөт продукттарына яңы техник регламент иғлан ителәсәк, шул саҡта сифат һынауын үтә алмаған етештереүселәр ҙур зыян күрәсәк. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙың бөлгөнлөккә төшөүе ихтимал.
Кәңәшмәлә йөкмәткеле, фәһемле сығыштар, һәр шифахана һәм курортта ниндәй күләмдә ҡымыҙ ҡулланылыуы тураһында ла мәғлүмәттәр яңғыраны. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин ҡымыҙҙың үҙҡиммәте, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының уны нисә һум менән һатып алыуы, уларҙың йылына күпме ҡымыҙ ҡулланыуы, ҡымыҙҙың путевка хаҡына нисек тәьҫир итеүе тураһында ла ентекле ҡыҙыҡһынды.
Продукция биргән йылҡысылыҡ тураһында һуңғы ғилми-ғәмәли конференция Башҡортостанда 2000 йылда уҙғарылған. Иҡтисад, менеджмент һәм маркетинг ғалимдары, йылҡысылыҡ тармағы бөгөн донъяла өр-яңы баҫҡысҡа күтәрелде, дәүләт субсидияларының күләмен арттырмайынса ла, уны тәғәйен ҡулланғанда республикала ҡымыҙ етештереүҙе һигеҙ тапҡырға арттырып була, тип иҫәпләй. Тимәк, ҡымыҙ, “хандар эсемлеге” булыуҙан туҡтап, халыҡ эсемлегенә әүерелер, тигән өмөт бар. Республикала ҡала һәм ауылдарҙың йәйге кафеларында, ял парктарында йәштәрҙең башын томалаусы һыра урынына быйыл йәй аҡ ҡымыҙ, пак ҡымыҙ, саф ҡымыҙ һатыла башлауын көтәйек.
Рәшиҙә ИШЕМБӘТОВА.