Балыҡ тотҡан туҡ булыр07.02.2018
Балыҡ тотҡан туҡ булырФәтҡуллиндарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығы тарафынан Үрге Бикҡужа ауылында бағыр үрсетеү буйынса балыҡсылыҡ фермаһы асылды.


Ғаилә ун йылдан ашыу инде малсылыҡ, ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә. Быға хәҙер яңы йүнәлеш өҫтәлде. Йүнселдәргә “Таймень” балыҡ үрсетеү йәмғиәте директоры, Мәләүез районында ошо кәсеп менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнеп, бай тәжрибә туплаған Иван Лаврентьев ярҙам иткән. Ул әле лә, кәрәк булһа, кәңәштәрен бирә, даими бәйләнештә тора.
Эшҡыуарлыҡтың яңы тармағына тотонған ғаилә башлығы Ғаяз Фәтҡуллинға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Һеҙҙең крәҫтиән (фермер) хужалығы районда киң билдәле. Күптәнге шөғөлөгөҙгә өҫтәп, ни өсөн тап балыҡ үрсетеү йүнәлешен үҫтерергә булдығыҙ? Бағырға өҫтөнлөк биреүҙең сәбәбе ниҙә?
– Тирә-яғыбыҙҙа йылғалар, быуалар күп, ә балығы аҙ. Йомағужа һыу һаҡлағысы асылғас, һыу һалҡынайҙы. Һөҙөмтәлә балыҡ күберәк өҫкө ағымда тороп ҡала, был, әлбиттә, беҙҙең халыҡ өсөн яҡшы түгел. Әмәлгә ҡалғандай, былтыр балыҡсылыҡ тураһындағы федераль ҡанунға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, был тармаҡты үҫтереү маҡсатында урманлы ерҙәрҙе файҙаланырға рөхсәт ителде. Ошоға бәйле Бөрйән һәм Белорет райондарында агротуризм буйынса үткәрелгән уҡыуҙарҙа ҡатнаштыҡ. Үҙебеҙҙә балыҡ етештереп һатыу маҡсатын ҡуйҙыҡ.
Ә ни өсөн тап бағырҙы һайланыҡ һуң? Ул, башҡаларҙан айырмалы, ҡышҡыһын да үҫә, йоҡоға китмәй, таҙа һәм кислородҡа бай һыуҙы ярата.
– Эште башлап ебәреү нисек булды?
– Рөхсәт ҡағыҙҙары алынғас, ноябрҙә экскаватор менән һыу инеү урынын ҡаҙҙырҙыҡ, торбалар, понтондар һалдыҡ. Декабрҙә барыһы ла әҙер ине. Тәүге үрсем балыҡтарын Мәләүездән һатып алдыҡ. Быйыл йәй уларҙы һатыуға сығарырға мөмкин буласаҡ. Балыҡ­тарҙы үҙебеҙҙә етештерелгән махсус аҙыҡ менән туҡландырабыҙ, һыу температураһын, кислород күләмен контролдә тотабыҙ.
Маҡсат ҙур: киләсәктә ошо урында ял биләмәһе йәйелдерергә, тирмәләр ҡуйырға, башҡа уңайлыҡтар булдырырға теләйбеҙ. Бағырҙы яҡындағы ҡала-райондарҙың туҡланыу ойошмаларына ла тәҡдим итеү ниәте бар.

Күгәрсен районы.


Вернуться назад