Бер үк уйлап ҡуймағыҙ, былар кредит картаһын тарата тип. Уны хәҙер теләгән һәр кемгә бирәләр. Ҡайһы саҡта көсләп тә тотторалар. Тәҡдим иткәстәр алабыҙ инде, файҙаһы тейеүе бар тип, уның кәрәкмәүенә ҡарамайынса кеҫәгә һалып ҡуябыҙ. Әммә “кәрәге тейер” тигән ниәт менән алған картаның зыяны тейер тип уйлап та бирмәйбеҙ. Һәр бишенсе Рәсәй кешеһе иң кәмендә бер кредит картаһына эйә. Ил буйынса был һан 21 процентҡа тиң. Шуларҙың 79 проценты уны ваҡыт-ваҡыт файҙаланып тора. 2013 йылдан халыҡ бының менән ныҡ мауыҡһа, һуңғы ике йылда граждандар бындай аҙымдан бер аҙ тыйылған.
Карта нимәһе менән хәүефле? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер кешеләр үҙ мөмкинлеген тейешенсә баһалап етмәй. Халыҡтың 26 проценты ғына бурысты ҡайтармау енәйәт икәнен аңлай. Шул уҡ ваҡытта 38 процент кредитты бер аҙ тотҡарлау ҡурҡыныс түгел тип иҫәпләй, ә 48 процент иһә түләүҙе талап итеп килгән хаттарҙы алып, ризаһыҙлыҡ белдерә. Карта хужаларының 45 проценты уны үҙ теләге менән алған. Уның менән файҙаланмаһалар ҙа, 36 процент – кәрәк булыр, ә 29 процент ҙур әйбер алғанда файҙаһы тейер, тигән уй менән эш иткән.
Бер яҡтан ҡарағанда, халыҡта кредит картаһының күп булыуы ыңғай күренеш, иҡтисад үҫешенә лә яҡшы тәьҫир итә – ҡулланыусылар ихтыяжын арттыра. Әммә тотона белмәһәң, карта ҡурҡыныс ҡоралға әйләнә. Беренсенән, әле халыҡтың финанс белеме һәм менталитеты етерлек үҫешмәгән. Икенсенән, күпселектең килеме түбән, шулай ҙа самаһыҙ тотона, йәғни юрғанына ҡарап аяҡ һуҙмай.
Милли банктың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенән белдереүҙәренсә, иҫәп һәм кредит картаһы биреү буйынса төбәк Рәсәй буйынса етенсе урында тора. Тәүге урында Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары, Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Свердловск һәм Төмән өлкәләре, Татарстан Республикаһы.
Былтыр республикала 6,601 миллиондан ашыу банк картаһы бирелгән. Был һәр гражданға 1,62 берәмек тура килеүен күрһәтә. Ә дөйөм алғанда, төбәктә биш меңдән ашыу банкомат, 48,4 мең самаһы электрон терминал эшләй. Үткән йылдың туғыҙ айында банк карталарын файҙаланып, 172 051, 6 миллион һум аҡса тотонғандар йәки тауар, төрлө хеҙмәттәр өсөн иҫәпләшкәндәр.