Шарттар үҙгәрерме?06.02.2018
Шарттар үҙгәрерме?Халыҡта ихтыяж менән файҙаланған ташламалы автокредитлау программаһы төҙәтмәләр индереүҙе талап итә, тип иҫәпләй банкирҙар. Атап әйткәндә, кредиттың 2015 – 2017 йылдарҙа 36 айҙан да күберәк булмаған ваҡытҡа бирелеүенә ҡәнәғәт түгелдәр. Ваҡытҡа бәйле сикләүҙәр һөҙөмтәһендә бындай кредит программаһын үҙгәртеү мөмкин түгел. Дәүләт программаһына ярашлы финанслау шарттарын үҙгәртеү банктар өсөн зыянлы, ә бурыслылар өсөн – йырып сыҡҡыһыҙ.


Рәсәй банктары ассоциацияһы ошо хәлде көйләүҙе һорап, илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуровҡа ҡарар проектына төҙәтмәләр индереү тәҡдиме менән хат яҙған. Унда: “Кредит килешеүен ваҡыт менән сикләү түләүҙәрҙең айлыҡ дәүмәлен арттыра. Документта ваҡытты оҙайтыу йәки үҙгәртеү мөмкинлеге бирелмәгән. Бурыслының матди хәле ауырлашҡанда, ул кредит ваҡытын оҙайтып, түләүҙе кәметә алмай”, – тиелә.
Ошо йылдарҙа ташламалы кредиттан файҙаланып, бер миллиондан ашыу кеше автомобилле булған. Дәүләт программаһына ярашлы, хаҡы 2015 йылда – бер, 2016 йылда – 1,15, былтыр 1,45 миллион һумға тиклем булған транспорт сараһы һатып алыу рөхсәт ителгән.
Клиент бурысын түләй алмай башлаһа, реструктуризациялау мөмкинлеге булмау сәбәпле, банктар автомобилде һатыу кеүек һуңғы сиккә барырға мәжбүр. Әгәр ҙә ҡарарға үҙгәрештәр индерелһә, ике яҡ килешеп, кредит ваҡытын һәм процент күләмен үҙгәртә аласаҡ. Шуныһы да бар: кредит килешеүендәге үҙгәрештәргә бәйле, субсидия түләнмәйәсәк.
Илдең эре банктары, был хәлде төҙәтмәләр индермәйенсә лә хәл итергә мөмкин, тип иҫәпләй. “Дәүләт программаһы банкка ла, клиентҡа ла килешеүҙе үҙгәртергә ҡамасауламай. Әгәр ҙә бурыслы процент ставкаһы компенсацияһы төрөндәге ярҙамдан баш тартырға әҙер икән, ул кредит ваҡытын оҙайтып, айлыҡ түләү күләмен кәметә ала”, – тиҙәр ВТБ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
Был шарттар банк өсөн уңайлы булһа ла, халыҡҡа еңеллек килтермәй, сөнки ташламалы кредиттан файҙаланыу туҡтатыласаҡ һәм процент та артасаҡ. Тимәк, автомобиль өсөн тағы ла күберәк аҡса түләргә тура киләсәк.
Үҙәк банк мәғлүмәттәре буйынса, былтырғы йылдың өсөнсө кварталында автомобиль кредиты 13,7 процент менән тәҡдим ителгән. Әгәр ҙә ташламалы кредиттан файҙаланһаң, ете процентҡа тура килә. Әгәр ҙә түләү ваҡытын оҙайтам тиһәң, банктар кредитты йылына 16,6 процент менән ҡайтанан иҫәпләйәсәк. Былай ҙа матди яҡтан ауыр хәлдәге кеше уны түләй алырмы, тигән һорау тыуа. Ошо шарттарҙы иҫәпкә алһаҡ, банктарҙың министрлыҡҡа яҙған хаты урынлы.


Вернуться назад