Былтыр “Рәсәй почтаһы” йыл һөҙөмтәләре буйынса хат корреспонденциялары баҙарында – 90, посылкалар баҙарында 62-нән 67 процентҡа тиклем тауарҙы ташыуға булышлыҡ иткән. Шул иҫәптән посылкаларҙы 23 процентҡа күберәк эшкәрткәндәр – 365 миллион берәмек. Был иһә тәүлегенә уртаса бер миллионға яҡын посылка почта хеҙмәткәрҙәре ҡулынан үткән тигәнде аңлата.Почта өсөн иң ҡыҙыу эш мәле ноябрь – декабрь айҙарына тура килә. Керемдең һигеҙ процентҡа артыуына бәйле, төп етештереү эшселәренең хеҙмәт хаҡын дүрт процентҡа арттырғандар.
Быйыл да почта бәйләнеше бүлексәләрен төҙөкләндереү дауам итәсәк. Йәғни өс меңгә яҡын бүлексә яңыртыласаҡ, был былтырғыға ҡарағанда өс тапҡырға күп.
Бүлексәләрҙәге бизнес-процестарҙы һанлы форматҡа күсереү буйынса ла эш дауам итәсәк. Һаҡсыл етештереү технологияларын индереүҙе планлаштыралар. Үҙгәрештәр почта бүлексәләрендә халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.
Логистика инфраструктураһын үҫтереүгә иғтибар арта. Сентябрҙән “Внуково-2” логистик проектын сафҡа индерергә йыйыналар. Яңылыҡ шуныһы менән үҙенсәлекле – электрон коммерция баҙарында ҡатнашҡандарға уникаль хеҙмәт төрө тәҡдим итмәкселәр, йәғни келәттә һаҡлау, тауарҙы төрөү, сортҡа айырыу, ҡулланыусыға алып барып еткереү кеүек туранан-тура хеҙмәтләндереүҙе. Шулай итеп, Мәскәү өлкәһендә фулфилмент тип аталған баҙар барлыҡҡа киләсәк. Рәсәйҙә әлегә бындай хеҙмәт юҡ.