Эшҡыуар, тырыш ҡына...06.02.2018
Илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында яңы саралар планын әҙерләгән. Уға ярашлы, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген теркәүҙе ябайлаштырыу өсөн
PostBox Office системаһын индерергә тәҡдим ителә. Ул әле теркәлгәндә мотлаҡ талап ителгән юридик адресты банктағы почта йәшнигенә алмаштырыу мөмкинлеген тыуҙыра.


Бөгөнгө талаптар юридик адресты ҡуртымға алыу “баҙары”н тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Мәскәүҙә был “хеҙмәт” 20 – 50 мең һумға төшә. Йәшерен эшмә­кәр­леккә һалым хеҙмәте лә ҡаршы тора алмай. “Эшҡыуарҙың иҫәп асыуына кредит ойошмаларын йәлеп итеүҙе ҙур ҡеүәт итеп күрәбеҙ”, – ти илдең иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин.
Икенсе проект “Нуль өсөн старт” тип атала. Ул да эш асыуҙы еңеләйтеүҙе күҙ уңында тота. Министрлыҡ ойошманы электрон рәүештә теркәгәндәргә дәүләт пошлинаһын кәметергә тәҡдим итә. Киләсәктә предприятиены теркәү иғәнә­һе­нең дә бөтөрөлөүе ихтимал. Эшҡыуар­ҙар иҫәп асҡан саҡта алынған банк комиссияһы түләүҙәрен дә бөтөрөү яғындалар.
Һөйөнөслө тағы бер яңылыҡ бар: бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн 6,5 процент ставкаһы буйынса ташламалы кредит программаһы ғәмәлгә инде. Ун биш банкка ошо программала ҡатнашыу хоҡуғы бирелгән. Февралдән йүнсел­дәргә кредит бирә башлаясаҡтар.
Министрлыҡ үҙ эшен асҡан кешеләр­ҙең белемен камиллаштырыу һәм махсус хеҙмәттәр булдырыу платформаһын үҫтереү йүнәлешендә. Ошо маҡсатта “бер тәҙрә” принцибын бойомға ашырып, онлайн киңлектә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа белем алыу, банктар менән эшләү, дәүләт хеҙмәте күрһәтеү кеүек йүнәлеш­тәрҙә ярҙам итәсәктәр. Әле белем платформаһы эш башланы, ҡалғандары яйлап сафҡа индереләсәк. Ошо програм­маға ярашлы, ситтән тороп теркәлеү һәм банкта иҫәп асыу мөмкинлеге лә булдырыла.


Вернуться назад