Тула перәниге менән башҡорт балы берегерме?02.02.2018
Тула перәниге менән башҡорт балы берегерме?Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең уңышы идара итеүҙе дөрөҫ ойоштороуға, продукция һәм тауар маркаһын баҙарҙа яҡшы һатыуға бәйле. Шуға ла бөгөн тауарҙың бар ерҙә лә танылған сауҙа маркаһын булдырыуға өлгәшкәндәр уңышҡа ҡаҙана.


Хәҙер Рәсәйҙә маркетинг эшмәкәр­легендә “бренд” һүҙе йыш ҡулланыла. “Бренд” инглиз теленән ингән һәм тамға, келәймә тигәнде аңлата. Ул бизнестың иң көслө ҡоралдарының береһе. Был төшөнсә тауар, айырым һатыусының йәки төркөмдөң хеҙмәтен билдәләү, конкуренттарҙан айырмаһын күрһәтеү маҡсатында булдырылған билдә, символ йәки дизайнер ҡарарын сағылдыра.
Республикала ла һуңғы йылдарҙа ошо йүнәлештә әүҙем эш алып барыла. Ошо маҡсатта иң танылған, төбәк ерлегенә бәйле булған милли продукцияны таратыуға айырым иғтибар бүленә. Бренд булдырабыҙ тип, билдәле белгестәрҙе йәлеп иткән эшҡыуарҙар, етәкселәр бар. Республикала туризмды үҫтерәбеҙ, тирә-яҡҡа данын таратабыҙ тиһәләр, әлбиттә, үҙебеҙҙә етештерелгән әйберҙәрҙең брендын булдырыу мөһим.
Был йәһәттән республикала бренд маркаһы өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Яңыраҡ Өфөлә ошо маҡсатта Башҡортостан, Тула һәм Силәбе эшҡыуарҙарының “Тула перәниге Башҡорт балы менән” тигән брендты булдырыуға арналған бизнес-осрашыуҙа ла һүҙ ошо хаҡта барҙы.
“Беҙҙең бында килеүебеҙҙең маҡса­ты – бал менән тәьмин итеүселәрҙе, башҡорт балы менән сығарылған тула перәниген һата алған потенциаль партнерҙарҙы табыу. Тула перәниге кеүек үк, башҡорт балы ла – гастрономия бренды. Был – баҙарға яңы аҙыҡ сығарыу. Ике брендты берләштереп, тауарҙы һатып алыу мөмкинлеген дә көсәйтәбеҙ. Ике гастрономик бренд ҡушылған, бер-береһен көсәйткән осраҡтар әлегә беҙҙең илдә юҡ”, – тип белдерҙе Тулалағы кондитер фабрикаларының береһенең коммерция директоры Ольга Петрова.
Тула перәниге менән башҡорт балы берегерме?Презентация сараһында Башҡорт­остан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Ғәлин ҡатнашты.
– Тула перәниге – супербренд, бөтә ерҙә лә билдәле. Бөгөнгө осрашыу ике брендты – тула перәниге һәм башҡорт балын алға әйҙәүсе берҙәм эшкә ҙур старт бирә, тип ышанам. Әйҙәгеҙ, бергә эшләйек, – тине ул.
Тула ҡунаҡтары эш сәфәре барышында һатып алыусыларға башҡорт балы ҡушып эшләнгән перәниктәрҙе ҡулланыусыларҙың нисек ҡабул итеүен дә өйрәнергә килгән. Әгәр ҙә ҡулланыусыға оҡшаһа, төбәктәге сауҙа селтәрҙәре, туризм үҫешкән урындар аша һатыуға сығарыу эшен көйләргә ниәтләнә. Етештереү йәһәтенән беҙҙә тотҡарлыҡтар булмаясаҡ, тип вәғәҙә итә тула кондитерҙары.
Тула перәнигенең даны тирә-яҡҡа таралған. Тулаға килгән ҡунаҡтар ҙа, туристар ҙа, хеҙмәттән һуң тыуған яҡтарына ҡайтҡан һалдаттар ҙа күстәнәскә тула перәниген алып ҡайтырға тырыша. Сувенир булараҡ та ҙур һорау менән ҡулланылған аҙыҡҡа башҡорт балы ҡушып, Башҡортостан баҙарына сығарыу һәм ике брендты уңышлы файҙаланыу яғында Тула йүнселдәре. Ҡунаҡтар белдереүенсә, башҡорт балы, үҙҙәренеке менән сағыштырғанда, сифаты һәм тәме яғынан да өҫтөн тора. Шуға ла ошо ике тауарҙың берләшеүе уңышҡа илтәсәк, тип ышана улар. Ошондай перәниктәр етештереү маҡсатында, улар күпләп һәм өҙлөкһөҙ бал менән тәьмин итеү буйынса килешеүҙәр төҙөргә лә әҙер.
Эйе, бөгөн ниндәйҙер етештереү линияһы йә цех асыу әллә ни ауырлыҡ та тыуҙырмай, әммә продукция һатыу ауыр, сөнки көнәркәшлек көслө. Тула перәнигенең даны быуаттар буйы нығынған һәм таралған, шуға ла улар ата-бабалар йолаһын, ысулын һаҡлап ҡалыуға, сифатҡа айырыуса иғтибар бирә. Ә инде танылыу алған тауар, үҙегеҙ аңлайһығыҙ, еңел һатыла. Уларҙың сауҙа селтәрҙәре лә үҫешкән, тауарының тышҡы күренешенә лә, төрөү материалдарына ла ҙур иғтибар бирелә. Башҡортостанда ла был тауар башҡорт балы менән еңел һатылыр, тигән ышаныс белдерә улар.
Сарала эшҡыуарҙарҙы сувенир һәм ябай перәниктәрҙең һаҡлау ваҡыты ҡы­ҙыҡһындырҙы. Тауарҙы ҡулланыу ваҡы­ты алты айға тиклем, бал иһә, тәбиғи консервант булараҡ, кондитер изделие­һы­ның һаҡлау ваҡытын оҙайтыуға булышлыҡ итәсәк, ти етештереүселәр.
Тула йүнселдәре башҡорт балы ҡушылған һәм республика гербы һүрәте төшөрөлөп етештерелгән перәникте, логотибын күрһәтте. “ДИНӘ бал ҡорто” (пчелка ДИНА) логотибы һәр тауарға ҡуйыласаҡ. Башҡортостандан алынған яҡшы бал иҫәбенә перәниктең хаҡы артыуы ла ихтимал, ти етештереүселәр.
Бик ҡыҙыҡлы тәҡдим, тик ”Тула перәниге Башҡорт балы менән” тигән яҙыуҙа “башҡорт балы” һүҙҙәрен “Тула перәниге” яҙыуы менән бер күләмдә итеп үҙгәртергә ине, тигән тәҡдим яһаны яңы тауар менән танышырға килгәндәр.
Сара “таҙа аҙыҡ һатып алыусыһын табасаҡ” тигән уртаҡ фекер менән тамамланды.


Вернуться назад