Эшкә тотон. Ярҙам итерҙәр…30.01.2018
Эшкә тотон. Ярҙам итерҙәр…Барлыҡ ҙур эштәр шау-шыуһыҙ, һәүетемсә генә башҡарыла. Бигерәк тә ауыл хужалығына ҡағылғанда. Көндәлек мәшәҡәттәр, алда торған маҡсаттар ауыл кешеһендә “тел сарлау”ға урын ҡалдырмай. Иртән тора ла көн ауышҡансы үҙ эше менән була. Шәхси ярҙамсыл хужалығын алып барғандар ҙа, үҙ-үҙенә эш табып, алдарына алғандарын тормошҡа ашырыу­сылар ҙа шулай. Улар тик үҙ көсөнә генә ышанып өйрәнгән. Һүҙем ана шул үҙҙәренә, яҡындарына эш урындары булдырып, маҡсаттарына табан яйлап, ләкин ышаныслы атлаусылар тураһында. Дөрөҫөрәге…


Нисек кенә булмаһын, аграр өлкәнең ысынбарлығы шул: фермерға, хәйер, ҙур хужалыҡтарға ла эшен ныҡлы, етди, өҙлөкһөҙ алып барыр өсөн ярҙамһыҙ ҡыйыныраҡҡа тура килә. Әйтергә кәрәк, бөгөн хөкүмәт кимәлендә был тәңгәлдә ҙур эштәр башҡарыла. Һүҙҙәр нигеҙһеҙ булмаһын өсөн бер аҙ һандарға күҙ һалайыҡ. Бөгөн Башҡортостанда рәсми рәүештә 6 мең 300-ҙән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпләнә. Шуныһын билдәләргә кәрәк, уларҙа етештереү күләме йыл һайын арта. Мәҫәлән, 2016 йылда республикала етештерелгән дөйөм ауыл хужалығы продукцияһының 10,4 процентын тәшкил иткән булһа, уҙған йыл 12 процентҡа еткән. Ярҙам тигәндән, бында һүҙ субсидия түләүҙәрҙе, сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплатыуҙы ғына күҙ уңында тотмайым. Һис сер түгел, бөгөн ауыл хужалығында эшләүселәрҙең йәше олоғая бара. Шуға ла үҙ эшен яңы башлаусыларға ярҙам төп мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Был йәһәттән республикала алып барылған төрлө грант программаларын телгә алырға кәрәктер. Улар бик һөҙөмтәле. Мәҫәлән, 2017 йылда грант алыусы, үҙ эшен башлап ҡына тороусы фермерҙар 229 баш һыйыр малы, 45 баш йылҡы, 8 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған.
Тағы бер программа тураһында әйтке килә – ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү. Ошо маҡсатта 2012 – 2017 йылдар эсендә 724 миллион 259 мең һум аҡса бүленгән. Был ваҡыт эсендә 218 фермерға ғаилә малсылыҡ фермаһы ойоштороу өсөн грант бирелгән. Шул иҫәптән уҙған йыл 37 фермер 207 миллион 608 мең һум аҡса алған.
Быйыл иһә бәләкәй хужалыҡтар алып барыу өсөн дөйөм алғанда 407 миллион 300 мең һум ҡарала. Шул иҫәптән фер­мер­лыҡ юлына яңы аяҡҡа баҫыусыларға 57 миллион 300 мең һум бүленәсәк. Ә ғаилә малсылыҡ фермаларын алып барыусыларға, ойоштороусыларға 250 миллион 100 мең һум күләмендә ярҙам буласаҡ.
Былар – Башҡортостан Ауыл хужа­лығы министрлығы килтергән һандар. Ә программалар, әйтергә кәрәк, яҡшы программалар ысынлап та етерлек. Эйе, ауыл хужалығында эш ауыр. Хәйер, ул ҡайҙа ла еңел түгел. Тик шуныһы ла бар: бында тиҙ һәм ҡапыл ғына тейешенсә килем алып булмай. Уның ҡарауы, бер ныҡлы нигеҙ һалдың икән – ышаныслы. Аҙыҡ-түлекһеҙ, һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк, сифатлы аҙыҡ-түлекһеҙ мөмкин түгел. Унан һуң, фермерҙар ғына башҡара, етештерә торған тармаҡтар етерлек. Әйтәйек, традицион һаналған малсылыҡ, игенселекте ҙур хужалыҡтар ҙа уңышлы алып барһа, баҡсасылыҡ бәләкәй хужалыҡтарға ҡулай. Ҡыҫҡаһы, “эш юҡ”, “колхозда шулай ине” тигән заманалар күптән үтте. Иртәгә яҡшы йәшәр өсөн бөгөн шәхсән үҙемә нимәгәлер тотонорға кәрәк, тигәндәре етте…


Вернуться назад