Бешмә һаҡ булырға өйрәтә30.01.2018
Былтыр Туймазы һәм Бүздәк райондарында таралған бешмә сире халыҡ өсөн оло бәләгә әүерелде. Афәттең эҙемтәләрен бөтөрөү барышында 1,7 мең баш мал, нигеҙҙә, һыйыр, кәзә, һарыҡ юҡ ителде. Ауыҙың бер бешһә, һалҡынды ла өрөп ҡабаһың, тиҙәр. Киләсәктә был ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн республика Хөкүмәте саралар планын раҫланы. Тап шул маҡсаттан 2019 йылдың аҙағына тиклем төбәктәге барлыҡ мал-тыуарҙы иҫәпкә алыу һәм идентификациялау бурысы ҡуйылған.
Бөгөн был юҫыҡта 18 йүнәлештә эш алып барыу ҡаралған. Ауыл хужалы­ғындағы малдарҙы хәреф һәм һандар ярҙамында идентификациялау, был мәғлүмәттәрҙе берҙәм федераль реестрға индереү – шуның береһе. Хәҙер һыйырға, атҡа, кәзә-һарыҡ һәм бүтән йорт хайуандарына махсус биркалар ҡуйыласаҡ. Көтөүҙе күҙәтеүгә алыуҙы ойоштороу, идентифика­циялан­маған­дарын күҙ уңынан ысҡындырмауға, Ҡорбан байрамы мәлендә оло юлда постар һәм рейдтар булдырыуға, мал табиптарының белемен камил­лаштырыуға етди иғтибар биреләсәк.
Башҡортостандың Ветеринария идаралығының бүлек начальнигы Руслан Байҡаев әйтеүенсә, бөгөн республикала малға бирка ҡуйыу башланған. Ә бешмә теркәлгән Туймазы, Шаран, Бәләбәй райондарындағы хужалыҡтарҙа, шәхси ихаталарҙағы мал идентификацияланған. Бүздәктә лә эш тамамлана.
Әлегә малдарҙы иҫәпкә алыу ирекле булһа ла, бөгөн Ауыл хужалығы министр­лығында махсус бойороҡ әҙерләнә. Ул апрель айында үҙ көсөнә инһә, тамғалау мотлаҡ тип ҡабул ителәсәк.


Вернуться назад