Улар беҙгә артыҡ түгел30.01.2018
Улар беҙгә артыҡ түгелМигранттар... Уларҙы киң илебеҙҙең ҡайһы төбәгендә генә осратмаҫһың. Төрлө урындарҙа эшләйҙәр. Төҙөлөштә, сауҙала... Урам саттарында мөйөш һайын асҡыстарҙы ла улар хәстәрләй. Аяҡ кейемен йүнәтергә кәрәк булһа да әлеге лә баяғы Үзбәкстандан килгән ҡунаҡтар янына йүгерәбеҙ.


Сер түгел: мигранттарҙы күргән һайын бәғзе берәүҙәр, бөтә ерҙә ситтән килгәндәр, үҙебеҙҙекеләргә хеҙмәт урыны юҡ, тип ризаһыҙлыҡ белдерһә лә, күпселегебеҙ улар башҡарған шөғөлгә атлығып тормай. Икенселәр эшһеҙ ятһа ята, ундай ҡара эшкә мәңге бараһы юҡ. “Биш йыл буйы шуның өсөн уҡымағанмын әле” тип уйлай ул. Өсөнсөләре бик теләп атҡарыр ине лә, ҡулынан килмәй. Мәҫәлән, ташсы булып эшләү, аяҡ кейемдәре йүнәтеү өсөн дә таһыллыҡ, тәжрибә, түҙемлек кәрәк. Әйтергә кәрәк, бөгөн подъездарыбыҙҙы ла әлеге лә баяғы элекке СССР дәүләтенән килгәндәр таҙарта. Туймазы, Шаран райондарындағы теплицаларҙа ла мигранттар ялланып помидор, ҡыяр үҫтерә. Күптән түгел Туймазынан бер фермер менән һөйләшкәндә ул үҙебеҙҙекеләрҙең эшкә атлығып тормауҙары, шуға ла үзбәктәрҙе яллауы хаҡында һөйләне.
– Бөгөн Үзбәкстанда эшһеҙлек хөкөм һөрә, хеҙмәт хаҡы аҙ. Эшһөйәр үзбәктәр тырышып тир түгә. Әлдә улар бар әле. Бер ҡараһаң, улар менән эшләүе рәхәт. Эсмәйҙәр, бурыстарына яуаплы ҡарайҙар. Беҙҙекеләр тәүге эш хаҡы алғансы йөрөй ҙә ғәйеп була, унан ҡыҙыу мәлдә кеше эҙләп бер булаһың, тигәйне ул.
Эйе, белгестәр әйтеүенсә, ҡасандыр артыҡ кеүек тойолған мигранттар бөгөн Рәсәйҙең барлыҡ тармағында тиерлек үҙҙәренең кәрәклеген һиҙҙертә. Мәҫәлән, 2017 йылдың тәүге ярты йыллығында рәсми рөхсәт алған мигранттар алты йыл элек булған күренешкә тиңләшкән. Хәҙер улар халыҡтың тәбиғи кәмеүен тулыһынса ҡаплауҙан туҡтаны. “Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, тәүге ярты йылда ситтән килгәндәр юғалтыуҙың ни бары 85,7 процентын тултырған. Шулай итеп, беҙгә килеүселәр кәмей, ә киткәндәрҙең һаны арта. Украинанан да мигранттар булмаһа, һөҙөмтәләр 2010 йылғы күрһәткескә лә етмәҫ ине. Мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, Евразия иҡтисади союзынан килгән мигранттар тулыландырған эшселәр ресурсы (унда Рәсәйҙән тыш, Беларусь Республикаһы, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әрмәнстан инә) 2016 йылда уҡ бөткән. Тажикстандан, Үзбәкстандан килеүселәр һаны шулай уҡ кәмегән һәм көрсөккә тиклемге кимәлдән төшкән.
Миграция кәмеүҙең төп сәбәбе – арзан эшсе ҡулдар баҙарына ишелгән иҡтисади көрсөк. Иҫәпкә ингән мигранттар һаны өстән бер өлөшкә, ә рөхсәт бирелгәндәр иҫәбе яртылаш самаһы кәмегән. Рәсәйҙән БДБ илдәренә сығарылған аҡса күләме лә һиҙелерлек кәмеп, 35,1 процент тәшкил иткән. 2014 йылға тиклем эшсе мигранттың уртаса хеҙмәт хаҡы 25 – 30 мең һум тәшкил иткән. Был сумманың яртыһын улар, долларға әйләндереп, тыуған яғына ебәргән. Хәҙер иң күбеһе 200 доллар күләмендәге аҡса күсереүҙән мәғәнә юҡ. Күп мигранттарҙың тыуған илдәрендә валютала кредиты бар. Һумдың бөгөнгө хәле менән был бурысты түләү мөмкин түгел.
Һумдың арзанайыуы һәм уға бәйле табыштың түбәнәйеүе гастарбайтер­ҙарҙы башҡа илдәрҙә эш эҙләргә мәжбүр итә. Эксперттар уларҙың бер өлөшө Беларусь һәм Ҡаҙағстан тарафтарына китеүе ихтимал тип билдәләй. Әйт­кәндәй, күптәр был илдәрҙән килгәйне. Рәсәйҙә, мәҫәлән, ярты миллиондан ашыу Ҡаҙағстан кешеһе эшләй. Улар эш мигранттары тип иҫәпләнмәй. Ҡаҙаҡтарҙың дөйөм хеҙмәт баҙарындағы статусы рәсәйҙәрҙекенә һәм беларус­тарҙыҡына тиңләнгән. Хәҙер был кешеләр тыуған илдәренә ҡайтасаҡ, әммә унда ла эш урындары көтөп тора тип әйтеп булмай. Рәсәй йыл һайын 10 миллиондан ашыу гастарбайтерҙы ҡабул итә. Әгәр уларҙың күпселеге кире Ҡырғыҙстанға, Әрмәнстанға, Тажик­станға, Молдавияға, Украинаға ҡайта башлаһа, йәнә эшсе көстәрҙең ҡытлығы килеп тыуыуы ихтимал.
Әлбиттә, гастарбайтерҙарҙы Рәсәйҙән кире ҡайтырға илдәге ҡатмарлы иҡтисади хәл генә мәжбүр итмәй. Уның башҡа сәбәптәре лә бар. Бөгөн эшкә урынлашыу ҡатмарлыҡтары, патент, ирекле медицина страховкаһы полисы һатып алыу, шулай уҡ урыҫ теленән һәм тарихтан имтихан биреү мәшәҡәттәре лә булышлыҡ итә. Нимә генә тимә, был ығы-зығы шаҡтай сығым талап итә һәм 20 – 30 мең һумға барып баҫа. Тап шуға ла мигранттарҙы күберәк йәлеп итеү һәм уларҙы арттырыу өсөн ҡайһы бер белгестәр Рәсәйгә уҡырға килгән барлыҡ йәштәрҙе лә үҙебеҙҙә ҡалдырыу хәстәрлеген күрергә кәрәк, тигән ҡарашта. Бының өсөн гражданлыҡ алыу шарттарын еңелләштереү мөһим.
Рәсәйгә килгән ҡасаҡтар иҫәбе лә кәмей. Мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн илдә Украинанан килгән 2,6 миллион кеше бар. Уларҙың ике миллионы эшкә яраҡлы йәштә. Әммә әлегә был ресурсты Рәсәй файҙалана белмәй. Уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, ҡасаҡ исемен рәсмиләштереү, ваҡытлыса йәшәп тороу кеүек мәшәҡәттәр олоғара бәләгә әүерелгән. Урта Азия мигранттарынан Украина ҡасаҡтары шаҡтай айырыла. Араларында беҙҙең илдә кәрәкле, тәжрибәле, дипломлы белгестәр, инженерҙар бар. Улар хеҙмәт баҙарындағы бушлыҡты тултырырға булышлыҡ итәсәк. Украинанан килгәндәрҙе урыҫ теленән имтихандан, әгәр улар йәмәғәт туҡланыуы урынында, балалар баҡсаларында эшләмәй икән, медицина тикшеренеүенән дә азат итергә, хоҡуҡтарын Рәсәй халҡының эшселәренекенә тиңләргә кәрәклеген билдәләй.
Рәсәй халҡының күпләп кәмеүен иҫәпкә алһаҡ, эксперттар билдәләүенсә, илдә эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ арта барасаҡ. Әммә йәш белгестәргә ҡытлыҡты тултырыр мөмкинлек юҡ әлегә. Хеҙмәт баҙарына йәш быуын 15 – 20 йылдан һуң ғына сығасаҡ, ә демографик көрсөк 2030 йылдан да алданыраҡ көтөлә. Ошоларҙы хәтергә төшөрһәк, мигранттар етди демографик ресурс булараҡ ҡабул ителә. Шулай ҙа был юҫыҡта ҡараштар төрлөсә. Берәүҙәр мигранттарға ҙур өмөт бағлаһа, икенселәр һағайып ҡарай. Мәҫәлән, төрлө енәйәт ҡылыуҙарҙың артыуы, терроризм хәүефе... “Шулай ҙа бында шик-шөбһәгә артыҡ иғтибар итергә ярамайҙыр. Нимә генә тимәйек, мигранттарҙың ыңғай файҙаһы күп буласаҡ. 2009 йылға тиклем беҙҙең халыҡ артманы. Шулай ҙа миграция тәбиғи кәмеүҙең өстән ике өлөшөн ҡаплап килде”, – ти демография буйынса эш алып барған Анатолий Вишневский.
Әйткәндәй, йыш ҡына Рәсәйгә юғары квалификациялы мигранттар кәрәк, тигән фекерҙе ишетергә тура килә. Дөрөҫ, бындай белгестәр бөтә ерҙә лә кәрәк. Тап шуға ла бөгөн Америкаға “аҡыллы мейеләр” күпләп китә, хатта Европа халҡы ла. Әммә бер ҡасан да дөйөм миграция тик белемле, тәжрибәле белгестәрҙән генә тормаған.


Вернуться назад