Иғтибар үҙәгендә — көнүҙәк мәсьәләләр26.01.2018
Пленар ултырыш Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы етәксеһенең учреждениеның былтырғы эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәтен тыңлауҙан башланды. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ошо рәүешле былтыр башлаған төбәктәге территориаль федераль власть органдары эшен тикшереү йолаһын дауам итте.

Парламент Рәйесе Константин Толкачев, ведомство етәксеһе менән депутаттарҙың осрашыуына аңлатма биреп, парламентарийҙар былтыр көҙ Туймазы һәм Бүздәк райондарында теркәлгән бешмә сире темаһына әйләнеп ҡайтырға ниәтләй, тип белдергәйне.
— Ваҡиға әкренләп онотола бара. Шулай ҙа беҙ был мәсьәләне контролдә тотабыҙ. Ғәйеплеләргә йоғонто яһау саралары, бындай хәлдәргә юл ҡуймауға йүнәлтелгән иҫкәртеү эше дауам итә, сөнки улар ҙур матди зыян килтерә, абруйҙы төшөрә.
Ултырыштың көн тәртибенә шулай уҡ административ хоҡуҡ боҙоуҙар өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыу менән бәйле бер нисә закон проекты индерелде. Шуларҙың береһе Башҡортостан Республикаһының Террорсылыҡҡа ҡаршы комиссияһы ҡарарын үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ билдәләүҙе күҙаллай. Константан Толкачев, закон проектына аңлатма биреп, террорсылыҡты иҫкәртеү эшенең әһәмиәтен билдәләне.
— Бөтә донъяла, шул иҫәптән беҙҙең илдә лә, был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирелә. Әммә республика террорсылыҡҡа ҡаршы комиссияһы ҡарарҙарын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ билдәләнмәгәнгә күрә ҡарарҙар ҡуйылған маҡсатҡа ҡайһы саҡта өлгәшә алманы. Хәҙер хәл тамырынан үҙгәрергә тейеш, — тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе.
Ултырышта һалым ҡануниәтен камиллашты­рыуға бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Улар иҫәбендә “Уйын бизнесына һалым тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 2-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында”ғы закон проекты ла бар. Проект процессинг үҙәктәренә, тотализаторҙар һәм букмекер контораларының ставкалар ҡабул итеү пункттарына һалымды икеләтә арттырыуҙы, шулай уҡ ошо өлкәләге яңы һалым һалыу объекттары — тотализаторҙар һәм букмекер конторалары интерактив ставкаларының процессинг үҙәктәре өсөн 3 миллион һумлыҡ максималь һалым ставкаһын билдәләүҙе күҙ уңында тота.
Депутаттарҙың һалым ҡануниәтенә бәйле тағы ла бер башланғысы физик берәмектәрҙең мөлкәтенә һалым буйынса пеня иҫәпләү ваҡытын ярты йылға кисектерергә тәҡдим итә. Был тәҡдим “Физик берәмектәрҙең мөлкәтенә һалым буйынса недоимкаға пеня иҫәпләй башлау датаһын билдәләү тураһында”ғы Закон проектында ҡарала.
Пленар ултырышта шулай уҡ федераль закон проекттары һәм мировой судьялар вазифаларына кандидаттар тикшерелде.


Вернуться назад