Һарыҡсылыҡҡа ихтыяж бармы?26.01.2018
Һарыҡсылыҡҡа ихтыяж бармы?Хәйбулла районында һарыҡсылыҡ тармағы ҡайтанан үҫеш кисерә. Ҡасандыр гөрләп торған һарыҡ фермалары уҡ булмаһа ла, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында был йүнәлештә йылдам эш алып барыла. Малсылыҡтың табышлы тармағы һаналған һарыҡсылыҡ ауыл кешеһе өсөн ят түгел, шуға күрә был кәсепте үҙ итеүселәр эштең ауырлығын, табышлы йәки табышһыҙ булыуын күптән инде үҙ елкәһендә татыған йәки эш рәтен белә. Вәлит ауылы эшҡыуары Рафаил Баймөхәмәтов – ауылда ғына түгел, хатта районда тәүгеләрҙән булып фермерлыҡ эшенә тотоноусыларҙың береһе.

2001 йылда ул, “ана бөтәм, бына юҡҡа сығам” тип торған “Хәйбулла” совхозынан айырылып, 30 гектар ерҙә иген сәсергә тәүәккәллек итә. Иҫке ЮМЗ тракторы менән совхоздың төрлө эшендә ярҙам­лаша, эш хаҡына етәкселек уның игенен сәсә, урып-йыйып бирә. Тәүҙә ауылдаштары эшҡыуарҙың башлаған эшенә бер аҙ шикләнеберәк ҡараһа, артабан уның алдан күреп эш итеүенә һоҡланыуҙарын йәшермәй.
Бөгөн фермерҙың 200 гектарҙан ашыу сәсеү майҙаны, 100 бесәнлек урыны бар. Малсылыҡ йүнәлешендә үҙ эшен киңәйтеү маҡсатында 2012 йылда “Крәҫтиән хужа­лыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһында ҡат­нашып, 600 мең һумлыҡ грант алыуға өлгәшә. Һарыҡсылыҡ тармағында үҙ көсөн һынап ҡарау өсөн дәүләт ярҙамы аҡсаһына 50 баш “Романов” тоҡомло һарыҡтар һа­тып ала. Ситтән килтерелгән мал төбәктең ҡырыҫ тәбиғәтенә ҡаршы тора алмай, климатты үҙ итмәй. Шунлыҡтан ҙур юғал­тыу­ҙарға дусар була. Етмәһә, һарыҡтар алыу өсөн үҙҙәренең йыйған аҡсаһын да сығарып һалырға тура килә. Әммә алдына ҡуйылған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға, ҡайтанан һарыҡтар һатып алырға, аҡрынлап техникаһын яңыртырға үҙендә көс таба Рафаил Мәхмүтйән улы.
– Ул саҡтарҙы иҫләһәм, әле лә баштарым әйләнеп китә, – тип хәтерләй эш­ҡыуар. – Ярай әле ғаиләлә мине аңлаған ҡатыным бар, уға рәхмәтлемен. Ауыр саҡта бер һүҙ әйтмәй, ихлас ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша, һынау артынан яҡтылыҡ­тың килеренә ышандыра, миңә көс һәм дәрт бирә.
Әле ул саҡтағы ауырлыҡтарҙың барыһы ла артта ҡалған тиергә мөмкин. Бөгөн хужаның 200-ләп баш ҡуйы ялан кәртәлә йәйрәп йөрөй. Беҙҙең килеү һарыҡтарҙың бәрәсләү осорона тап килгәнлектән, уларҙың күбеһе айырым кәртәләрҙә, яңы бәрәсләгән һарыҡтар йылы һәм яҡты ҡурала урынлаштырылғайны. “Мин хужамын” тип йөрөгән тәкәләрҙең дәрә­жәһе икеләтә күтәрелгән, ахыры, уларға махсус тәрбиә ҡаралған. Йыл һайын 100-ҙән ашыу бәрәс алына. Яҙҙан алып көҙгә тиклем ҡуйҙар, ауыл көтөүенән айырмалы, махсус көтөүлектәрҙә йөрөй. Был осорҙа ваҡытлыса эшселәр йәлеп ителә, шулай уҡ ҡатыны Рәмзилә Рәфҡәт ҡыҙы менән улдары ла ярҙамлаша.
Уңған хужа ауыл ситендәге элекке ферма бинаһын алып, уға ремонт эшләгән, малды әлегә шунда тота. Уны үҙенә һатып алыу, ерҙе рәсмиләштереү өсөн документтар әҙер, тик ҡанундар менән ны­ғытырға ғына кәрәк. Барыһы ла әҙер булғас, Рафаил Баймөхәмәтов ташландыҡ бинаны заманса талаптарға яраҡлаш­тырып, ремонтлап алырға уйлай. “Артабан һарыҡсылыҡты киңәйтергә иҫәп бар. Табышлы тармаҡ, тик тырышырға кәрәк”, – ти ул. Һарыҡтарға бигерәк тә Ҡорбан байрамы алдынан һорау ҙур, йәй көнө шашлыҡ өсөн һатып алыусылар күп. Хужалар үҙҙәре итен һатырға баҙарға алып сыға, өйҙән килеп алыусылар етәрлек. Һарыҡ йөнөн Сибайҙан быйма эшкәртеү цехынан килограмын 10 һумға һатып алып, уның хаҡына йылы һәм йомшаҡ быймалар менән иҫәпләшһәләр, ә бына инде тиреһен алыусы ла, һораусы ла юҡ,ти.
Был төбәк малсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы, яландары киң, һыуы бар. Бына шундай иркен ерҙә көтөү-көтөү ҡуй үрсетеп, әллә күпме һыйыр мөңрәтеп, рәхәтләнеп йәшәй Баймөхәмәтовтар. Уңғандар ауыл ерендә лә гөрләтеп, муллыҡта һәм байлыҡта донъя ҡора. Тик дәрт һәм теләк кенә булһын. Иң мөһиме – ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа, ти Рафаил Баймөхәмәтов.


Вернуться назад