Көллөһө бар ауыл ерендә. Эшһеҙлеккә һылтанып эскелеккә һабышҡан буйҙаҡ егеттәр ауыл күркен боҙоп йөрөһә, бына тигән йорт күтәреп, мал-тыуар үрсетеп, башҡаларға өлгө булырлыҡ йүнселдәр ҙә байтаҡ.
Ҡалтасы районының Оло Туғанай ауылында йәшәүсе Егор Зәйнетдинов — нәҡ шундайҙарҙың береһе. Атанан күргән — уҡ юнған, тиҙәр. Егорҙың атаһы Камитдин ағай биш улын да кескәйҙән эшкә күнектерҙе, баҡсасылыҡ серҙәренә өйрәтте. Ул дәүерҙә күпләп мал тоторға рөхсәт булмаһа ла, ишле ғаиләнең өс һауын һыйыры, хатта бер аты бар ине. Әйткәндәй, элек йәштәрҙең күбеһе мәктәпте тамамлау менән ҡалаға һыпыртыу яғын ҡараһа, Камитдин ағайҙың биш улы ла ауылда ҡалды, йорт күтәреп ғаилә ҡорҙо. Кинйә улы Егор ҙа һөнәргә эйә булыу ниәте менән Кушнаренко ауыл хужалығы техникумына уҡырға инде. Уҡыу йортон гел “бишле” билдәләренә тамамлаған егетте туған колхозында ҡолас йәйеп ҡаршыланылар. Өс йыл эшләгәс, ауылдың Гөлнара исемле һылыуына өйләнеп, күмәк көс менән йорт та төҙөп ҡуйҙылар. Күңел түҙәме һуң — кескәйҙән хеҙмәттә сыныҡҡан Егор, тиҙҙән ике һыйыр һатып алды, йорт янындағы баҡсаны киңәйтеп ебәрҙе. Күмәк хужалыҡтар ҡаҡшай башлаған заман ине ул осорҙа, эшһеҙлек янағас, аптырап тормай, Түлде урта мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә төшә. Шул һөнәр буйынса ситтән тороп уҡырға инде, ләкин үҙенән һис ҡәнәғәт түгел ине Егор, шәхси хужалығын киңәйтеү, күпләп мал үрсетеү уйы менән янды. Тик ҡайҙан аҡса табырға? Кредит юллап, банкка йүгерҙе. Юлы уңманы — эш хаҡың бәләкәй тип күңелен ҡырып сығарҙылар. Юғалып ҡалманы — тирә-йүндәге ташландыҡ баҡсаларҙы эшкәртеп, картуф, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, һарымһаҡ, һуған сәсеп ебәрҙе, ерҙе мул ашланы. Ҡатыны Гөлнара ярҙамлашмаһа, көҙ тос уңыш ала алыр инеме икән? Тырышҡан — тапҡан, тиҙәр. Ысынлап та, түккән тир бушҡа китмәне, йыйылған аҡсаға яңы булмаһа ла йөк машинаһы алдылар, йәшелсәне Яңауыл, Нефтекама баҙарына алып барып һатыу мөмкинлеге тыуҙы. Йылдар уҙа торҙо, тынғыһыҙ хеҙмәт үҙенең мул емештәрен дә бирҙе. Бөгөн Оло Туғанай ауылында Зәйнетдиновтарҙың хужалығы иң күләмлеләрҙән һанала. Шәхси хужалыҡта һигеҙ һыйыр, алтмыш баш һарыҡ, йөҙҙән ашыу тауыҡ бар. Машинаһын да яңыртты, шуға күрә ит, һөт, эремсек, йомортҡа, йәшелсә менән Өфөгә, Нефтекамаға аҙыҡ-түлек йәрминкәһенә йыш бара. Зәйнетдиновтарҙың үҙ һатып алыусылары ла бар. Ситтән ярҙам һорамай улар, улдары Эмиль, ҡыҙҙары Регина, Диана үҫеп еткәс, күмәк көс менән эшләп, һәр нәмәгә өлгөрәләр.
— Шуныһы борсоуға һала, — ти Егор, — тирә-йүндә мал көтөрлөк урын тар, бесәнлектәр аҙ. Шуға күрә ҡышҡы осорға ситтән бесән, һалам юлларға мәжбүрбеҙ...
Булдыҡлы уңыр, булдыҡһыҙ туңыр, тиҙәр. Зәйнетдиновтарҙың ныҡышмалы хеҙмәтенә, йүнселлегенә һоҡлана ауылдаштары. Егор үҙе лә һәр кемгә ихлас ярҙам итергә әҙер.
Марат МОРАТОВ.
Ҡалтасы районы.