Байыған һайын...23.01.2018
Донъяның иң бай кешеләре 2017 йылда үҙ килемен дүрт тапҡырға арттырған һәм, дөйөм алғанда, бер триллион долларға еткергән. Ер шарындағы иң хәлле кеше ошоға саҡлы Билл Гейтс булһа, хәҙер ул икенсе урында ҡалды.


Ә тәүге урынға, “Bloomberg Billionaires Index” агентлығы раҫ­лауынса, Джеф Безос сыҡ­ҡан – ул былтыр ғына 34,2 мил­лиард доллар аҡса эшлә­гән һәм хәҙер байлығы 99,6 миллиард доллар тип иҫәп­лә­нә. “Фейсбук”ка нигеҙ һалыу­сы­ларҙың береһе Марк Цукерберг бер йыл эсендә 22,6 миллиард доллар аҡса эшләп ал­ған, йәғни уның үҫеше 45 процент тәшкил иткән. Әйткән­дәй, ул күптән түгел бер көн (!) эсендә өс миллиард долларын юғалтты. Юҡ, байҙар өсөн был ҙур сумма түгел.
Иң хәлле биш кеше исем­легенә ингән Безос, Гейтс, Баффет, Ортега һәм Цукерберг­тың байлығы дөйөм алғанда Бөйөк Брита­нияның тулайым эске продукты­ның алтынан бер өлөшөнә етә.
Былтырғы эшмәкәрлек буйынса 440 миллиардер үҙ килемен арттыра алған. Шулар­ҙың 159-ы АҠШ-ҡа тура килә, улар бергә­лә­шеп алғанда 315 миллиард дол­ларлыҡ табыш алған. Ҡытай мил­лиардерҙары – 38 кеше. Улар был­тыр 177 миллиард доллар аҡса эшлә­гән.
“Billionaires UBS/PwC” агент­лығы хәбәр ите­үенсә, донъяла бөгөн 1 542 миллиардер бар икән. Байлыҡ буйынса тигеҙһеҙлек иҫ киткес: бөтә донъя байлығының ярты­һы – иң бай бер процент кеше­нең ҡулын­да.


Вернуться назад