Оҫтаға ихтыяж ҙур23.01.2018
Теләһә ниндәй алға киткән илдең иҡтисади ҡеүәтен предприятиелар һәм эшселәр һаны йәки ер аҫтындағы тәбиғи байлыҡ күләме түгел, хеҙмәт етештереүсәнлеге хәл итә. Ошо йүнәлештә алға китеш бармы?
Элегерәк һәр предприятиеға ҙур план бирә торғайнылар, сөнки предприятиелар дәүләттеке һәм уларға Дәүләт планлаштырыу комитеты идара итә. Йыл һайын план ҙурая бара. Уны үтәү өсөн коллектив хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү юлдарын эҙләргә мәжбүр. Дөрөҫ, план артынан ҡыуып, сифатҡа зыян килгән осраҡтар ҙа булды. Беҙҙең продукция сит илдең тышынан уҡ ялтырап һәм һатып алыусыны ылыҡтырып торған тауары менән ярыша алмай ине. Ни өсөн уларҙыҡы күркәмерәк тә, сифатлыраҡ та һуң?
Был хәлдең сәбәбе билдәле: күләм яғынан бөтә ихтыяжды ҡәнәғәтләндерерлек хәлгә еткәс, Көнбайыш сәнәғәте үҙ продукцияһын һатыу проблемаһына барып юлыға. Тимәк, кемдең тауары сифатлыраҡ, шуныҡын ғына аласаҡтар. Икенсе төрлө әйткәндә, ҡайһы фирма күберәк, яҡшыраҡ эшләй, шул ғына ҙур табышҡа өмөт итә ала. Хеҙмәт етештереүсәнлеге – берәмек ваҡыт эсендә (әйтәйек, бер сәғәттә) етештерелгән продукция. Ул артҡан һайын тауарҙың үҙҡиммәте лә түбәнәйә (башҡа шарттар үҙгәрешһеҙ ҡалғанда). Сит илдәрҙәге предприятиеларҙың үҙе эшләп сығарған әйбергә хаҡты төшөрә, беҙҙең тауарҙарҙы конкуренцияла еңел генә еңә алыуы ла уларҙа хеҙмәт етештереүсәнлегенең юғары булыуы менән аңлатыла.
Ни өсөн ул беҙҙә тиҫтәләрсә йыл буйы бик аҡрын үҫте һуң? Төп сәбәп – эштең һуңғы һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһыныу булмауы. Яманаты сыҡҡан “тигеҙләү” күренеше бындай стимулдың эҙен дә ҡалдырманы. Предприятиелар етәкселеге лә ҙур табыш алыуға ынтылып торманы – бөтә килемде барыбер министрлыҡ үҙенә аласаҡ. Эш урындарын заманса яңыртыуға, етештереүсәнлерәк ҡорамалдар ҡуйыуға аҡсаны ла үҙәк кенә бирә.
Республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухиндың былтырғы йыл аҙағындағы сығышынан күренеүенсә, быйыл Башҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу бурысы ҡуйыла. Бының өсөн төп шарт – юғары етештереүсәнле эш урыны асыу йәки булғандарын заманса шарттарға ярашлы үҙгәртеү. Шундай ҙур күрһәткескә өлгәшеү министрлыҡтар яғынан ғына түгел, эш биреүселәр тарафынан да үҙ-ара килешелгән ҙур тырышлыҡ талап итәсәк.
Эйе, был осраҡта заводтар етәкселегенең ҡыҙыҡһыныусанлығы ла кәрәк. Ә бит ундай миҫалдар беҙҙә бар. Өфө агрегат етештереү берекмәһенең һуңғы йылдарҙа дәүләт программаһы ярҙамы менән ҡорамалдарын һәм технологияларын заманса яңыртыуы продукцияның сифатына ғына түгел, ә етештереүсәнлеккә лә ыңғай йоғонто яһаны. Элек оборона сәнәғәтенә ҡараған бындай заводтарҙа эшселәрҙең оҫталыҡ кимәле башҡа тармаҡтар менән сағыштырғанда юғарыраҡ булды, сөнки ил именлеге өсөн яһалған техник әйберҙәр сифатһыҙ була алмай ине. Уларҙа оҫталыҡты камиллаштырыу өсөн дәүләт аҡсаһын йәлләмәне, эш хаҡын юғарыраҡ ҡуйҙы. Ә бына хеҙмәт етештереүсәнлегенә килгәндә, хәл башҡасараҡ: оборона заказын үтәү зарурлығы хәрби ихтыяждан тыш булған – кибеттәргә сығарырлыҡ халыҡ ҡулланыуы тауарҙарын күберәк эшләп сығарыу маҡсатын ҡуймай ине. Ә Рәсәйҙәге оборона продукцияһының сифаты бөтә донъяға билдәле. Тик был төр тауарға ҡарата хеҙмәт етештереүсәнлеге төшөнсәһен ҡулланыу бигүк дөрөҫ булып бөтмәҫ, сөнки ракеталарҙы йәки хәрби самолеттарҙы күберәк эшләп сығарыу маҡсаты ҡуйылмай бит, уларҙың һанын дәүләт заказы ғына билдәләй.
Ҡорамалдарҙы яңыртыу һәм эш урындарын камилыраҡ итеү хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыра икәнен иҫбатлап күрһәткән предприятиелар араһында “НефАЗ”, “Буринтех” һәм башҡа коллективтар ҙа бар. Өфөләге “Уралтехнострой” корпорацияһы эш урындарын ҡулайлаштырыу, файҙаһыҙ сығымдарҙы кәметеү иҫәбенә хеҙмәт етештереүсәнлеген байтаҡҡа күтәреүгә өлгәште. Һөҙөмтәлә был коллективта эшселәрҙең хеҙмәт хаҡы ла артты, башҡа предприятиеларға күсеп китеүселәр һаны ике тапҡырға тиерлек кәмене. Тимәк, хатта хәҙерге ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа ла был йәһәттән ыңғай үҙгәрешкә ирешеүселәр бар.
Етештереүсәнлектең артыуы, тәбиғи, эшсенең оҫталығына, яңыртылып торған ҡорамалды тиҙ арала үҙләштереү һәләтенә бәйле. Шуға күрә һуңғы йылдарҙа “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсын да иҫкә төшөрҙөләр, һәм ул бер нисә тапҡыр үткәрелде лә инде. Министр Алексей Карпухин белдереүенсә, артабан бындай сараны даими уҙғарып торорға уйлайҙар.
Бындай конкурстар һуңғы бер-ике тиҫтә йыл эсендә онотолғайны. Үҙ һөнәре буйынса оҫта булып танылыуы, йәнәһе, һәр кемдең шәхси эше: аҡсалата килемде күберәк алыу маҡсатын ҡуйған һөнәр эйәһе бер ниндәй конкурсһыҙ ҙа тырыша аласаҡ.
Бөгөн килеп, ҡараш үҙгәрә. Эш бит бында әхлаҡи яҡтан дәртләндереүҙең әһәмиәтендә генә түгел. Кемдең дә булһа ошо конкурста еңеп сығыуы ул хеҙмәт иткән предприятиеға реклама ла түгелме ни?
Был еңеү шундай оҫталар эшләгән фирманың продукцияһы йәки хеҙмәтләндереүе лә сифатлы булырға тейешлегенә ишаралай. Өҫтәүенә башҡа предприятиелар етәкселәренең дә был оҫтаға иғтибар итеүе, үҙҙәренә эшкә саҡырыуы ихтимал. Тимәк, ошо хәл баҙар иҡтисады шарттарынан һис тә ситләшмәй.
“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы ла шундай уҡ маҡсатҡа йүнәлтелгән: еңеүсе – тимәк, сифатлы тауар етештереүсе һәм уның был продукцияһына бөтә ил күләмендә бушлай реклама яһала. Яҡын киләсәктә дәүләт ҡатнашлығы ла булған сәнәғәт предприятиелары өсөн эш урындарын заманса яңыртыуҙы, һәр берәмек эш урынына ҡарата сығымдарҙы кәметеүҙе дәртләндереү буйынса саралар күреләсәк.