Биттән көлмә, биткоин...17.01.2018
Биттән көлмә, биткоин...Һәр төрлө “лохотрон”дарҙың, йәғни алдап аҡса йыйыу ысулдарының, иҫәбе-һаны юҡ шикелле. Береһен фашлауға икенселәре килеп сығып ҡына тора. Ни тиһәң дә, уларҙы аҡыллы кешеләр уйлап таба бит. Әле яңыраҡ сираттағы “финанс проекты” тураһында ишетелде – йәмғиәттә биткоин ярҙамында аҡса эшләүгә ҡоролған уйын барлыҡҡа килгән.

Был яңы валюта (криптовалюта) тураһында хәҙер күп яҙалар, Уның асылы, банктарҙы урап үтеп, донъяның теләһә ниндәй илендәге кеше йәки ойошма менән туранан-тура иҫәпләшеүгә ҡайтып ҡала. Аңлашылыуынса, ул бер илдең валютаһына ла, банк йәки финанс системаһына ла нигеҙләнмәгән. Теләһә ниндәй дәүләттең аҡса берәмеге иҡтисади төшөнсә булып тора – ул берәй ниндәй тауар менән тәьмин ителергә тейеш. Әйтәйек, килемде бер һумға арттырыу өсөн өҫтәмә рәүештә бер һумлыҡ тауар етештерергә йәки хеҙмәт күрһәтергә кәрәк, был – дәүләт ҡаҙнаһын тотоп торған төп нигеҙ. Һәм халыҡтың йәшәү кимәле лә шуға бәйле. Ә криптовалюта (биткоин да шуға инә) өсөн быларҙың береһе лә әһәмиәткә эйә түгел. Тимәк, ул ысын валюта булып иҫәпләнә лә алмай.
Ә бит был криптовалютаны бөтә донъяға таратырға тырышҡан әҙәмдәр (уны Сатоси Накамато уйлап тапҡан тиҙәр) демократик күренеш булыуын, ә хөкүмәт һәм рәсми органдарҙың уны быуырға тарышыуын күрһәтергә ынтыла. Хәйер, Мавроди ҙа үҙенең “МММ” пирамидаһын рекламалауға күпме көс һалды...
Шуға күрә иҫтә тоторға кәрәк: әлеге “лохотрон”да хатта миллиондарса биткоин “аҡса” отһағыҙ ҙа, уны иҡтисадтың реаль өлкәһендә – кибеттәрҙә, банкта – бер кем дә ҡабул итмәйәсәк. Дөрөҫ, ошо “криптосекта” (финанс белгестәре уны шулай атай) эсендә ул әйләнештә була ала, тик ситтә, йәғни ысын донъяла кәрәге юҡ. Был бит әле һеҙ ҡулығыҙҙа тотҡан гәзитте тураҡлап кибеттә аҙыҡ һатып алырға тырышҡан кеүек була... Әйткәндәй, ҡағыҙ киҫәге – ни тиһәң дә, тауар, бер нисә тинлек хаҡы бар.
Аҡса эшләргә теләһәгеҙ, виртуаль донъя түгел, ә ҡул һәм аҡыл хеҙмәте тыуҙырған продуктты ғына тәҡдим итергә өйрәнегеҙ. Быны шулай аныҡлап әйтеүебеҙҙең сәбәбе шул: беҙҙең ауылдарҙа ла биткоин ярҙамында аҡса эшләйем тип хыялланған кешеләр тураһында мәғлүмәт ишетелә башланы. Ғәҙәттәгесә, бер-береһенән күрәләр­ҙер, моғайын. Бәлки, кемдер хәтерләйҙер: әлеге Сергей Мавроди сығарған “маркалар”­ҙы һатып алып, һуңынан был ойошмаға һатҡан һәм бик ҙур суммаға эйә булған кешеләр, шатлыҡтары эсенә һыймай, телевизорҙан сығыш яһай торғайны. Һуңынан асыҡланыуынса, улар бер нисәү генә булған һәм барыһы ла реклама өсөн генә эшләнгән.
АҠШ-тың Резерв системаһы (беҙҙәге Үҙәк банк кеүек) етәксеһе Алан Гринспен күптән түгел биткоинды “һабын ҡыуығы” тип атаны, сөнки уның ысын хаҡы юҡ. Ә Рәсәйҙең элемтә министры Николай Никифоров биткоиндың беҙҙең илдә бер ҡасан да законлаштырылмаясағы тураһында белдерҙе. Тимәк, криптовалюта менән алданған осраҡта кеше артабан үҙе дөрөҫлөктө эҙләйәсәк.

Р. ШӘРИФУЛЛИН.

Хәтәр уйын

Халыҡтың башы буталды,
Төшөнөүе бик ҡыйын:
Һәр береһенең телендә
“Биткоин” да “биткоин...”

Кем өлгөрөп ҡала, тиҙәр,
Яуасаҡ алтын-көмөш.
Бер йыл эсендә ул хатта
Миллиардер була, имеш.

Берәү, ана, тәүәккәлләп,
Бар мөлкәтен һата, ти.
Хәҙер биткоин йыйған да
Бот күтәреп ята, ти...

Тиҙ оноттоҡ: әле генә
“Ваучер”, “МММ”дары,
Күпме кешене илатып,
Йотто хәләл һумдарҙы.

Ә, ҡыҫҡаһы, нимә етә
Көсөң түгеп тапҡанға?!
Шуны иҫтән сығармайыҡ:
Буш сыр була ҡапҡанда.

С. ӘБҮЗӘР.


Вернуться назад